Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АГАПЧЕВ Владимир Иванович

АГАПЧЕВ Владимир Иванович (7.6.1944, Өфө — 14.9.2007, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм-ре (2005), БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1998), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1988 й. алып...

АГАРКОВ Алексей Григорьевич

АГАРКОВ Алексей Григорьевич (17.7.1939, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Яңы Васильевка а. — 13.6.2002, Баулы ҡ.), нефтсе. 1960—68 йй. һәм 1970—2002 йй. “Бавлынефть” НГДУ‑һында эшләй, 1968—70 йй. “Осинскнефть” НГДУ‑һы мастеры. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1987), М.Йәлил исемендәге премия (1978) лауреаты. Хеҙмәт...

АГАРОНОВ (Агоронян) Ашот Моисеевич

АГАРОНОВ (Агоронян) Ашот Моисеевич (4.11.1895, Тифлис ҡ. — 21.8.1962, Бразилия, Ереван ҡ. ерләнгән), акушер-гинеколог. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1935). БАССР‑ҙың (1945), Әрмән ССР‑ының (1961) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Киев университетын тамамлаған (1918). БДМИ‑ның акушерлыҡ һәм гинекология...

АГАШКОВА (Агашкова-Коренева) Ирина Георгиевна

АГАШКОВА (Агашкова-Коренева) Ирина Георгиевна (29.9.1962, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2005) һәм атҡ. (1995) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; А.К.Лощенков, П.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актрисаһы. Лирик-драматик пландағы актриса. Актрисаға...

АГГЛЮТИНАТИВ ТЕЛДӘР

АГГЛЮТИНАТИВ ТЕЛДӘР, телдәрҙең типологик классификацияһы (ҡара: Телдәр классификацияһы) буйынса, һүҙ яһалышы (ҡара: Һүҙьяһалыш) һәм һүҙ үҙгәреше агглютинация юлы менән башҡарылған телдәр класы. А.т. монгол телдәре, тунгус‑манжур телдәре, төрки телдәр, фин‑уғыр телдәре, дравид, шулай уҡ, ҡайһы бер тел...

АГГЛЮТИНАЦИЯ

АГГЛЮТИНАЦИЯ (лат. agglutinatio — йәбештереү), лингвистикала, күпселек осраҡта тотороҡло өн составын һаҡлап ҡалған нигеҙгә йәки тамырға билдәле тәртиптә бер мәғәнәле стандарт аффикстар ҡушылып, яңы һүҙ (ҡара: Һүҙьяһалыш) һәм грамматик формалар яһалыу ысулы. Мәҫәлән, башҡорт телендә күплек формаһындағы...

АГЕЕВ Әнүәр Ғабдулла улы

АГЕЕВ Әнүәр Ғабдулла улы (14.7.1947, Коми АССР‑ының Ижма ҡсб), тренер. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992), бөтә Рәсәй категориялы судья (2020). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2008), РФ‑тың физик культура отличнигы (1998). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура...

АГИБАЛОВ Валерий Михайлович

АГИБАЛОВ Валерий Михайлович (6.3.1951, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). “Локомотив” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Б.М.Мосиевич).1970 й. алып Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, 1973—81 йй. “Спартак” ДСО‑һы өсөн сығыш...

АГИДЕЛЬ, ҡарабойҙай сорты

АГИДЕЛЬ, ҡарабойҙай сорты. 1997 й. А.М.Сабитов, Н.И.Колюкаева, Ф.Ф.Мәғәфүрова, Н.Б.Сабитова (БНИИСХ) тарафынан Татарстан а.х. ҒТИ‑ның коллекция өлгөләрен ҡулланып барлыҡҡа килтерелгән гибрид популяцияһынан эре бөртөклө, йығылыуға сыҙамлы биотиптарҙы, Уфимская һәм Чишминская сорттарын күп тапҡыр күпләп...

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы

АГИШ (Агишев) Сәғит Ишмөхәмәт улы [25.12.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫәнгилде а. (Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) — 21.5.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә, К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тында (1932—34) уҡыған. 1925—51 йй. журналист, пед. уч‑щелары...

