Список материалов
САПСАН
САПСАН, ыласын (Falco peregrinus), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Күсәр ҡош, ҡайһы берәүҙәре ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 36—51 см, ауырлығы 580—800 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 85—117 см. Арҡаһы буҙ арҡыры һүрәтле һорғолт көрән...
САПЫҠ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл
САПЫҠ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта 3‑сө Күкрәй й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 124 кеше; 1920 – 298; 1939 – 259; 1959 – 308; 1989 – 172; 2002 – 182 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы...
САРАИ Сәиф, төрки шағиры
САРАИ Сәиф (1321, Волга буйы, Ҡамышлы йорто, башҡа фараздар б‑са, Хорезм, — 1396, Мысыр), төрки шағиры. С. тормошо т‑да ҡайһы бер мәғлүмәттәр “Гөлөстан бит-төрки” (1391) дастанында бирелә. Һарай‑Бәрәкә ҡ. белем ала, шунда уҡ шағир булып формалаша (псевдонимы шунан килеп сыҡҡан). Ғәрәп, фарсы телдәрен...
САРАПУЛ ӨЙӘҘЕ
САРАПУЛ ӨЙӘҘЕ, 1780 й. Вятка наместниклығы составында ойошторола. ӨйәҙгәҠазан губернаһы Вятка провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө инә. 1782—83 йй. Пермь һәм Өфө наместниклыҡтарының 47 ауылы ҡушыла. 19 б. башында терр‑яһының бер өлөшө — Вятка губернаһының Малмыж өйәҙенә, 1920 й. нояб. Воткинск авт....
САРАШТЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл
САРАШТЫБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Урман Гәрә й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 332 кеше; 1920 – 425; 1939 – 404; 1959 – 467; 1989 – 231; 2002 – 206 кеше. Башҡорттар...
САРБАЕВ Ғәйфулла Фәхрислам улы
САРБАЕВ Ғәйфулла Фәхрислам улы [12.10.1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Хәлил а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 22.2.1965, Сибай ҡ.], актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1939; Х.Бохарский курсы) Ҡыйғы колхоз‑совхоз театры...
САРБАЕВ Раил Сәлих улы
САРБАЕВ Раил Сәлих улы (11.1.1962, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Абҙан а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1999). БАХИ‑ны (1985), БДУ‑ны (2006) тамамлаған. 1985 й. алып “Сельхозхимия” район берекмәһенең өлкән агрономы, нояб. — ВЛКСМ район ком‑тының 2‑се секретары, 1988 й. — 1‑се секретары; 1989 й....
САРБАЕВ Раил Сәлих улы
САРБАЕВ Раил Сәлих улы (11.1.1962, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Абҙан а.), дәүләт эшмәкәре. Биология фәндәре кандидаты (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1999). БАХИ‑ны (1985), БДУ‑ны (2006) тамамлаған. 1985 й. алып Ейәнсура районы “Сельхозхимия” район берекмәһенең өлкән агрономы, ноябрҙән — ВЛКСМ райкомының...
САРГАТКА МӘҘӘНИӘТЕ
САРГАТКА МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 5 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Себер Саргаткаһы а. (Омск өлк.) янында Иртыш й. буйындағы ҡәберлек исеме б‑са аталаған. Саргатка мәҙәни-тарихи берлегенә инә. С.м. көнбайышта Урал й. үрге ағымынан алып көнсығышта Иртыш й. тиклем таралған. Башҡортостанда...
САРҒАРЫ МӘҘӘНИӘТЕ
САРҒАРЫ МӘҘӘНИӘТЕ, Алексеевск-Сарғары мәҙәниәте, бронза быуаты аҙағы археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 13—8 бб. ҡарай. Жарай й. (Төньяҡ Ҡаҙағстан) буйындағы Сарғары ҡомартҡылар комплексы б‑са аталған. Башҡортостанда С.м. 10‑ға яҡын ҡомартҡыһы билдәле, улар Урал й. үрге ағымы басс. урынлашҡан (Маҡан I, Лайымбирҙе...
САРКИСОВ Александр Александрович
САРКИСОВ Александр Александрович (19.5.1936, Мәскәү ҡ. — 13.1.2019, Санкт Петербург ҡ.), конструктор. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). РФ-тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1959) 100-сө почта йәшнигенең Тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһында (Өфө ҡ.) конструктор,...
САРКИСОВ Александр Александрович
САРКИСОВ Александр Александрович (19.5.1936, Мәскәү ҡ. — 13.1.2019, Санкт Петербург ҡ.), конструктор. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). РФ-тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1959) 100-сө почта йәшнигенең Тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһында (Өфө ҡ.) конструктор,...
САРКОДЛЫЛАР
САРКОДЛЫЛАР (Sarcodina), саркомастигофорҙар тибының иң ябайҙар ярым тибы. 3 класы (тамыраяҡтар, нурҙар, ҡояштар), яҡынса 10 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле организмдар. Тән формаһы үҙгәреүсән, мембрана м‑н ҡапланған, күп төрҙәренең ҡабырсағы...
САРКОМАСТИГОФОРҘАР
САРКОМАСТИГОФОРҘАР (Sarcomastigophora), иң ябайҙар тибы. 3 ярым тибы (ҡамсылылар, опалиналар, саркодлылар), яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 50‑нән ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле колониаль организмдар. Кәүҙә формаһы төрлө: даими (күпселек ҡамсылыларҙа), даими булмаған...
САРЛАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
САРЛАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 574 кеше; 1920 – 700; 1939 – 748; 1959 – 688; 1989 – 538; 2002 – 599 кеше. Мариҙар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...
САРЛАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл
САРЛАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 214 кеше. Башҡорттар йәшәй.
Ауылға 1979 й. Новостроенный ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 80‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.
Тәрж....
САРЛАҠТАР
САРЛАҠТАР (Laridae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 88 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 13 төрө бар. С. күпселеге (көмөш аҡсарлаҡ, аҡ ҡанатлы сарлаҡ, йылға сарлағы һ.б.) — күсәр, ҡайһы бер төрҙәре (ғәҙәти моёвка һ.б.) — күсеп йөрөүсе ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 22—60 см, ауырлығы...
САРМАТ МӘҘӘНИӘТЕ
САРМАТ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4 б. —б.э. 4 б. ҡарай. Иртә Сармат (Прохоровка; б.э.т. 4 б. аҙ. — 2 б.), урта Сармат (Суслов; б.э.т. 1 б. — б.э. 1 б.) һәм һуң Сармат (б.э. 2—4 бб.) мәҙәниәттәренә бүленә. Түб. Волга буйы һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында б.э.т. 4 б. — б.э....
САРМАТТАР
САРМАТТАР, б.э.т. 4 б. — б.э. 4 б. күсмә һинд‑иран ҡәбиләләре. Антик авторҙар (Геродот, Полибий, Псевдо‑Гиппократ, Полиен, Страбон, Тацит һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. Формалашыу өлкәһе Урал‑Волга буйы далалары булыуы ихтимал. С. үҫештең төрлө осорҙарында сығышы, теле б‑са халыҡтың төрлө төркөмдәрен...
САРУА КҮЛЕ
САРУА КҮЛЕ, Һалдыбаш й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Саруа а. ситендә ята. Убылған карст соҡороноң ауыш каналы төбөндә (Сауыллы й. ҡоя) урынлашҡан воклюз тибындағы һыу сығанағынан барлыҡҡа килгән. Аҫҡы пермдең һаҡмар һәм әртә ярустары тоҡомдарында формалашҡан; соҡоро һуҙылған,...