Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘФӘРОВ Марс Ғиләж улы

СӘФӘРОВ Марс Ғиләж улы (18.4. 1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Айҙарәле а.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1979), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1986), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ уҡыта. 1980 й. алып БДУ‑ла (2006 й. тиклем...

СӘФӘРОВ Тәүис Әғләм улы

СӘФӘРОВ Тәүис Әғләм улы (19.8.1937, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Илек а. — 7.10.2008, Өфө), иҡтисадсы. Тарих ф. канд. (1981), иҡт. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Кушнаренко һәм Саҡмағош р‑ндарында мәктәп дир. булып эшләй. 1967 й. алып ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре,...

СӘФӘРОВТАР

СӘФӘРОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Шәмшәҙе улусы Мәҫкәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) башҡорттары. Билдәлеләре: Әбделвәхит Йәғәфәр улы С. (1764—1848), йорт старшинаһы. Уның улдары: Әбделхәким Әбделвәхит улы С. (1795— 1857), поход старшинаһы; Әбделбасир Әбделвәхит улы С. (1800—39), зауряд‑яҫауыл...

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы (9.12.1955, Өфө ҡ.), лётчик, генерал‑майор (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005). Афғанстандағы (1983—84), Тажикстандағы (1994), Төньяҡ Кавказдағы (1996—2002) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын...

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы (9.12.1955, Өфө ҡ.), лётчик, генерал‑майор (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005). Афғанстандағы (1983—84), Тажикстандағы (1994), Төньяҡ Кавказдағы (1996—2002) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын...

СӘХӘБЕТДИНОВ Эдуард Радик улы

СӘХӘБЕТДИНОВ Эдуард Радик улы (11.6.1982, Өфө), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡ. физик культура ин‑тын (2006), БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тын (2007) тамамлаған. “Өфөлө” ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Ю.Мазов). Чехияла (Хомутов ҡ., 1998) һәм Португалияла (2001)...

СӘХӘҮЕТДИНОВ Барый Мөхәмәт улы

СӘХӘҮЕТДИНОВ Барый Мөхәмәт улы [27.3.1900, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 7.5.1969, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1937), проф. (1960). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1925). 1920 й. алып Дыуан‑Ҡошсо кантонының ер идаралығы...

СӘХӘҮЕТДИНОВ Венер Гәзиз улы

СӘХӘҮЕТДИНОВ Венер Гәзиз улы (1.1.1939, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Кинйәбай а. — 6.1.2019, Өфө, БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Томансы а. ерләнгән), хирург. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1997), мед. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). РФ‑тың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1994), РФ‑тың һаулыҡ...

СӘХӘҮЕТДИНОВА Гөлнар Морат ҡыҙы

СӘХӘҮЕТДИНОВА Гөлнар Морат ҡыҙы (19.8.1962, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Химия ин‑тында, 1996 й. алып БР ФА‑ла эшләй; 2007 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге кардиология һәм мед. генетикаһы проблемаларына арналған. С. тарафынан БР ауыл халҡының гипертония...

СӘХӘҮЕТДИНОВА Мәстүрә Низам ҡыҙы

СӘХӘҮЕТДИНОВА Мәстүрә Низам ҡыҙы [7.1.1903, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 2.3.1996, Өфө], инженер‑архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1993). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1936). В.В.Куйбышев ис. РККА Хәрби инженерҙар акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1936) “Башпроект” проекттар...

СӘХӘҮЕТДИНОВА Руза Хәйҙәр ҡыҙы

СӘХӘҮЕТДИНОВА Руза Хәйҙәр ҡыҙы (23.6.1937, Сталинабад), композитор. РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). Композиторҙар союзы ағзаһы (1991). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1971; М.К.Мөхәмәтшина класы) 45‑се урта мәктәптә, 1973 й. алып 100‑сө урта...

СӘХИПОВА Земфира Ғизетдин ҡыҙы

СӘХИПОВА Земфира Ғизетдин ҡыҙы (13.4.1940, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1971). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1990), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ишембай р‑нының...

СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛГӘН ӘҪӘР

СӘХНӘЛӘШТЕРЕЛГӘН ӘҪӘР, театр постановкаһы өсөн автор йәки башҡа кеше тарафынан үҙгәртелгән проза йәки поэзия әҫәре. С.ә. оригиналдан ныҡ айырылһа, ул ошо әҫәр мотивы б‑са яҙылған үҙ аллы пьеса булып һанала. Башҡ. театр сәнғәтендә Ш.Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы б‑са яҙылған ш. уҡ ис. спектакль тәүге С.ә....

СВЕРДЛОВ Яков Михайлович

СВЕРДЛОВ Яков Михайлович [Янкель Мовшевич; 23.5. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 4.6.) 1885, Түб. Новгород ҡ. — 16.3.1919, Мәскәү], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. 1901—05 йй. Түб. Новгород, Кострома, Ярославль, Ҡазан ҡҡ. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. 1901—17 йй. бер нисә тапҡыр...

СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕ

СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. БР, Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Төмән өлкәһе, Коми Респ. һәм Пермь крайы м‑н сиктәш. Үҙәге — Екатеринбург ҡ. (1924—91 йй. — Свердловск ҡ.). 1934 й. 17 ғин. Урал өлкәһен бүлгәндә ойошторолған. Составында 68 ҡала округы, 5 район, 47 ҡала, 27 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал...

СВЕРЦИЯ

СВЕРЦИЯ, т р и п у т н и к (Swertia), бабасырутыһымаҡтарғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле; Евразия, Көнсығыш Африка һәм Төньяҡ Американың Тымыҡ океан яры тауҙарында таралған. Башҡортостанда тупаҡ С. үҫә. Күтәрелеп үҫкән тамырһабаҡлы күп йыллыҡүлән. Һабағы төҙ, ябай, һирәгерәк өҫкөөлөшөндә...

СВЕТКИН Юрий Владимирович

СВЕТКИН Юрий Владимирович (9.12.1920, Аткарск ҡ. — 23.8.1988, Днепропетровск ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1968), проф. (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кишинёв ун‑тын тамамлаған (1951). 1960 й. алып БДУ‑ла эшләй: органик химия каф. ойоштороусы һәм уның мөдире (1961 й. тиклем һәм 1965— 75 йй.),...

СВЕТЛЫЙ, күл‑һаҙлыҡ комплексы

СВЕТЛЫЙ, Тере Танып й. басс. күл- һаҙлыҡ комплексы. Ҡалтасы р‑ны Надеждин а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡтар, дөйөм майҙаны 219,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,32 м, иң ҡалыны — 4,2 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1226,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Күлдән шишмә ағып...

СВЕШНИКОВ Михаил Иванович

СВЕШНИКОВ Михаил Иванович (1873—?), Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Троицк өйәҙе казактарынан. Мәхәллә училищеһын тамамлаған. Шул уҡ өйәҙҙең Бобровка ҡасабаһы атаманы. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. Станицаның почётлы судьяһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Тәрж. М.Х.Хужин...