АГНОСТИЦИЗМ

АГНОСТИЦИЗМ (гр. agnostos — танып белеп булмаған), ысынбарлыҡты һәм хәҡиҡәтте танып белеү мөмкинлеген инҡар иткән фәлсәфәүи тәғлимәт. А. идеяларын софистар, скептиктар һәм неоплатониктар алға һөргән. Классик А. Дж.Беркли, Д.Юм һәм И.Кант хеҙмәттәрендә сағылдырыла. А. донъяның бөтмәҫ, сикһеҙ һәм үҙгәреүсән...

АГРАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ҮҘӘГЕ

АГРАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ҮҘӘГЕ, БР‑ҙың автоном дәүләт ғилми учреждениеһы, 2016 й. алып БР‑ҙың Стратегик тикшеренеүҙәр ин-ты (ҡара: Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты) составына инә. 2009 й. Өфөлә БР ФА‑ның А.х. культураларын селекциялау үҙәге (2004 й. нигеҙ һалына) һәм БР ФА‑ның Бал ҡорттарын...

АГРАР УНИВЕРСИТЕТ

АГРАР УНИВЕРСИТЕТ. 1930 й. Өфөлә Башҡ-н а.х. ин-ты булараҡ нигеҙ һалына. 1941—43 йй. Өфө р-ны Миловка а. урынлашҡан. 1993 й. алып Башҡорт дәүләт аграр университеты. Ун-т составы: 9 ф-т (агрономия, аҙыҡ технологияһы, а.х. механизациялау, биол.-технология, ветеринария, ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы,...

АГРАР ХОҠУҠ

АГРАР ХОҠУҠ, а.х. продукцияһын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу, аграр өлкәлә идара итеү, ауылдың соц. проблемаларын хәл итеү б‑са ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе комплекслы хоҡуҡ тармағы. А.х. мөнәсәбәттәре а.х. етештереүе өлкәһендә барлыҡҡа килгән ер, мөлкәт, хеҙмәт, финанс, ойоштороу‑идара итеү мөнәсәбәттәренең...

АГРЕГАТЛАУ

АГРЕГАТЛАУ (лат. aggrego — беркетәм), комплекслы ҡулланыу өсөн бер-береһен тулыһынса йәки өлөшләтә алмаштыра алған үҙ аллы берәмектәрҙән йәки бер нисә машинанан агрегат төҙөү. А. принцибы б‑са БР‑ҙа 1960—95 йй. станок агрегаттары һәм агрегат тибындағы станоктар (Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы),...

АГРО...

АГРО... (гр. agros — баҫыу), ҡушма һүҙҙәрҙең “агрономик”, “агрономия” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., агрономия, агротехника, агрохимия). Тәрж. Р.М.Шәрипова

АГРОКЛИМАТОЛОГИЯ

АГРОКЛИМАТОЛОГИЯ (агро... һәм климатология), агрометеорологияның климатты а.х. факторы булараҡ өйрәнеүсе бүлеге. А. төп бурыстары: а.х. культураларының үҫеү, үҫешеү һәм уңыш биреүенең төп климатик факторҙарға бәйлелеген характерлаусы агроклиматик күрһәткестәрен билдәләү; климатты баһалау һәм терр‑яларҙы...

АГРОМЕТЕОРОЛОГИЯ

АГРОМЕТЕОРОЛОГИЯ (агро... һәм метеорология), метеорологияның метеорологик, климатик һәм гидрологик шарттарҙы а.х. объекттары һәм процестары м‑н үҙ‑ара йоғонтола өйрәнеүсе бүлеге. А. төп маҡсаты: ауыл хужалығын агрометеорологик мәғлүмәт м‑н ваҡытында тәьмин итеү, агрометеорологик прогноз, насар һауа...

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР

АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР, минераль ашламалар сифатында йәки улар өсөн сеймал итеп ҡулланылған һәм составында фосфор (апатиттар, фосфориттар), калий (глауконит, карналлит, сильвин), азот (тәбиғи калий һәм натрий селитралары) булған тау тоҡомдары һәм минералдар. Шулай уҡ төп тәғәйенләнешле булмаған ашламаларға...

АГРОНОМИЯ

АГРОНОМИЯ (агро... һәм гр. nomos — ҡанун), а.х. культураларын үҫтереү, тупраҡтың уңдырышлылығын һәм уңыш биреүсәнлеген күтәреү, ауыл хужалығы ерҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. А. игенселек, агрохимия, үҫемлекселек, селекция, орлоҡсолоҡ, фитопатология, энтомологияны һ.б....