Список материалов
РӘХМӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәйзулла улы
РӘХМӘТУЛЛИН Ибраһим Ғәйзулла улы (20.2.1936, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ҡужабаҡ а. — 19.7.1998, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1993). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Туймазы р‑ны Күҙәй участка дауаханаһының баш табибы. 1966 й. алып БДМИ‑ла (1993 й. башлап урология...
РӘХМӘТУЛЛИН Мәргән Абдулла улы
РӘХМӘТУЛЛИН Мәргән Абдулла улы (30.5.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.2006, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 2004 й. тиклем РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында, эшләй, бер үк ваҡытта 1970 й. алып бүлек мөдире, 1980—2006 йй. “Отечественная...
РӘХМӘТУЛЛИН Мөхәмәт Абдрахман улы
РӘХМӘТУЛЛИН Мөхәмәт Абдрахман улы [13.3.1915, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Салауат а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 1972, Өфө], ҡурайсы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1939) БАДТ, 1955— 72 йй. Башҡ. филармонияһы ҡурайсыһы. Р. сәнғәтенә юғары аккомпаниаторлыҡ оҫталығы хас була, башҡарыу манераһы...
РӘХМӘТУЛЛИН Рафаэль Йосоп улы
РӘХМӘТУЛЛИН Рафаэль Йосоп улы (9.9.1944, Пенза өлкәһе Индерка а. — 14.8.2021, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1976) Хабаровск халыҡ хужалығы институтында, 1980 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Хабаровск юғары мәктәбендә...
РӘХМӘТУЛЛИН Сафиулла Рәхмәтулла улы
РӘХМӘТУЛЛИН Сафиулла Рәхмәтулла улы [1845, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡоръятмаҫ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 1921, шунда уҡ], шағир. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәне, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. Төрлө һөнәр м‑н шөғөлләнә. Революция (1905—07) барышында эшселәрҙең забастовкаһында ҡатнашҡаны өсөн...
РӘХМӘТУЛЛИН Шамил Рахман улы
РӘХМӘТУЛЛИНШамил Рахман улы (1.9.1930, Томск өлк. Пашня а. — 22.4.2001, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1991), БАССР‑ҙың (1976), ТР‑ҙың (2000) халыҡ артисы; РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1961), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (1952;...
РӘХМӘТУЛЛИНА Зөһрә Йыһанур ҡыҙы
РӘХМӘТУЛЛИНА Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (26.8.1961, БАССР‑ҙың Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ а.), философ, педагог. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1985), 1991 й. алып шунда уҡ эшләй: 2000 й. башлап ЮНЕСКО кафедраһы, 2002—04 йй. һәм 2006 й....
РӘХМӘТУЛЛИНА Ирина Робинзон ҡыҙы
РӘХМӘТУЛЛИНА Ирина Робинзон ҡыҙы (8.3.1970, ТАССР‑ҙың Ҡыҙылъяр ҡсб), онколог. Медицина фәндәре докторы (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) “Сода” ААЙ‑ның (Стәрлетамаҡ ҡ.) медицина‑санитария бүлегендә эшләй. 1999 й. алып БДМУ‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2002—12 йй. диссертацион советтың ғилми секретары,...
РӘХМӘТУЛЛИНА Йыһания Ғиндулла ҡыҙы
РӘХМӘТУЛЛИНА Йыһания Ғиндулла ҡыҙы [8.3.1936, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Әхмәт а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны)], йырсы (лирик‑драматик сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1976). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1971). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1965; Л.Ф.Дроздова класы) 1994 й. тиклем...
РӘХМӘТУЛЛИНА Ләйсән Зөфәр ҡыҙы
РӘХМӘТУЛЛИНА Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (19.8.1964, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Аҡкүҙ а.), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2015). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). Башлыса пейзаждар һәм акварель техникаһында тематик композициялар ижад итә, уларҙа тәбиғәт образдарын тамға‑символдар аша кәүҙәләндерә...
РӘШИТЕТДИН, иран тарихсыһы
РӘШИТЕТДИН (Фазлаллаһ ибн Әбүл Хәйер Хамадани; 1247, Хамадан ҡ. — 18.7.1318, Тебриз ҡ.), иран тарихсыһы, дәүләт эшмәкәре. Монгол илхандары һарайында вәзир булып хеҙмәт иткән (1298—1317). Монголдарҙың Европаға походтарын һүрәтләгәндә ҙур халыҡтар араһында башҡорттар ҙа телгә алынған “Жәмиғәт‑тәуарих”...
