Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЕФЕРОВА Ева Павловна (Богосовна)

СЕФЕРОВА Ева Павловна (Богосовна; 25.1.1891, Симферополь ҡ. — 27.3.1968, Өфө), пианист, педагог. Петроград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1914; В.Н.Дроздов класы) 1944 й. тиклем Симферополдә: яңғыҙ концерттар м‑н сығыш яһаған, музыка уч‑щеһында эшләгән. 1945—67 йй. — Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1946—65...

СЕЯНЕЦ ТИТОВКИ

СЕЯНЕЦ ТИТОВКИ, алмағас сорты. 1928 й. Топорнин тәж.‑помология пунктында (ҡара: Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге) В.П.Стреляев тарафынан сығарыла. Уртаса бейеклектәге, тиҙ үҫеүсән, һирәк пирамидаль сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса, төҙ, асыҡ көрән төҫтә. Япрағы эре, оҙонса,...

СИБАЕВ Вәзир Мәсғүт улы

СИБАЕВ Вәзир Мәсғүт улы (4.11. 1958, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) ӨМЭПБ мед.-санитария бүлегенең 13‑сө ҡала дауаханаһында эшләй, 2000 й. алып БДМУ‑ның өҫтәмә проф. белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙары диагностикаһында...

СИБАЕВ Шаһиәхмәт Утарбай улы

СИБАЕВ Шаһиәхмәт (Шәйәхмәт) Утарбай улы (1821, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Сибай а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а., — ?), кантон башлығы, шағир‑импровизатор. Зауряд‑сотник (1857). 1852 й. алып 7‑се башҡ. кантонында йорт старшинаһы, 1853 й. — Һырдаръя нығытмалы сик һыҙығында хеҙмәт...

СИБАЙ “ТӘҠҮӘ” ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

СИБАЙ “ТӘҠҮӘ” ЙӘМИҒ МӘ- СЕТЕ, 1996 й. Сибай ҡ. Мосолман дини ойошмаһы инициативаһы м‑н айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. 2006 й. “Тәҡүә” (ғәр. — диндарлыҡ, дингә тоғролоҡ) исемен ала. БР Диниә назараты ҡарамағында. Мәсет (30х20х13 м) 2 ҡатлы, 4 яҡлы ҡыйыҡлы; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған....

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийы көнбайыш битләүенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 3 участканан, йәки ятҡылыҡтан тора (төньяҡтан көньяҡҡа табан): Иҫке Сибай (1913 й. һоро тимер мәғдәне ер өҫтөнә сығып ятҡан урында асыла), Яңы Сибай (1939) һәм Һуҡыр ятыш (1952). Ятҡылыҡ риолит‑базальт...

СИБАЙ БАЛАЛАР АҘЫҒЫ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

СИБАЙ БАЛАЛАР АҘЫҒЫ ҺӨТ- КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, “С и б а й к о н с е р в м о л о к о”, балалар аҙығы, киптерелгән һөт һәм сыворотка, натрий казеинаты, аҡ май һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1979 й. нигеҙ һалына, 1984 й. сафҡа индерелә, 1985 й. пр‑тие составына Сибай май- сыр комб‑ты (1962 й. нигеҙ һалына) инә;...

СИБАЙ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ

СИБАЙ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. 1931 й. Стәрлетамаҡ ҡ. 2‑се Респ. башҡ. проф. театры булараҡ ойошторола, 1932 й. алып Башҡ. район‑ара күсмә театры, ш. уҡ йылдан — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры, 1957 й. — Сибай дәүләт колхоз-совхоз башҡ. театры, 1961 й. — БАССР‑ҙың Сиҙәм театры, 1968 й. — Сибай ҡала башҡ....

СИБАЙ ИНСТИТУТЫ

СИБАЙ ИНСТИТУТЫ, 1998 й. БДПИ‑ның (1990 й. нигеҙләнгән) һәм БДУ‑ның (1993) Сибай филиалдарын берләштереү һөҙөмтәһендә асыла, 2009 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑ты (филиалы). Ин‑т (филиал) составында 5 ф‑т (тәбиғәт-математик, пед., технологик, иҡт., юридик) бар. Ғилми бүлеге, 3 китапханаһы, комплекслы музейы,...

