Список материалов
РЕЧКАЛОВ Александр Васильевич
РЕЧКАЛОВ Александр Васильевич (20.4.1947, Ирбит ҡ.), инженер-электрик. Иҡт. ф. канд. (1987), техник ф. д‑ры (2002), проф. (2004). Төмән индустриаль ин‑тын тамамлаған (1974). 1972 й. алып Төмән моторҙар з‑дында эшләй: 1975 й. башлап цех нач., 1977 й. — автоматлаштырылған идара итеү системалары бүлеге...
РЕШЕТОВ Александр Михайлович
РЕШЕТОВ Александр Михайлович (1.8.1932, Төньяҡ Кавказ крайы Глубокий ҡсб — 29.5.2009, С.‑Петербург), этнограф. Тарих ф. канд. (1967). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 1957 й. тиклем һәм 1961—2006 йй. РФА‑ның Антропология һәм этнография музейында (С.‑Петербург) эшләй: 1969—76 йй. ғилми секретарь, бер...
РИГА ХӘРБИ ПЕХОТА УЧИЛИЩЕҺЫ
РИГА ХӘРБИ ПЕХОТА УЧИЛИЩЕҺЫ, 1940 й. рус һәм латыш батальондары составында ойошторола; 1941 й. июленән Стәрлетамаҡ ҡ. урынлаша. 1941 й. сент. — 1945 й. ғин. офицерҙарҙың 19 сығарылышы (3932 кеше) була: дөйөм ғәскәри һәм сәйәси хеҙм‑рҙәр, гвардия частарын тулыландырыр өсөн курсанттар. 1946 й. сент. ябыла....
РИГЕЛЬ, йондоҙ
РИГЕЛЬ, Орион β‑һы, аҡһыл зәңгәр гигант йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,1. Диам. Ҡояштан 30 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 910 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. Күк йөҙөнөң иң баҙыҡ йондоҙҙарының береһе һәм йондоҙлоҡтоң иң баҙыҡ йондоҙо. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы...
РИЗУАНОВ Наил Мәсәлим улы
РИЗУАНОВ Наил Мәсәлим улы [15.9.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Уҫман а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны), — 6.4.2012, Өфө], тау инженеры. Техник ф. канд. (1983). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1993), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972),...
РИЗУАНОВ Рәшит Ахмай улы
РИЗУАНОВ Рәшит Ахмай улы (10.5.1932, БАССР‑ҙың Ҡырғыҙ-Миәкә р‑ны Байтимер а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны — 3.9.2013, Мәскәү), геофизик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1984). СССР‑ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1982). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын (1956), МДУ‑ны (1967) тамамлаған. 1959 й. алып СССР ФА‑ның...
РИЗУАНОВ Риф Ғариф улы
РИЗУАНОВ Риф Ғариф улы (22.1.1963, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй: 2004 й. алып механика ф‑ты деканы, 2015 й. — нефть аппараттары төҙөү технологияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть һәм газ химияһы...
РИККЕТСИЯЛАР
РИККЕТСИЯЛАР (Rickettsiaceae), бактериялар ғаиләһе. Быуынтығаяҡлыларҙың һәм йылы ҡанлы хайуандарҙың облигат күҙәнәк эсе паразиттары. Р. оҙонлоғо 0,4—2,0 мкм, диам. 0,2—0,6 мкм, күҙәнәк тышсаһы, цитоплазма мембранаһы, рибосомалары бар; аденозинтрифосфор к‑таһын, аҡһым, нуклеин кислоталарын, аралаш ферменттарын...
РИНХОСТЕГИУМ
РИНХОСТЕГИУМ (Rhynchostegium), брахитеций ғаиләһенә ҡараған мүк һымаҡтар заты. Рәсәйҙә 7 төрө билдәле. Башҡортостанда арктик Р. һәм яр Р. үҫә. Оҙонлоғо 4—15 см тиклем булған күп йыллыҡ, бер өйлө мүктәр, йәшел, һарғылт йәшел йәки көрән төҫтәге кәүшәк йәки тығыҙ, ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабаҡтары...
РИҮӘЙӘТ
РИҮӘЙӘТ, фольклорҙа үткән замандың ысын хәл‑ваҡиғалары т‑да мәғлүмәт биреүгә ҡоролған хикәйә. Йыш ҡына шаһиттарҙың һөйләгәндәренән башланып китеп (ҡара: Хәтирә), телдән телгә һөйләнгән Р. ирекле поэтик интерпретацияға, ижади фараздарға, үҙгәртеүҙәргә дусар була. Р. һүрәтләнгән хәл‑ваҡиғаларҙың дөрөҫлөккә...
