Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘМСИТОВА Луиза Хәмзә ҡыҙы

СӘМСИТОВА Луиза Хәмзә ҡыҙы (14.2.1973, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Әшәй а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2015). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 2000 й. алып БДПУ‑ла эшләй: 2007 й. башлап башҡ. теле каф. мөдире, 2012 й. — башҡ. филол. ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре грамматика,...

СӘНӘҒӘТ

СӘНӘҒӘТ, йәмғиәттең етештереүсе көстәренең иҡт. үҫеше кимәленә хәлиткес йоғонто яһаған иҡтисад тармағы; предприятиелар йыйылмаһы. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенән тора. 18 б. башында Башҡортостанда тәбиғәт ресурстарын сәнәғәт үҙләштереүе башлана, тәүге тау з‑дтары төҙөлә...

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ, катализды химия, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә ҡулланыу. Донъя производствоһының дөйөм күләмендә барлыҡ продукцияның яҡынса 18%‑ын тәшкил иткән 300‑ҙән ашыу (дөйөм һандың 80—90%‑ы) каталитик процесс файҙаланыла. Органик булмаған синтезда — көкөрт кислотаһы, азот кислотаһы...

СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ

 СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ, производство йәки хеҙмәт итеү барышында барлыҡҡа килгән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ, ҡулланыу үҙенсәлектәрен бөтөнләй йәки бер аҙ юғалтҡан материалдар, матдәләр, изделиелар. Агрегат хәле б‑са газ (ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Аэрозолдәр), шыйыҡ (ҡара: Ағынты һыуҙар), ҡаты (онтаҡтар,...

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ, эсендә бирелгән йылылыҡ режимын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, сикләнгән арауыҡ рәүешендәге йылытыу камераһы булған ҡоролма. Йылылыҡ энергияһы сығанағы б‑са — яғыулыҡ (башлыса газ йәки шыйыҡ яғыулыҡ файҙаланыла) һәм электр (электр энергияһы ҡаршылыҡлы, индукциялы, дуғалы һәм электрон‑нурлы...

СӘНӘҒӘТ ТАШЛАНДЫҠТАРЫ

СӘНӘҒӘТ ТАШЛАНДЫҠТАРЫ, етештереү йәки хеҙмәт итеү барышында барлыҡҡа килгән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ, ҡулланыу үҙенсәлектәрен бөтөнләй йәки бер аҙ юғалтҡан материалдар, матдәләр, изделиелар. Агрегат хәле б‑са газ (ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Аэрозолдәр), шыйыҡ (ҡара: Ағынтыһыуҙар), ҡаты (онтаҡтар,...

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ, производство биналарын һәм ҡоролмаларын төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонтлау, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау эштәрен башҡарған төҙөлөш тармағы. Ауыр сәнәғәт (электр станциялары, күмер шахталары һ.б.) һәм еңел сәнәғәт пр‑тиеларын төҙөү айырыла. Матди сығымдарҙы ҡыҫҡартыу өсөн объекттарҙы,...

СӘНӘҒӘТ УЗЕЛЫ

СӘНӘҒӘТ УЗЕЛЫ, транспорт йәһәтенән һәм географик урынлашыуы уртаҡ, халыҡ йәшәгән урындары билдәле бер системала булған һәм үҙ‑ара производство бәйләнештәре м‑н берләшкән сәнәғәт пр‑тиелары төркөмө. С.у. бер ҡала эсендә булыуы мөмкин (моноцентрик), ләкин йышыраҡ эргәһендәге торама пункттар м‑н бергә...

СӘНӘҒӘТСЕЛӘР ҺӘМ ЭШҠЫУАРҘАР (ЭШ БИРЕҮСЕЛӘР) СОЮЗЫ

СӘНӘҒӘТСЕЛӘР ҺӘМ ЭШҠЫУАРҘАР (ЭШ БИРЕҮСЕЛӘР) СОЮЗЫ, БР‑ҙа сәнәғәтселәргә һәм эшҡыуарҙарға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй. Союз составында 200‑ҙән ашыу пр‑тие, коммерция фирмалары, БР‑ҙың төрлө сәнәғәт тармаҡтарында эшләгән шәхси...

СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ

СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ, 1968 й. Өфө дәүләт сәнғәт ин‑ты булараҡ асыла, 2003 й. алып З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Академия составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы, театр, һынлы сәнғәт инә. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр квалификацияһы...

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ, с ә н ғ ә т ф ә н е, йәмғиәттең тотош художество мәҙәниәтен, сәнғәтте һәм уның айырым төрҙәрен, уларҙың барлыҡҡа килеүен, үҫешен, художестволы әҫәрҙең эстәлеген һәм формаларын өйрәнгән фәндәр (әҙәбиәт ғилеме, музыка ғилеме, театр ғилеме, кино ғилеме һ.б.) комплексы; тарыраҡ һәм йышыраҡ...

СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ

СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ, З а һ и р И с м ә ғ и л е в  и с е м е н д ә г е  Ө ф ө  д ә ү л ә т  с ә н ғ ә т  и н с т и т у т ы, 1968 й. асыла (2003—15 йй. академия). 2003 й. З.Ғ.Исмәғилев исеме бирелә. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Институт составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы,...

СӘНҒӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ

СӘНҒӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1922 й. Башҡ. музыка техникумы булараҡ асыла, 1926 й. алып Башҡ. сәнғәт техникумы, 1936 й. 2 үҙ аллы уҡыу йортона үҙгәртелә: Башҡ. музыка һәм Башҡ. театр‑художество (1941—45 йй. эшләмәй) уч‑щелары, 1960 й. улар берләштерелгәндән һуң — Өфө С.у., 2012 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһы (колледж)....

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР, с у с ҡ а с е л ә ү с е н д ә р е, а к а н т о ц е ф а л д а р (Acanthocephales), умыртҡаһыҙҙар тибы. Сусҡа селәүсендәре класына ҡараған яҡынса 500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 14 төрө табылған. С.с. — паразиттар. Кәүҙәһе муҡса рәүешле, оҙонлоғо 0,5—65 см. Кутикулаһы...

СӘҢГЕЛДӘК

СӘҢГЕЛДӘК, б и ш е к, күсермәле йәки аҫылмалы балалар карауаты. С. эшләү өсөн башҡорттар йүкә, муйыл, ҡайын, миләш ағастарын файҙаланған. Тегеү һәм биҙәү материалы итеп ат ҡылын һәм киндер еп ҡулланғандар. Бигерәк тә аҫылмалы ағас С. таралыу алған: тура мөйөшлө ҡыҫанды киндер туҡыма м‑н тарттырғандар...

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР (Charadriiformes), ҡоштар отряды. 11 ғаиләһе, 300‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда беҙсуҡыштар, сарлаҡтар, сипылдаҡтар, сәпсәүҙәр, төн сәпсәүҙәре, һаралйындар ғаиләһенә ҡараған 50 төрө осрай. Ваҡ (ваҡ тәтелдәүек, кәүҙә оҙонлоғо 15 см, ауырлығы 30—50 г) һәм уртаса (ҙур ҡарабаш сарлаҡ,...

СӘПСӘҮҘӘР

СӘПСӘҮҘӘР (Charadriidae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 70 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 14—30 см, ауырлығы 30—270 г. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, төҫө төрлө: һорғолт көрән, муйынында һәм маңлайында арҡыры ҡара һыҙаты...

СӘПСЕКТӘР

СӘПСЕКТӘР (Motacillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 50 төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 9 төр, уларҙың 7‑һе оя ҡора (аҡ сәпсек, урман деүете, һарыбаш сәпсек һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—23 см, ауырлығы 20—30 г. Ҡауырһын ҡапламы...

СӘРМӘСӘН, йылға

СӘРМӘСӘН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Сәрмәсән а. көньяҡҡа табан 1 км, Асылыкүлдән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүенән башлана. Бәләбәй, Бүздәк, Благовар, Кушнаренко р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм...

СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы

СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы (4.7.1954, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Лаяшты а.), радиожурналист. РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) “Заветы Ильича” (“Ильич васыяттары”; ҡара: “Панорама”) гәз. хеҙм‑ре, 1979 й. башлап “Башҡортостан”...