Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САЛЙОҒОТ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

САЛЙОҒОТ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Ыҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 121 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 310 кеше; 1920 — 496; 1939 — 305; 1959 — 246; 1989 — 262; 2002 — 255; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар йәшәй...

САЛҠАҠ УРТА МӘКТӘБЕ

САЛҠАҠ УРТА МӘКТӘБЕ, Борай р‑нында урынлашҡан. 1899 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1922 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, слесарлыҡ...

САЛҠАҠ, Борай р‑нындағы ауыл

САЛҠАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Салҡаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 106 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1978 кеше; 1920 — 2287; 1939 — 2530; 1959 — 1806; 1989 — 1073; 2002 — 922; 2010 — 754 кеше. Башҡорттар...

САЛМАЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

САЛМАЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Салмалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 8 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Салмалы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1003 кеше; 1920 — 1050; 1939 — 832; 1959 — 572; 1989 — 514; 2002 — 591; 2010 — 563 кеше. Башҡорттар,...

САЛМАНОВ Григорий Иванович

САЛМАНОВ Григорий Иванович (12.2.1922, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡасим а., хәҙ. Өфө эсендә, — 3.4.1993, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Армия генералы (1979). Б.В. һуғышында, 1968 й. Чехословакияла ҡораллы бәрелештә һәм Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә (1984—86) ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1949),...

САЛМАСОВ Павел Петрович

САЛМАСОВ Павел Петрович (25.3.1930, Ленинград өлк. Рудаково а. — 29.10.2017, Өфө), рәссам. РФ‑тың атҡ. (2006) һәм БАССР‑ҙың халыҡ (1990) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1961). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1953; педагогтары Б.Ф.Лалетин, А.Э.Тюлькин). 1955 й. алып Сибай ҡ. сәнәғәт пр‑тиелары,...

САЛОВА Светлана Алексеевна

САЛОВА Светлана Алексеевна (18.4. 1954, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2007), проф. (2008). БДУ‑ны тамамлаған (1977), 1983 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре 18 б. урыҫ әҙәбиәте тарихына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Х е ҙ м.: Анакреонтические мифы Г.Р.Державина. Уфа,...

САЛТЫКОВ Иван Васильевич

САЛТЫКОВ Иван Васильевич (1897, Һарытау губ. — 1986 й. майы, Апрелевка ҡ.), музыка белгесе, фольклорсы, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Һарытау консерваторияһын тамамлаған (1916; Г.Э.Конюс һәм М.И.Солтанов класы). 1919 й. алып Өфөлә: Губ. сәйәси‑ағартыу ком‑тының музыка секцияһы мөдире, 1922 й. башлап Башҡ....

САЛТЫКОВ-ЩЕДРИН (Салтыков) Михаил Евграфович

САЛТЫКОВ‑ЩЕДРИН (Салтыков) Михаил Евграфович (15.1.1826, Тверь губ. Спас‑Угол а. — 28.4.1889, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Н.Щедрин псевдонимы аҫтында баҫыла. Ижадында урыҫ тәнҡитле реализмының сатирик йүнәлешен үҫтерә. С.‑Щ. поэтикаһы үҙенсәлектәренә эзоп теле, гротеск сәнғәте, типиклаштырыу сараһы...

САЛТЫКОВА Елена Станиславовна

САЛТЫКОВА Елена Станиславовна (12.11.1960, Красноярск ҡ.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1984 й. һәм 1993 й. алып (өҙөклөк м‑н) Биохимия һәм генетика ин‑тында (2003 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р); 1991—93 йй. Органик химия ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге бөжәктәр иммунитетының...

САЛТЫКОВА Федосия Петровна

САЛТЫКОВАФедосия Петровна (5.4.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Һапаш утары, хәҙ. БР‑ҙыңКүгәрсенр‑ныЯңыҺапаша., — 1.3.2007, шундауҡ). Соц. ХеҙмәтГеройы (1966). 1944—81 йй. Күгәрсенр‑ныныңМ.Горькийис. к‑зындаэшләй (1956 й. алыпсусҡаҡараусы). С. етештереүҙеңюғарыкүрһәткестәренәөлгәшкән: йылһайынһәринәсусҡанануртаса...

