Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РЕКТИФИКАЦИЯ

РЕКТИФИКАЦИЯ (лат. rectus — тура, ябай һәм facio — эшләйем), шыйыҡ бинар йәки күп компонентлы ҡатышмаларҙы ҡайнау т‑раһы б‑са шыйыҡсаны парға һәм парҙарҙы конденсатҡа әйләндереп бүлеү ысулы. Азеотроплы (эреткес ҡатышмаға азеотроп ҡатышманың берәй компоненты м‑н айырыусы агент индереү), экстрактив (түбән...

РЕЛИКТТАР

РЕЛИКТТАР (лат. relictum), үткән дәүерҙәрҙең фауна һәм флора ҡалдыҡтары булараҡ терр‑яның хайуандар донъяһы һәм үҫемлектәр япмаһы составына ингән үҫемлек, хайуан төрҙәре. Уралда Р. булыуы плейстоцендағы боҙлоҡтар тыуҙырған экосистемаларҙың үҙгәртеп ҡоролоуы м‑н бәйле. Р. һаҡланып ҡалыуына уларҙың йәшәүенә...

РЕЛЬЕФ

РЕЛЬЕФ (фр. — relief), формаһы, дәүмәле, барлыҡҡа килеүе һәм үҫеш тарихы б‑са төрлө булған ер өҫтө тигеҙһеҙлектәренең йыйылмаһы. Эндоген процестарҙың экзоген процестар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Экзоген Р. денудациялы, эрозиялы, аккумулятив һәм ҡатнаш типтары бар. Дәүмәле...

РЕМЕЗОВ Николай Владимирович

РЕМЕЗОВ Николай Владимирович (1855 й. майы, Ҡазан — 14.11.1915, Владивосток ҡ.), яҙыусы, публицист. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған. 1873 й. алып Өфө крәҫтиән эштәре б‑са губерна присутствиеһында ер үлсәүсе булып эшләй, 1884 й. — Дәүләт мөлкәте министрлығында (С.‑Петербург), 1886 й. — Дворяндар...

РЕМЕЗОВ Семён Ульянович

РЕМЕЗОВ Семён Ульянович (1642 — 1720 й. һуң), картограф, тарихсы. Дворяндарҙан. Бер нисәүһендә Көньяҡ һәм Урта Уралдың геогр. объекттары, торама пункттары (Далматово, Көңгөр, Өфө һ.б.), файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу урындары билдәләнгән 23 картанан торған “Себерҙең һыҙма китабы” (“Чертёжная книга Сибири”;...

РЕНОВАЦИЯ

РЕНОВАЦИЯ т е х н и к а л а, матди производство сараларының һәм объекттарының эшләү ресурсын арттырыуға, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә, конверсияға (машина һәм агрегаттарҙы яңы тәғәйенләнештә файҙаланыу), ш. уҡ экологик яҡтан таҙа утилләштереүгә йүнәлтелгән технологик, конструкторлыҡ һәм ойоштороу саралары...

РЕНТА

РЕНТА (нем. rente), е р р е н т а һ ы, ер биләүсенең ер участкаһын ҡуртымға биреүҙән алған табышы. Р. күләме тәбиғи (тупраҡтың уңдырышлылығы, ер участкаһы урынлашҡан урын) һәм иҡт. факторҙарға (өҫтәмә капитал һалыу, ергә һорау булыуы) бәйле. Р. а.х. етештергән продукттар хаҡына инә. Абс. (ерҙең хосуси...

РЕНТГЕН СТРУКТУРАЛЫ АНАЛИЗ

РЕНТГЕН СТРУКТУРАЛЫ АНАЛИЗ, рентген нурҙары (тулҡын оҙонлоғо 10‑4—102 Å булған электр-магнит нурланышы) дифракцияһы күренешенә нигеҙләнгән матдә тикшереү ысулы. Нурланыштың матдә м‑н тәьҫир итеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дифракция һүрәтендә рентген нурҙары сәселгән объекттың структур үҙенсәлектәренә...

РЕПИН Николай Николаевич

РЕПИН Николай Николаевич (10.6. 1930, Грозный — 1.12.2006, Өфө), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1968), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү...

РЕСПУБЛИКА БАЛАЛАР КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ

РЕСПУБЛИКА БАЛАЛАР КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостан балаларына дауалау‑консультатив мед. ярҙамы күрһәтеү һәм респ. педиатрия хеҙмәтен ойоштороу- методик етәкселек итеү б‑са күп профилле махсус үҙәк; балаларҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре б‑са мед. хеҙм‑рҙәрен әҙерләү...

РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ

РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостандың төп дауалау‑консультатив һәм ойоштороу- методик учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Составына консультация- диагностика поликлиникаһы (көнөнә 1200 кеше ҡабул итә), тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар (1120 койка), диагностика...

РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ №2

РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ДАУАХАНАҺЫ №2, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. БР дәүләт учреждениелары хеҙм‑рҙәренә мед. ярҙамы, ш. уҡ нервы системаһы ауырыуҙары булған балаларға махсус стационар ярҙам күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына берләштерелгән поликлиника (көнөнә 600 кеше ҡабул итә), ололар өсөн стационар...

РЕСПУБЛИКА ТИРЕ‑ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1

РЕСПУБЛИКА ТИРЕ‑ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1, һаулыҡ һаҡлау дәүләт авт. учреждениеһы. Енси юл м‑н таралыусы тире ауырыуҙарын һәм инфекцияларҙы иҫкәртеү, дауалау б‑са  Башҡортостандың төп махсуслаштырылған мед. учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Р.т.‑в.д.№1 составына 280 койкаға иҫәпләнгән 5 стационар бүлексә,...

РЕСУРСТАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ТЕХНОЛОГИЯ

РЕСУРСТАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ТЕХНОЛОГИЯ, энергия сарыф итеүҙе, тәбиғәт ресурстарын тотоноуҙы (эйәрсен продукттарҙы тотоу һәм утилләштереү, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу, таҙартылған һыуҙы киренән производство циклына ҡайтарыу һ.б.), төп һәм ярҙамсы материалдарға, күҙалланған сифат һәм талап ителгән хеҙмәт етештереүсәнлеге...

РЕТРАНСЛЯТОР

РЕТРАНСЛЯТОР (лат. re — яңынан, ҡаршы, кире һәм translator — күсереүсе), радиоэлемтә (радиорелелы элемтә, йыһан элемтәһе һ.б.) линияһының элемтә алыҫлығын арттырыр өсөн линия пункттары араһында файҙаланылған радиотехник ҡоролма, электр үткәргән яһалма мөхит йәки күк есеме. Ҡабул итеү‑тапшырыу радиостанцияһынан...

РЕТЦ ФОРМИДИУМЫ

РЕТЦ ФОРМИДИУМЫ (Phormidium retzii), зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре призма формаһында, оҙонлоғо 4—9 мкм. Кәҫлектәре сағыу йәшкелт зәңгәрҙән ҡорос төҫмөрлө ҡара төҫкә тиклем, йыуан, ныҡ, суҡ рәүешле бүленгән. Трихомалары ҡараңғы йәшкелт зәңгәр төҫтә, төҙ, киңлеге 4,5—12 мкм, лайлалы, нескә,...

РЕФЕРЕНДУМ

РЕФЕРЕНДУМ (лат. referendum — иғлан ителергә тейешле хәбәр), туранан‑тура эш итеүсе демократия ин‑ттарының береһе, дәүләт йәки йәмғиәт әһәмиәтендәге мәсьәлә б‑са граждандарҙың туранан‑тура ихтыяр белдереүе. Р. дөйөм дәүләт (милли) һәм урындағы (локаль), конституцион һәм закон сығарыу, консультатив һәм...

РЕФОРМАЛАР (19 б. 60—80‑се йй.)

РЕФОРМАЛАР (19 б. 60—80‑се йй.), дәүләттең соц.‑иҡт. һәм сәйәси үҫешен тиҙләтер өсөн император Александр II инициативаһы м‑н Рәсәйҙә үткәрелгән буржуаз реформалар. Улар соц. һәм тышҡы сәйәси көрсөк һөҙөмтәһендә башлана. Эҙмә‑эҙлекһеҙ һәм ҡаршылыҡлы булыуына ҡарамаҫтан, алдынғылыҡ рухында булып, илдә...

РЕФОРМАЛАР (19 б. 80—90‑сы йй.)

РЕФОРМАЛАР (19 б. 80—90‑сы йй.), реформаларҙың (19 б. 60—80‑се йй.) төп положениеларын ҡайтанан ҡарауға ҡоролған сәйәси курс һәм закон сығарыу акттары. Император Александр II үлтерелгәндән һуң император Александр III инициативаһы м‑н үткәрелә. Р. өсөн нигеҙ булып 1881 й. 14 авг. сығарылған “Дәүләт именлеген...

РЕХМУКОВ Фарид Измайлович

РЕХМУКОВ Фарид Измайлович (17.8.1926, Әстерхан ҡ. — 13.12.2005, Өфө), архитектор. РСФСР‑ҙың атҡ. архитекторы (1974). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1954). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1948) Мәскәүҙә, 1949 й. алып Петрозаводскиҙа йәшәй һәм эшләй. 1962 й. башлап “Башпроект” ин‑тының, 1965...