Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РЯБОВ Александр Алексеевич

РЯБОВ Александр Алексеевич (16.8.1959, Өфө), тренер. Биол. ф. канд. (2001), проф. (2005). Дзюдо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004). РФ‑тың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың физик культура отличнигы (2006). БАХИ‑ны (1985), Силәбе физик культура ин‑тын (1995) тамамлаған. 1985 й. алып “Уңыш” ДСО‑һы...

РЯБОВ Андрей Фёдорович

РЯБОВ Андрей Фёдорович [29.10.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск ҡсб (БР‑ҙың Мәләүез районы) — 14.2.2004, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армия 203‑сө уҡсылар дивизияһы...

РЯБОВ Фёдор Андреевич

РЯБОВ Фёдор Андреевич [20.1. 1914, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Тартыш а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 5.2.1962, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып “Путь” к‑зында эшләй; 1937 й. башлап Бөрө р‑нындағы Иҫке Баҙан МТС‑ының трактор бригадаһы, 1958 й. — Ильич ис. к‑зы бригадиры....

РЯБЧИКОВ Василий Родионович

РЯБЧИКОВ Василий Родионович (6.8.1904, Смоленск губ. Кокорёво а. — 1986, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1931) 1‑се Нефть‑газ з‑дында цех нач. булып эшләй 1935 й. алып Авиация яғыулығы һәм майҙары үҙәк ин‑тының баш инженеры, 1936 й. — “Нефтезаводпроект”...

РЯЗАНОВ Леонид Иванович

РЯЗАНОВ Леонид Иванович (9.9. 1949, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Староверовка а. — 8.5.2011, Златоуст ҡ.), машинист. Почётлы тимер юлсы (1985). 1970—2004 йй. Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст локомотив депоһында эшләгән. Ауыр йөк тейәгән поездар йөрөтөү иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 10%‑ҡа арттырыу...

РЯЗАНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

РЯЗАНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рязановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1373 кеше; 1920 — 1792; 1939 — 1374; 1959 — 1176; 1989 — 544; 2002 — 555; 2010 — 616 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

РЯСЯНЕН Арво Мартти Октавианус

РЯСЯНЕН Арво Мартти Октавианус (25.6.1893, Бөйөк Финляндия кенәзлеге Симо а. — 1976), тел белгесе. Гельсингфорс ун‑тын тамамлаған (1915, Финляндия). 1944—61 йй. Хельсинки ун‑тында эшләй. Төрки телдәрҙе өйрәнеү б‑са Ҡазан губернаһында (1915—17) һәм Анатолияла (Төркиә; 1925, 1931—32) фәнни экспедицияларҙа...

САБАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

САБАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Сабай а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 45 км алыҫлыҡта Шығай й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3019 кеше; 1920 — 1712; 1939 — 1235; 1959 — 892; 1989 — 777; 2002 — 713; 2010 — 732 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

САБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

САБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Уръяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1239 кеше; 1920 — 1351; 1939 — 993; 1959 — 512; 1989 — 318; 2002 — 265; 2010 — 216 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға...

САБАҠ

САБАҠ (Rutilus rutilus), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Яҡынса 10 төрө билдәле. Евразияның сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яғы ҡыҫылған, оҙонлоғо 10— 15 см (ҡайһы берҙә 30 см тиклем), ауырлығы 150—200 г (һирәк осраҡта 800 г тиклем). Тәңкәләре көмөш‑аҡ төҫтә,...

САБАҠ, балыҡ

САБАҠ (Rutilus rutilus), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Яҡынса 10 төрө билдәле. Евразияның сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яғы ҡыҫылған, оҙонлоғо 10— 15 см (ҡайһы берҙә 30 см тиклем), ауырлығы 150—200 г (һирәк осраҡта 800 г тиклем). Тәңкәләре көмөш‑аҡ төҫтә,...

САБАҠАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ

САБАҠАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, С а б а ҡ а й  ҡ а я һ ы н д а ғ ы  м ә м е р й ә л ә р, комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дыуан р‑ны Ежовка а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. уң ярындағы Өфө яйлаһының көньяҡ‑көнсығышситендә урынлашҡан. Бейеклеге яҡынса 70 м булған ике киртләсле текә ҡаянан...

САБАҠТЫ, археологик ҡомартҡылар комплексы

САБАҠТЫ, таш быуат, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылар комплексы. Әбйәлил р‑ны Күсем руднигы а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Сабаҡты күле буйында урынлашҡан. 1961—62 йй. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 2005 й. В.Г.Котов, Н.С.Савельев тикшерә. Тораларҙан (14; айырыуса С.III, С.VI, С.VIII...

САБАҠТЫ, күл

САБАҠТЫ, Йәнгел й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Күсем руднигы а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 2,4 км2, оҙонлоғо — 2,3 км, уртаса киңлеге — 1,0 км, уртаса тәрәнлеге — 2,8 м (макс. — 6,0 м), һыу күләме — 5,1 млн м3; һыу йыйыу майҙаны — 9,0 км2....

САБАНАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

САБАНАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 533 кеше; 1920 — 662; 1939 — 582; 1959 — 355; 1989 — 230; 2002 — 207; 2010 — 188 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға...

САБАНЕЕВ Леонид Павлович

САБАНЕЕВ Леонид Павлович (10.12. 1844, Ярославль губ. Высокое а. — 25.3.1898, Таврия губ. Ялта ҡ.), этнограф. Мәскәү ун‑тының тәбиғәт ф‑тын тамамлаған (1870). 1873—77 йй. — “Природа” (“Тәбиғәт”) ж., 1878 й. алып “Природа и охота” (“Тәбиғәт һәм һунар”) ж. (икеһе лә — Мәскәү) мөхәррире һәм сығарыусыһы....

САБАНЕЕВ Леонид Павлович

САБАНЕЕВ Леонид Павлович (10.12. 1844, Ярославль губ. Высокое а. — 25.3.1898, Таврия губ. Ялта ҡ.), этнограф. Мәскәү ун‑тының тәбиғәт ф‑тын тамамлаған (1870). 1873—77 йй. — “Природа” (“Тәбиғәт”) ж., 1878 й. алып “Природа и охота” (“Тәбиғәт һәм һунар”) ж. (икеһе лә — Мәскәү) мөхәррире һәм сығарыусыһы....

САБАНОВ Юрий Викторович

САБАНОВ Юрий Викторович (4.6. 1978, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Билбау көрәше б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2008), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2009). Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын тамамлаған (2006). Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑ды (тренеры Ә.Ә.Сәфәров) һәм “Өфөлө” (Н.Ю.Мазов) спорт...

САБАНТУЙ, ҡытай шыҡтымы сорты

САБАНТУЙ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. О.А.Кравченко, Л.Н.Миронова, А.А.Реут (Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Mareschal Mac Mahon һәм Madame Leonie Calot сорттарын гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Ярым йәйенке, аҙ япраҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 80 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы...

САБАТА

САБАТА, башҡорт кейемендә йүкәнән үреп эшләнгән традицион аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. С. 7 йүкә таҫма алып, башынан башлап тимер шөшлө һәм ҡалып ярҙамында үргәндәр. Ҡыя (табан өлөшөн) һәм тура (өҫ яғын) үреү ҡулланылған. Ике ҡатлап үрелгән (ҡайһы ваҡыт туҙ м‑н нығытылған) табаны күтәрмә...