СИБАЙ ИТ КОМБИНАТЫ

СИБАЙ ИТ КОМБИНАТЫ. 1969 й. нигеҙ һалына, 1975 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына ит‑май, колбаса, компрессор цехтары, һыуытҡыс (бөтәһенә лә 1975 й. нигеҙ һалына) ингән. 2004 й. 295 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса изделиелары, иретелгән май, ярым фабрикаттар,...

СИБАЙ КИРБЕС ЗАВОДЫ

СИБАЙ КИРБЕС ЗАВОДЫ. 1951 й. “Башмедьстрой” тресының Тимер- бетон изделиелар з‑ды составында миҙгелле кирбес цехы булараҡ нигеҙ һалына (7 ағас киптергесе һәм иҙәнгә ҡуйыла торған үртәү мейесе була, миҙгеленә 2,0 млн данаға тиклем кирбес етештергән), 1959 й. алып кирбес етештереү цехы (йыл әйләнәһенә...

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, Прохоровка (иртә Сармат) мәҙәниәте (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡылары. С.ҡ.I б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Сибай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡандар. 1965 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1995—96 йй. В.Н.Васильев тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—20...

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9, 1981 й. 9‑сы урта мәктәп булараҡ асыла, 1997 й. алып 9‑сы мәктәп‑лицей, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, күргәҙмә, лекция, бейеү, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, компьютер һәм мед. кабинеттары, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү, лицей тарихы һәм хәрби дан музейҙары, тиры, слесарлыҡ,...

СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Салауат мед. уч‑щеһының (ҡара: Салауат медицина колледжы) фельдшерлыҡ бүлеге базаһында мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә дауалау эше, акушерлыҡ эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, компьютер класы,...

СИБАЙ МУЗЕЙЫ

СИБАЙ МУЗЕЙЫ. 1969 й. ойошторола, 1991 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. — Сибай тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозицияһы 1995 й. асыла. Музей фондында 8 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 7 ырыуҙың ҡатын‑ҡыҙҙар кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме) коллекцияһы, нумизматик коллекция, 118 см оҙонлоҡтағы...

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1963 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластарҙа уҡытыу, мәктәпкәсә белем биреү, өҫтәмә белем биреү педагогикаһы, музыка белеме, ғәмәли информатика, физик культура б‑са алып барыла. Ағас эше һәм слесарлыҡ оҫтаханалары,...

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Баймаҡ тау‑механика техникумы филиалы булараҡ асыла, 1962 й. алып тау‑байыҡтырыу техникумы (1966 й. тиклем киске), 1994 й. — С.п.к., 2013 й. — Сибай сауҙа‑иҡт. колледжы м‑н ҡушылғандан һуң Сибай күп профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә мәғлүмәт эшкәртеүҙең...

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

СИБАЙ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1997 й. Сәнғәт училищеһы филиалы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙерге статусын ала. 2020 й. К.А.Вәлиев исеме бирелә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә актёрлыҡ сәнғәте, вокал сәнғәте, һынлы сәнғәт, музыкаль инструменттарҙа (халыҡ оркестры инструменттары, ҡыллы, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары,...

СИБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

СИБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урман м‑н файҙаланыуҙы көйләү эштәрен башҡарған. 1948 й. Ҡана, Күркәтау һәм Шанский урман пункттарын берләштергән Ҡананикольский урман хужалығы булараҡ нигеҙ һалына; 1978 й. алып С.у.с.х., 1998 й. башлап ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Ҡананикольский...

СИБАЙ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

СИБАЙ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 1993 й. ҡала филармонияһы булараҡ асыла, 1995 й. алып Башҡорт филармонияһы филиалы, 1998 й. башлап Сибай дәүләт филармонияһы, 2013 й. Сибай концерт‑театр берекмәһе составына инә. С.ф. тәүге ижади коллективы “Сибай” бейеү ансамбленән (етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы Г.В.Аҡназарова),...