Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САТЫР ҺЫМАҠТАР

САТЫР ҺЫМАҠТАР, с е л ь д е р е й һ ы м а ҡ т а р (Umbelliferae, йәки Apiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 300 заты, 3000‑дән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Бөтә ағзаларында ла эфир майҙары юлдары булған үлән, һирәгерәк ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған...

САТЫРТАУ

САТЫРТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 266 м. Түбәһе яҫы, битләүҙәре текә. Өҫкө пермдең ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, мергелдәренән, эзбизташтарынан тора....

САУҘА

САУҘА, алыш‑биреш юлы м‑н тормошҡа ашырылған тауар әйләнеше формаһы, иҡтисад тармағы. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, эске һәм тышҡы сауҙа, ойоштороу формаһы б‑са аукцион, биржа, комиссия, тауар ебәреү һәм башҡа С. айырыла. Боронғо ваҡытта С. урынын алмашыу алып тора: күршеләр, игенселек һәм һыйырсылыҡ...

САУҘА МӘКТӘБЕ

САУҘА МӘКТӘБЕ, башланғыс проф. уҡыу йорто. 1909 й. 6 сент. Коммерция уҡыу йорттары т‑дағы положениеға ярашлы (1896) Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәте тарафынан Өфөлә асыла. Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәте, Өфө губерна земствоһы һәм айырым кешеләр аҡсаһына...

САУҘА-ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ

САУҘА‑ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ, 1972 й. совет сауҙаһы техникумы булараҡ асыла, 1992 й. алып сауҙа- коммерция техникумы, 1993 й. Өфө сауҙа‑иҡт. колледжы. Нефтекама ҡ. филиалы (2001 й. асылған) бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ҡунаҡхана сервисы, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, коммерция, маркетинг,...

САУҘА-СӘНӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫ

САУҘА‑СӘНӘҒӘТ ПАЛАТАҺЫ, БР‑ҙың дәүләт ҡарамағында булмаған коммерциялашмаған ойошмаһы, БР иҡтисадын, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген һ.б. үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында булдырыла. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. алып эшләй. Составына йәмәғәт бәйләнештәре һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү, мәғлүмәт- аналитик, халыҡ‑ара...

САУҘАГӘРҘӘР

САУҘАГӘРҘӘР, башлыса сауҙа өлкәһендә эшҡыуарлыҡ м‑н шөғөлләнгән соц. ҡатлам. С. барлыҡҡа килеүе һәм ойошоуы ҡалалар һәм өлкә‑ара эске сауҙа үҫешенә бәйле. Рәсәйҙә 10 б. алып билдәле, 1775 й. Манифест һәм 1785 й. Ҡалаларға жалованный грамота м‑н закон йәһәтенән нығытылған, шәхси һәм хужалыҡ итеү өҫтөнлөктәренән...

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ, һуң неолит— энеолит дәүеренә ҡараған археологик ҡомартҡылар. Краснокама р‑ны Сауыҙ а. көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Сауыҙ күле буйында урынлашҡандар. 1954 й. И.К.Голунова һәм В.И.Забелина тарафынан асыла, 1955—56 йй. О.Н.Бадер, 1962—63 йй. Г.Н.Матюшин, 1980—81 йй. А.А.Выборнов, Г.Т.Обыдённова,...

САУЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл

САУЫҘ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Сауыҙбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 65 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 751 кеше; 1920 — 930; 1939 — 829; 1959 — 936; 1989 — 176; 2002 — 184; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

САУЫҘБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл

САУЫҘБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Сауыҙбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 700 кеше; 1920 — 864; 1939 — 666; 1959 — 742; 1989 — 430; 2002 — 451; 2010 — 454 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

САФ АҒАЛТЫН

САФ АҒАЛТЫН, п л а т и н а, саф элементтар класы минералы, Pt. Составында тимер, баҡыр, никель, иридий, родий, рутений, палладий, осмий, алтын һ.б. ҡушылмалар бар. Төрҙәре: поликсен, ферроплатина, иридийлы ағалтын, палладийлы ағалтын һ.б. Куб сингонияһында кристаллана, бөртөктәр, тәңкәләр, конкрециялар,...

