Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САҠТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

САҠТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 357 кеше; 1920 — 450; 1939 — 509; 1959 — 372; 1989 — 253; 2002 — 272; 2010 — 260 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

САЛАВАТ ЮЛАЕВ, бойҙай сорты

САЛАВАТ ЮЛАЕВ, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 2005 й. В.А.Зыкин, Р.Р.Исмәғилев, Р.К.Кадиков, Р.С.Кирәев, В.Д.Недорезков һ.б. тарафынан (БДАУ) Омская 30 һәм Омская 20 сорттарының гибридлы комбинацияһынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 106 см тиклем. Башағы аҡ төҫтә, төкһөҙ, призма...

САЛАВАТ, лимон сорты

САЛАВАТ, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы һалынҡы сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы эре, йәшел, ялтыр, уртаса киртләсле. Емеше...

САЛАЗКИН Сергей Николаевич

САЛАЗКИН Сергей Николаевич (28.1.1938, Брянск ҡ.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1979), проф. (1984). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2003). Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1975 й. тиклем һәм 1986 й. алып РФА‑ның А.Н. Несмеянов ис. Элементорганик берләшмәләр ин‑тында (Мәскәү): 1969...

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы (14.7.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байғусҡар а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны, — 21.8.1970, шунда уҡ), өзләү оҫтаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Хәйбулла р‑нында: а.х. артелендә, 1931—62 йй. М.И.Калинин ис. к‑зда (1941 й. тиклем бригадир); 1945—53 йй. Магнитогорск...

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы (10.1.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байғусҡар а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны, — 21.8.1970, шунда уҡ), өзләү оҫтаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Хәйбулла р‑нында: а.х. артелендә, 1931—62 йй. М.И.Калинин ис. к‑зда (1941 й. тиклем бригадир); 1945—53 йй. Магнитогорск...

САЛАР ТЕЛЕ

САЛАР ТЕЛЕ, уғыҙ төркөмөнә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Саларҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың ҡайһы бер көнбайыш райондарында (башлыса Цинхай провинцияһының Сюньхуа‑Салар автономиялы өйәҙендә) таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше (1992). Төрөкмән теленә яҡын. Салгур ҡәбиләләре теленә (11...

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, 1949 й. 18‑се комб‑ттың (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Төҙөлөш идаралығы эргәһендә Ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ ойошторола, 1950 й. алып Баш урман контораһы, 1955 й. — Ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү контораһы, 1958 й. — Ағас эшкәртеү заводы. 1963 й. башлап Башҡ....

САЛАУАТ АҘЫҠ-ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ. 1948 й. икмәкхана булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Салауат икмәк з‑ды, 1967 й. — Салауат икмәк комб‑ты, 1992 й. — ҠП, 1993 й. — “Салауат аҙыҡ‑түлек берекмәһе” ЯАЙ, 1994 й. башлап “С.а.‑т.к.” ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына икмәк (1959 й. асылған), икмәк‑булка изделиелары,...

САЛАУАТ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ

САЛАУАТ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. 1933 й. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. үҙешмәкәр драма түңәрәге базаһында Ауырғазы колхоз‑совхоз театры булараҡ ойошторола, 1956 й. алып Салауат башҡ. дәүләт драма театры. Театрҙа уҡыу студияһын ойошторған Е.Сыртланова‑Шляхтина (1933, 1934—38 йй. художество етәксеһе), Ә.С.Садиҡов...

САЛАУАТ ГУМАНИТАР ИНСТИТУТЫ

САЛАУАТ ГУМАНИТАР ИНСТИТУТЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. 1998 й. асыла. Институт составына 4 ф‑т (мәғлүмәт технологиялары, менеджмент, хоҡуҡ, иҡтисад) инә. Интернет‑үҙә‑ге, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө‑ситтән тороп уҡыу бүлегендә, Мәскәү иҡт., статистика һәм информатика ин‑тындағы...

САЛАУАТ ИНДУСТРИАЛЬ КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ ИНДУСТРИАЛЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1957 й. Өфө урман техникумы (ҡара: Урман хужалығы техникумы) базаһында урман техникумы булараҡ асыла. 1958 й. алып Ишембай нефтехимия техникумы м‑н берләштерелгәндән һуң индустриаль техникум, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 2014 й. Һөнәрселек училищеһы №19 ҡушыла. Уҡытыу көндөҙгө...

САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

САЛАУАТ ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Мәләүез р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Ергән ауылы. Составына 2 үҫемлекселек бригадаһы, 3 һөтсөлөк фермаһы, сусҡасылыҡ фермаһы, һөт һәм макарон цехтары, көнбағыш эшкәртеү цехы, тирмән һ.б. инә. Мәҙәниәт йорто бар. 2006 й. 356 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең...

САЛАУАТ МӘМЕРЙӘҺЕ

САЛАУАТ МӘМЕРЙӘҺЕ. Салауат р‑ны Малаяҙ а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Мәмерйә тотҡа рәүешендә, меридиональ йүнәлештә һуҙылған коридорҙан тора. Оҙонлоғо 54,0 м, уртаса киңлеге 6,0 м, уртаса...

САЛАУАТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1955 й. фельдшерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла. 1960 й. алып мед. уч‑щеһы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. 1959 й. фельдшерлыҡ бүлеге Сибай ҡ. (ҡара: Сибай медицина колледжы) күсерелә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла....

САЛАУАТ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2008 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә инструменталь башҡарыу, эстрада музыка сәнғәте (эстрада оркестры инструменттары), халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор м-н башҡарыу, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү, музыка теорияһы һөнәрҙәре б‑са алып барыла....

САЛАУАТ ОПТИКА-МЕХАНИКА ЗАВОДЫ

САЛАУАТ ОПТИКА‑МЕХАНИКА ЗАВОДЫ. 1977 й. төҙөлгән, 1980 й. файҙаланыуға тапшырылған, 1981 й. тәүге призма алына, 1987 й. — балалар өсөн оптик уйынсыҡтар, 1988 й. — мед. приборҙары (диоптриметр, фотоколориметр), 1989 й. — концентрацион фотоэлектр колориметрҙары, 1990 й. — пластмассанан санитар- техник...

САЛАУАТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

САЛАУАТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. алып С.п.к., 2012 й. — Салауат мәғариф һәм проф. технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә һәм экстернат формаһында мәктәпкәсә белем биреү, башланғыс белем биреүҙә коррекция пед., ғәмәли информатика, туризм, ҡунаҡхана сервисы,...

САЛАУАТ РАЙОНЫ

САЛАУАТ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ- көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Дыуан, төньяҡ‑көнсығышта — Ҡыйғы, көньяҡта — Силәбе өлк., көнбайышта Нуриман р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. Малаяҙ р‑ны булараҡ ойошторола, 1941 й. 4 мартынан хәҙ. исемен ала (ҡара: Административ район). Майҙаны — 2182 км2....

САЛАУАТ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ.

САЛАУАТ ТИМЕР‑БЕТОН ЗАВОДЫ. 1960 й. 18‑се төҙөлөш идаралығының (1950 й. нигеҙләнгән; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Баш ярҙамсы пр‑тиелар контораһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2014 й. ябыла. Составына 2 форма эшләү, арматура, ремонт‑механика, мәғдән булмаған материал...