РИФ МАССИВТАРЫ
РИФ МАССИВТАРЫ, диңгеҙ бассейнында мәрйендәр, ылымыҡтар, строматопорҙар һ.б. организмдарҙың йәшәйеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән геол. ҡатламдар. Хәҙерге һәм боронғо Р.м. ҡалынлығы синхроник геол. ултырмалар ҡалынлығынан ҙурыраҡ. Яңғыҙ йәки диңгеҙ төбөндәге бер цоколдә үҫкән бер нисә Р.м. торған система...
РИФЕЙ
РИФЕЙ (лат. Riphaé montes — Рифей тауҙары, Уралдың боронғо исеме), Рәсәй кембрий алдының ҙур хроностратиграфик бүлексәһе. Башы — 1650±50 млн йыл, аҙағы — 600±10 млн йыл. Н.С.Шатский тарафынан айырып күрһәтелә (1945). М.И.Гарань, О.П.Горяинова, А.И.Иванов, Б.М.Келлер, В.И.Козлов, А.В.Маслов, А.И.Олли...
РИФОРМИНГ
РИФОРМИНГ (ингл. reforming), юғары октанлы автомобиль бензиндары, ароматик углеводородтар (бензол һәм уның гомологтары), водород тотороҡло газ алыр өсөн нефттең бензинлы, лигроинлы фракцияларын эшкәртеү (ҡайнау сиктәре 60—180°С). Термик һәм каталитик (катализаторҙар булғанда водород баҫымы аҫтында)...
РОБАҒИ
РОБАҒИ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең жанр формаһы. Ғәзәл м‑н бер рәттән лирик кисерештәрҙе һәм фәлс. уйланыуҙарҙы сағылдыра. Логик һәм интонацион яҡтан тамамланған афористик 4 юллыҡтарҙан тора. 1‑се шиғырҙа шиғри тезис, 2‑һендә — уның үҫеше, 3‑сөһөндә — кульминация, 4‑сеһендә...
РОБИН Анна Николаевна
РОБИН Анна Николаевна (1.11. 1891—?), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1944) артисы. Бәләкәй театр эргәһендәге драма курстарын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1919) Һарытау драма театры актрисаһы. Шулай уҡ Архангельск, Киев, Краснодар, Харьков һ.б. ҡалаларҙың театрҙарында эшләгән. 1933—59 йй. Респ....
РОБОТЛАШТЫРЫУ
РОБОТЛАШТЫРЫУ, производствоны кешеһеҙ участкалар, цехтар, заводтар төҙөү мөмкинлеген биргән сәнәғәт роботтарын файҙаланыуға нигеҙләнеп комплекслы автоматлаштырыу. Р. технологиялары персонал булмауын иҫәпкә алған яһалма интеллект методикаларын ҡулланып эшләнелә. Сәнәғәт роботтары ярҙамсы (тейәү, бушатыу,...
РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич
РОГАЛЁВ Пётр Леонтьевич (13.8.1912, Екатеринослав губ. Белоцерковка а. — 5.3. 1988, Өфө), полк. (1956). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950— 53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1956). 1931 й. алып Рубежное ҡасабаһында заводта__ эшләй, 1933...
РОГАЧЁВ Михаил Константинович
РОГАЧЁВ Михаил Константинович (21.1.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2000). Н.К.Кондрашёваның ағаһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1973) 1976— 2005 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй, 1992—94 йй. “ЛУКойл‑Урал” ЯСЙ (Өфө) ген. дир. урынбаҫары. 2005...
РОГИНСКАЯ Любовь Эммануиловна
РОГИНСКАЯ Любовь Эммануиловна (21.9.1936, Горький ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1997). Горький политехник ин‑тын тамамлаған (1959), 1962—70 йй. шунда уҡ эшләй. 1959—62 йй. “Теплоэлектропроект” ин‑тында (Горький), 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла (1989—94 йй. “Вихрь” фәнни конструкторлыҡ‑технология...
РОГОВА Наталья Леонидовна
РОГОВА Наталья Леонидовна (28.3. 1927, Запорожье ҡ. — 18.8.1994, Өфө), тренер. Теннис б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1959). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1988). Кишинёв пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1951 й. алып ДЮСШ һәм Молдова ССР‑ы (Кишинёв) йыйылма командаһы...