САЛЬВИНИЯ

САЛЬВИНИЯ (Salvinia), сальвиния һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, башлыса тропик Америкала һәм Африкала, ш. уҡ Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда йөҙөүсән С. үҫә. Тамыры булмаған бер йыллыҡ һыу абағаһы (ҡара: Абаға һымаҡтар). Һабағы епкә оҡшаған, тармаҡлы,...

САЛЬМОНЕЛЛЁЗ

САЛЬМОНЕЛЛЁЗ, кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуы. Salmonella затына, Enterobacteriaceae ғаиләһенә ҡараған бактериялар тыуҙыра. Кеше С. Башлыса инфицирланған хайуан һәм ҡош продукттарын ашағандан һуң башлана. С. бактериялары ашҡаҙан‑эсәк юлына үтеп инә һәм токсиндар бүлеп сығара. Инкубация осоро...

САЛЬНИКОВ Константин Владимирович

САЛЬНИКОВ Константин Владимирович (2.10.1900, Һамар губ. Һамар ҡ. — 20.6.1966, Өфө), археолог. Тарих ф. д‑ры (1966). Һамар ун‑ты эргәһендәге Юғары этнология-археология курстарын (1927), 1‑се МДУ‑ны (1930) тамамлаған. 1937 й. алып — Силәбе, 1940—41 йй. Чкалов (Ырымбур ҡ.) пед. ин‑ттарында, 1946 й. Урал...

САМАРИН Виктор Сергеевич

САМАРИН Виктор Сергеевич (13.6.1912, Стәрлетамаҡ ҡ. – 8.8.1979, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе. Себер автомобиль-юл ин-тын тамамлаған (Омск ҡ., 1937). 1929 й. алып Эҫем урман хужалығында, 1930–33 йй. “Башжелдорстрой”, 1937 й. башлап “Союзтрансстрой” тресында (икеһе лә – Өфө)...

САМАРИН Павел Григорьевич

САМАРИН Павел Григорьевич [11.7.1930, БАССР-ҙың Бөрө кантоны Демидовка ҡсб (БР-ҙың Ҡалтасы р-ны)], нефтсе. БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985). 1954 й. алып Бөрө геол. эҙләнеү контораһында эшләй, 1962–92 йй. “Южарланнефть” НГДУ-һында...

САМАРИН, Благовар р‑нындағы ауыл

САМАРИН, Благовар р‑нындағы ауыл, Благовар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта Ҡармалы й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 603 кеше; 1920 – 522; 1939 – 496; 1959 – 198; 1989 – 217; 2002 – 276 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Халҡы...

САМБО, спорт төрө

САМБО, ҡоралһыҙ һаҡланыу, спорт төрө, ҡара‑ҡаршы көрәш, көрәштәштәр төрлө милли көрәш алымдарын ҡуллана ала. Башҡортостанда С. 20 б. 60‑сы йй. уртаһында Өфөлә үҫеш ала. 60‑сы йй. аҙ. Күмертау, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, 70‑се йй. Дәүләкән, Мәләүез, Туймазы һ.б. ҡалаларҙа С. секциялары эшләй...

САМОДУМОВА Маргарита Васильевна

САМОДУМОВА Маргарита Васильевна (14.11.1929, Кострома ҡ. — 29.7.2016, Өфө), педагог. Воронеж пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Черниковск ҡ. 7‑се эшсе йәштәр мәктәбендә, 1955—2005 йй. Өфөнөң 62‑се лицейында эшләй. Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1976) орд. м‑н бүләкләнгән. Әҙәб.: Лёвин Я.Н. Педагогическая...

САМОЙЛОВ Дмитрий Александрович

САМОЙЛОВ Дмитрий Александрович (21.7.1989, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007). Уҡ атыу б‑са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө; тренеры З.Ә.Ситдиҡов). Шәхси зачётта Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2007). Рәсәй уҡыусылары спартакиадаһы һәм Рәсәй беренселеге еңеүсеһе...