Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САҘРЕТДИНОВ Зәнфир Хәбәбетдин улы

САҘРЕТДИНОВ Зәнфир Хәбәбетдин улы (11.1.1936, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сыуалкип а.), төҙөүсе. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1986). 1959 й. алып Кемерово өлк. эшләй; 1964—2002 йй. “3‑сө төҙөлөш тресы” ААЙ‑нда (1967 й. башлап өлкән прораб). Башҡ‑н “Мир” сәнәғәт‑сауҙа тегеү фирмаһы, Матбуғат йорто, Өфө полиграфкомбинаты...

САҘРЕТДИНОВ Марсель Әмирйән улы

САҘРЕТДИНОВ Марсель Әмирйән улы (13.4.1964, ТАССР‑ҙың Бөгөлмә р‑ны Урыссу ҡсб), анестезиолог- реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) 21‑се дауаханала эшләй, 1993 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында (2000 й. башлап бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2008 й. — БДМУ‑ла...

САҘРИЕВ Миҙхәт Минша улы

САҘРИЕВ Миҙхәт Минша улы (2.8. 1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Түбәнкүл а., хәҙ. Туймазы ҡ. эсендә, — 2.12.2016, Өфө), социолог. Тарих ф. канд. (1971), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Бөрө пед. ин‑тында, 1965 й. алып ӨНИ‑нең...

САЕВИЧ Тимофей Александрович

САЕВИЧ Тимофей Александрович (23.2.1919, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухопольский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Сухополь а., — 23.11. 2003, С.‑Петербург), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1943). 1938 й. алып...

САЗОНОВ Егор Сергеевич

САЗОНОВ (Созонов) Егор Сергеевич (26.5.1879, Вятка губ. Петровский а. — 26.11.1910, Нерчинск һөргөнө, 1917 й. Өфөлә ҡабаттан ерләнгән), рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1904 й. алып Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1897). 1901 й. революцион эшмәкәрлек өсөн Мәскәү...

САЙГИН Иван Андреевич

САЙГИН Иван Андреевич [22.7. 1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Баръяҙы а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 21.6. 1987, Өфө], зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1963), проф. (1972). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү йылҡ‑ҡ ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Ҡустанай йылҡ‑ҡ з‑дының (Ҡаҙаҡ ССР‑ы)...

САЙРАН, Шишмә р‑нындағы ауыл

САЙРАН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Яңы Троицкий а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 798 кеше, 1920 — 945; 1939 — 724; 1959 — 659; 1989 — 359; 2002 — 336 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Агропромбизнес”...

САЙРАНИ Ғариф

САЙРАНИ Ғариф (1791, Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Моталлап а., хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны Һайран а., — 1856), дин, суфыйсылыҡ әһеле. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә һәм Бохара, Ҡабул, Бағдад мәҙрәсәләрендә уҡыған. Тыуған яғына ҡайтҡас, Юрматы улусы мәҙрәсәһендә уҡыта. Шәреҡ филос....

САЙРАНОВ Рауил Нурмөхәмәт улы

САЙРАНОВ Рауил Нурмөхәмәт улы (20.9.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Көсөгән а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1970), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Миәкә һәм Благовар р‑ндарында эшләй. 1972 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа уҡыта: 1991—2007 йй. аграр производствоны...

САЙРАНОВ Садиҡ Уйылдан улы

САЙРАНОВ Садиҡ Уйылдан улы [15.5.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Һыртлан а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 21.10.1976, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939 й. Халхин‑Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Мәләүез р‑нының “Урал” к‑зында эшләй. 1938—40...

САКС Ромэн Семёнович

САКС Ромэн Семёнович (14.7.1938, Сухуми), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Милли лицейҙа уҡыта (Лабэ ҡ., Гвинея). 1962 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең Математика ин‑тында (Новосибирск ҡ.): 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р һәм сит ил эштәре б‑са...

САҠАЕВ Нури (Нуретдин) Нәбиулла улы

САҠАЕВ Нури (Нуретдин) Нәбиулла улы [1.7.1885, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 3.3.1927, Ҡазан], актёр, режиссёр. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1907 й. алып И.Ашҡаҙарскийҙың “Фажиғә вә мөсәккин ислямия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”), 1908 й. — “Сәйяр”, 1912 й. —...

САҠАЕВА Динә Дамир ҡыҙы

САҠАЕВА Динә Дамир ҡыҙы (13.1. 1967, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (2014). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1993 й. алып Өфөнөң 18‑се дауаханаһында, 1995 й. — Респ. клиник онкология диспансерында (2007 й. башлап химиотерапия б‑са баш табип урынбаҫары) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге онкологик...

САҠАЕВА Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы

САҠАЕВА Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (15.1.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк а., — 16.5.2007, Өфө), нефролог. Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1966), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1941) Өфөнөң 1741‑се һәм 5913‑сө...

САҠАТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

САҠАТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 56 км алыҫлыҡта Саҡат й. (Сөн й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 634; 1939 — 646; 1959 — 518; 1989 — 308; 2002 — 258; 2010 — 204 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ, МУП. Бер ҡатлы тығыҙ керамик кирбес етештерә. Составына производство, плитка, ҡаҙанлыҡ цехтары инә. 2009 й. 124 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1989 й. нигеҙ һалына, 1994 й. Саҡмағош хужалыҡ‑ара кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1999 й. алып хәҙ. исемле ДУП,...

САҠМАҒОШ РАЙОНЫ

САҠМАҒОШ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Дүртөйлө һәм Илеш, көнсығышта — Кушнаренко, көньяҡта — Благовар һәм Бүздәк, көньяҡ‑көнбайышта — Шаран, көнбайышта Баҡалы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны, Бәләбәй...

САҠМАҒОШ УРТА МӘКТӘБЕ №1

САҠМАҒОШ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Саҡмағош р‑ны. 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Ҡалмаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла. 1928 й. ш. уҡ кантондың Саҡмағош а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны) күсерелә, 1929 й. алып колхозсы йәштәр мәктәбе, 1936 й. Саҡмағош өлгөлө башланғыс...

САҠМАҒОШ, ауыл, Саҡмағош р‑ны һәм Саҡмағош а/с үҙәге

САҠМАҒОШ, ауыл, Саҡмағош р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Саҡмағош а/с үҙәге, “Родина” АХПК‑ныңүҙәк усадьбаһы. Өфөнән Т.‑Көнб. 111 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 67 км алыҫлыҡта Саҡмағош й. (Ҡалмаш й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Кушнаренко—Баҡалы, Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө, Шишмә—Языков—Саҡмағош...

САҠТАР, һинд-иран ҡәбиләләре союзы

САҠТАР, һинд‑иран ҡәбиләләре союзы, б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта — б.э. 1‑се мең йыллығы башында Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ‑көнсығыш төбәктәрендәге күсмә һәм ярым күсмә халҡы, тип фараз ителә. Антик авторҙар (Геродот, Страбон һ.б.) хеҙмәттәрендә, “Авеста”ла (Боронғо Ирандың дини...