РӘШИТОВА Таңһылыу
РӘШИТОВА Таңһылыу (Сәғиҙә Фари ҡыҙы) [1.1. 1905, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 21.2. 1988, Өфө], актриса. БАССР- ҙың халыҡ (1940) һәм атҡ. (1935) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы). 1924—70 йй. БАДТ актрисаһы. Героиняһының...
РЕАКТИВ ЯҒЫУЛЫҠ
РЕАКТИВ ЯҒЫУЛЫҠ, һауалы реактив авиация двигателдәре һәм газ турбиналы двигателдәр өсөн яғыулыҡ итеп ҡулланылған алифатик (20—60%), нафтен (20—60%), ароматик (18,5—20%), туйындырылмаған алифатик (0,3—1%) углеводородтарҙың ҡатнашмаһы. Шыйыҡса, tҡайнау 170—315°С, тығыҙлығы 775—840 кг/ м3, яныу йылылығы...
РЕАЛИЗМ
РЕАЛИЗМ (лат. realis — матди, ысынбарлыҡ), художестволы методты формалаштырған художестволы фекерләү тибы һәм ысынбарлыҡты сағылдырыу ысулы, тормоштоң әһәмиәтле яҡтарын автор идеалының бейеклеге һәм хәҡиҡәтлеге м‑н яраштырыу уның төп принциптары булып тора; типик характерҙарҙы, конфликттарҙы, ситуацияларҙы...
РЕАЛЬ УЧИЛИЩЕЛАР
РЕАЛЬ УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә тәбиғәт‑матем. циклы фәндәрен тәрән өйрәнгән тулы булмаған урта йәки урта уҡыу йорттары. 1872 йылғы уставҡа ярашлы реаль гимназиялар урынына ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Ҡаҙна, ҡала йәмғиәттәре, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар....
РЕБЕЛИНСКИЙҘАР
РЕБЕЛИНСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Семён Р. (?—1807), протоиерей. Р.Г.Игнатьевтың мәғлүмәттәре б‑са, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Өфөнөң баш күтәреүселәр тарафынан ҡамалыуы т‑да яҙып ҡалдырған. Уның улдары: Пётр Семёнович Р. (1753—1810), Троица сиркәүе настоятеле,...
РЕВИЗИЯЛАР
РЕВИЗИЯЛАР, 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. йән башына һалым һалынырға һәм хәрби йөкләмә атҡарырға тейешле Рәсәй империяһы халҡының иҫәбен алыу. Пётр I 1718 й. 26 нояб. указы м‑н индерелә, хөкүмәт күрһәтмәһе б‑са үткәрелә. Барлығы 10 Р. була: 1‑се (1719—27), 2‑се (1743—47), 3‑сө (1762—64), 4‑се (1782—83), 5‑се...
РЕВМАТИЗМ
РЕВМАТИЗМ (гр. rheumatismós — уҙыу), к и ҫ к е н р е в м а т и з м б и ҙг ә г е, тоташтырғыс туҡыманың башлыса йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһын, быуындарҙы, эске ағзаларҙы һәм үҙәк нервы системаһын зарарлаған инфекцион‑аллергик характерҙағы системалы шешеү ауырыуы. Башлыса ауырыуға бирешеп барған, А...
РЕВМАТОЛОГИЯ
РЕВМАТОЛОГИЯ (гр. rheumatismојs — уҙыу һәм ...логия), тоташтырғыс туҡыманың, эске ағзалар һәм быуындарҙың системалы зарарланыуы хас булған ҡайһы бер ауырыуҙар төркөмөн (киҫкен ревматизм биҙгәге, ревматоид артрит, системалы склеродермия, системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы, дерматомиозит һ.б.) өйрәнгән терапия...
РЕВОЛЮЦИОН КОММУНИЗМ ПАРТИЯҺЫ
РЕВОЛЮЦИОН КОММУНИЗМ ПАРТИЯҺЫ (РКП), 1918 й. 25 сент. Мәскәүҙә һул эсерҙар фетнәһенән һуң партиянан сыҡҡан һәм совет власын таныған һул эсерҙар тарафынан ойошторола. РКП(б) м‑н хеҙмәттәшлек итеү, матди етештереү сараларын социаллºштере¢ һәм пролетариат диктатураһын барлыҡ хеҙмәтсәндәр диктатураһы м‑н...