САФ АЛТЫН

САФ АЛТЫН, саф элементтар класы минералы, Au. Көмөш менән (43%‑ҡа тиклем) тәбиғи иретмә рәүешендә осрай. Составында баҡыр, тимер, ҡурғаш, һирәк осраҡта висмут, терегөмөш, ағалтын, марганец һ.б. ҡушылмалар бар. 43%‑ҡа тиклем родий (родит), 20%‑ҡа тиклем баҡыр (купроаурит), 4%‑ҡа тиклем висмут (висмутаурит),...

САФ БАҠЫР

САФ БАҠЫР, саф элементтар класы минералы, Cu. Составында алтын, көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар бар. Куб һәм додекаэдр рәүешендә кристаллана. Агрегаттары епкә оҡшаш, тимерсыбыҡлы, мүк кеүек; бүленде формалары: онтаҡ, конкрециялар, дендриттар, ярыҡтарҙы тултырыу фигуралары. Төҫө алһыу, һоро һәм сыбар йүгергән...

САФ КӨКӨРТ

САФ КӨКӨРТ, саф элементтар класы минералы, S. Составында селен һәм теллур ҡушылмалары бар. Агрегаттары бөртөклө, бөрө һымаҡ, онтаҡ, сталактиттар һәм сталагмиттар. Төҫө һары, ҡыҙғылт, һоронан ҡараға тиклем; ялтырауығы ыҫмалалынан алып майлыға тиклем. Ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2080 кг/м3. С.к. вулкан лаваларынан,...

САФ МЕНГЕ ТОҠОМ

САФ МЕНГЕ ТОҠОМ а т т а р ы. 17 б. аҙ. — 18 б. башында Бөйөк Британияла көнсығыш тоҡомло иң яҡшы айғырҙар м‑н урындағы менге һәм көнсығыш тоҡомло бейәләрҙе ҡасырып, тоҡом яңыртыу ысулы ярҙамында сығарылған. Таҙа тоҡом ысулы м‑н камиллаштырылған. Донъя фондында 20 нәҫел ебе бар. Рәсәйгә 18 б. аҙ. индерелгән....

САФ ТИМЕР

САФ ТИМЕР, саф элементтар класы минералы, Fe. Никель м‑н тәбиғи иретмәләр рәүешендә осрай. Составында баҡыр, кобальт, марганец, саф ағалтын ҡушылмалары бар. Табыу шарттарына ҡарап теллурлы (ерҙәге) һәм метеоритлы (йыһандағы) С.т. айырыла. Теллурлы С.т. куб сингонияһында кристаллана, кристалдары һирәк....

САФ ТИМЕР

САФ ТИМЕР, саф элементтар класы минералы, Fe. Никель менән тәбиғи иретмәләр рәүешендә осрай. Составында баҡыр, кобальт, марганец, саф ағалтын ҡушылмалары бар. Табыу шарттарына ҡарап теллурлы (ерҙәге) һәм метеоритлы (йыһандағы) С.т. айырыла. Теллурлы С.т. куб сингонияһында кристаллана, кристалдары һирәк....

САФАКҮЛ РАЙОНЫ

САФАКҮЛ РАЙОНЫ, Ҡурған өлкәһенең көньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. 1941 й. Силәбе өлкәһе терр‑яһында ойошторолған, 1943 й. 6 февр. алып Ҡурған өлк. составына ингән. Майҙаны — 2280 км2. Адм. үҙәге — Сафакүл ауылы. Районда 13 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 15,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. 43%...

САФАР, Миәкә р‑нындағы ауыл

САФАР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 361 кеше; 1920 — 471; 1939 — 388; 1959 — 411; 1989 — 309; 2002 — 339; 2010 — 288 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

САФАР, Шишмә р‑нындағы ауыл

CАФАР, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сафар а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2484 кеше; 1920 — 3510; 1939 — 2298; 1959 — 1523; 1989 — 975; 2002 — 991; 2010 — 991 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Шишмә...