Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1.10.1957, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. артисы (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1986) артисы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1996; педагогтары Е.П.Валукин, Л.М.Таланкина). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. — педагог‑репетиторы,...

АБСЕНТЕИЗМ

АБСЕНТЕИЗМ (лат. absentia — юҡлыҡ), һайлаусыларҙың дәүләт органдарына һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуы; ғәмәлдәге идара формаһы, сәйәсәт режимына ҡаршы халыҡтың пассив протесы һ.б. А. төп сәбәптәре: сәйәси институттарҙың һөҙөмтәле булыуына ышаныстың юғалыуы, ижт.‑сәйәси ваҡиғаларға битарафлыҡ һ.б. Кеше...

АБСУРД ДРАМАҺЫ

АБСУРД ДРАМАҺЫ, 20 б. 2-се яртыһында Көнб. Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым. А.д. өсөн мөһим булған “абсурд” төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А.Камюҙың “Сит кеше” —...

АБУЗОВА Фатиха Фиттәх ҡыҙы

АБУЗОВА Фатиха Фиттәх ҡыҙы (19.6.1934, Темников ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1979). РСФСР‑ҙың (1985), БАССР‑ҙың (1978) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1959 й. алып Нефтте һаҡлау һәм...

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович (5.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Туҡтар а. — 29.5.2008, Йошкар-Ола, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. Мари Эл Респ. халыҡ яҙыусыһы (2006). Мари Эл Респ. атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Мари ун‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Ямде лий” (“Әҙер бул”) гәз., 1984 й....

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30.3.1954, Стәрлетамаҡ ҡ.), тел белгесе, шағирә. Филология фәндәре докторы (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан...

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы (20.8.1974, Өфө ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Театр эшмәкәрҙәре союзы (2006), Рәсәйҙең театр режиссёрҙары гильдияһы ағзаһы (2010). Ә.Ә.Абушахмановтың улы. ӨДСИ‑не (1995; Р.В.Исрафилов курсы), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (2003; В.В.Долгачёв һәм...

АБУШАХМАНОВ Әхтәм Әхәт улы

АБУШАХМАНОВ Әхтәм Әхәт улы (10.3.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Буранғол а.), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ӨДСИ‑не (1996; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлаған. 1970 й. алып БАДТ,...

АБЫҘ

АБЫҘ (фарс. хафиз — халыҡ йырсыһы һәм йыраусыһы), йәмәғәт эшмәкәре, Ҡөрьән белгесе. А. ислам таралған осорҙа барлыҡҡа килә, башҡорттарҙа 12 б. алып билдәле. Аҡһаҡалдар, батырҙар, сәсәндәр м‑н бер рәттән А. халыҡтың ижт.‑сәйәси тормошонда ҙур роль уйнаған. Батырша, Килмәк Нурышев, Бәпәнәй Төрөпбирҙин,...

АБЫҘ, Шафи, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

АБЫҘ, Шафи, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡариҙел а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 2 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 375 кеше; 1920 — 598; 1939 — 719; 1959 — 592; 1989 — 431; 2002 — 698;...

АБЫҘБАЕВ Ибраһим Хафиз улы

АБЫҘБАЕВ Ибраһим Хафиз улы [10.10.1901, Ырымбур губ. Үрге Урал өйәҙе Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Сермән 2 класлы урыҫ‑башҡ. уч‑щеһын, Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тын (Мәскәү, 1925) тамамлаған; Ҡыҙыл профессура тарих‑партия ин‑тында уҡый...

АБЫҘБАЕВ Измаил Ибраһим улы

АБЫҘБАЕВ Измаил Ибраһим улы (11.1.1929, Өфө — 4.9.1997, шунда уҡ), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977), нефть сәнәғәте отличнигы (1971). И.Х.Абыҙбаевтың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) БАССР‑ҙың нефть промыслаларында эшләй....

АБЫҘГИЛДИН Абрек Әмир улы

АБЫҘГИЛДИН Абрек Әмир улы (1.3.1937, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), рәссам. РФ‑тың Художество акад. мөхбир ағзаһы (2008). РФ‑тың (2009), ТР‑ҙың (1995) халыҡ рәссамы, РФ‑тың (2002), ТАССР‑ҙың (1986) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Й.З.Абитаеваның улы. ТР Рәссамдар союзы ағзаһы (1974). В.И.Суриков...

АБЫҘГИЛДИН Айрат Юнир улы

АБЫҘГИЛДИН Айрат Юнир улы (15.6.1962, Ишембай ҡ. — 22.10.2016, Өфө ҡ.), инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (1998). Ю.М.Абыҙгилдиндың улы. И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1984) ӨДНТУ‑ла эшләй (2002 й. алып инженер графикаһы кафедраһы мөдире)....

АБЫҘГИЛДИН Йыһангир Талха улы

АБЫҘГИЛДИН Йыһангир Талха улы [10.2.1875, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 17.6.1938, Өфө], дин әһеле, мәғрифәтсе. Ахун (1912). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1907) Беренсе йәмиғ мәсете имам‑хатибы һәм ш. уҡ ваҡытта “Ғосмания” мәҙрәсәһе директоры. 1923—28 йй.,...

АБЫҘГИЛДИН Юнир Миңлеғәле улы

АБЫҘГИЛДИН Юнир Миңлеғәле улы [20.11.1939, БАССР‑ҙың Маҡар районы Сәлих а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 23.10.2007, Өфө ҡ.], инженер-технолог. Техник фәндәр докторы (1980), профессор (1981). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1974 й. алып нефть һәм газ...

АБЫҘГИЛДИНА Ғәшиә Баязит ҡыҙы

АБЫҘГИЛДИНА Ғәшиә Баязит ҡыҙы [4.5.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 22.12.1994, Сибай ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1963). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1931; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин‑Иманский курсы) 1972 й....

АВГУСТ КРИЗИСЫ, 1991 й

АВГУСТ КРИЗИСЫ, 1991 й. СССР‑ҙың юғары етәкселеге вәкилдәре төркөмөнөң яңы Союз килешеүенә ҡул ҡуйыуҙы булдырмаҫҡа тырышыуы арҡаһында килеп тыуа. 19 авг. Мәскәүҙә СССР‑ҙа Ғәҙәттән тыш хәл б‑са дәүләт комитеты (ГКЧП) төҙөлә, уның составына СССР вице‑президенты Г.И.Янаев, премьер‑министр В.С.Павлов, оборона...

АВГУСТИН (Сахаров Михаил Степанович)

АВГУСТИН (донъяуи исеме Сахаров Михаил Степанович; 18.10.1768, Ярославль губ. Зверинец а. — 1.1.1842, Ростов ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Ырымбур епискобы (1806—18). Архимандрит (1798). Монахлыҡ ҡабул иткән (1797). С.‑Петербургта дини семинария тамамлағандан һуң (1792) С.‑Петербург һәм Ярославль ҡҡ. дини...

АВДЕЕВ Михаил Борисович

АВДЕЕВ Михаил Борисович (2.1.1959, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Вязовка а.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1980). Олимпия резервы спорт мәктәбе №1 һәм “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры З.Х.Адеев). Классик күпбәйге б‑са РСФСР халыҡтары спартакиадаһы...