Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИБАЙ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ

СИБАЙ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ. Сибай ҡ. урынлашҡан. Составына 2 элеватор (1957 й., 1974 й. асылған), складтар һ.б. инә. 5 магазины, икмәкханаһы, ашханаһы, фасовкалау цехы һ.б. бар. 2013 й. 203 кеше эшләгән. С.э. дөйөм һыйҙырышлығы — 220 мең т, механизацияланған 15 ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә100 т/сәғ. тиклем__иген...

СИБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

СИБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, электр энергияһын БР‑ҙың Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары ҡулланыусыларына, ш. иҫ. “Башмедь” ЯСЙ‑на, “Сибай элеваторы” ААЙ‑на, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалына ебәреүҙе тәьмин итә. Оператив‑диспетчерлыҡ хеҙмәте Сибай ҡ. урынлашҡан, район диспетчерлыҡ...

СИБАЙ, ҡала

СИБАЙ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 464 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарағайлы й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны —154 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 2,4;...

СИБАЙ”, халыҡ йыры

“СИБАЙ”, “С и б а й  к а н т о н”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Көйҙө тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г.Рыбаков Ырымбур губ. Орск өйәҙе 1‑се Этҡол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Б.Ғ.Юлыевтан яҙып ала һәм үҙенең “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтыра. Йырҙың варианттарын...

СИБӘҒӘТОВ Радик Ғәли улы

СИБӘҒӘТОВ Радик Ғәли улы (29.5. 1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. — 6.5.2005, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БР‑ҙың (1993) һәм ТР‑ҙың (2004) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Бөрө пед. ин‑тын (1958), Ленинград Юғары партия мәктәбен...

СИБӘҒӘТУЛЛИН Нур Ғасим улы

СИБӘҒӘТУЛЛИН Нур Ғасим улы (29.11.1953, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Суйынсы а.), кардиохирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2008). ТР‑ҙың атҡ. табибы (2013), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1977). 1978 й. алып — Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында (1982 й. башлап бүлек мөдире), 1985—2001...

СИБӘҘЕ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

СИБӘҘЕ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Асауҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Байман й. (Гәрә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 698; 1939 — 536; 1959 — 459; 1989 — 198; 2002 — 169; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар....

СИБИРЦЕВ Николай Михайлович

СИБИРЦЕВ Николай Михайлович (1.2.1860, Архангельск ҡ. — 20.7. 1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Воздвиженский а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Воздвиженка а.), тупраҡ белгесе. Проф. (1894). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1882). Фәнни һәм генетик тупраҡ ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. С. тарафынан В.В.Докучаев...

СИБИРЯК Сергей Владимирович

СИБИРЯК Сергей Владимирович (6.11.1955, Өфө — 26.6.2009, шунда уҡ), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы станцияһында эшләй, 1982 й. — Органик химия ин‑тының өлкән инженеры, 1984 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта, 1992 й. алып Бөтә Рәсәй...

СИГАЕВА Наталия Николаевна

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11. 1942, Томск өлк. Каргасок а.), химик. Химия ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән. 1976 й. алып БДУ‑ла (1981 й. башлап өлкән ғилми...

СИГАЕВА Наталия Николаевна

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11.1942, Томск өлкәһе Каргасок а. — 6.3.2021, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (2001), профессор (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән....

СИГЕҮ

СИГЕҮ (ҡайыу), кейемде һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡулдан (энә, һирәгерәк ырғаҡ м‑н) йәки машинала яһалған орнаменталь биҙәктәр (ҡара: Орнамент) м‑н биҙәү. Башҡорттарҙа С. — төрки‑ислам художество мәҙәниәтенә барып тоташҡан биҙәү- ҡулланма сәнғәтенең традицион төрө. Башҡортостандың бөтә терр‑яһында таралған...

СИДЕРАТТАР

СИДЕРАТТАР, с и д е р а л ь к у л ь т у р а л а р, йәшел ашлама өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. Сидерация өсөн башлыса ҡуҙаҡлы культуралар (клевер, ҡандала үләне, торна борсағы һ.б.; ҡара: Ҡуҙаҡлылар) үҫтерелә. Ғәҙәттә, С. үҫтерелгән участкала һөрөп күмдерәләр, һирәгерәк сабалар һәм башҡа баҫыуҙар өсөн...

СИДЕРАЦИЯ

СИДЕРАЦИЯ, тупраҡты органик матдә һәм азот м‑н байытыу өсөн ергә сидераттарҙың йәшел массаһын һөрөп күмдереү. Йәшел ашламаларҙы ҡулланғанда тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре яҡшыра, тупраҡтың биологик активлығы арта. Йәшел ашламаның һөҙөмтәлелеге тиреҫтекенә оҡшаған...

СИДЕРИТ, минерал

СИДЕРИТ, т и м е р ш п а т ы, карбонаттар класы минералы, FeCO3. Магнезит һәм родохрозит (MnCO3) изоморфик рәттәре м‑н өҙлөкһөҙ бәйләнгән, тулы булмаған FeCO3—CaCO3 рәтен барлыҡҡа килтерә. MgCO3 миҡдары б‑са — сидероплезит (30%‑ҡа тиклем), пистомезит (30—50%); марганец б‑са манганосидерит, олигонит...

СИДНЕВ Александр Валентинович

СИДНЕВ Александр Валентинович (11.1.1937, Һарытау ҡ. — 8.4.2016, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1985), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1960) Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш...

СИДОРЕНКО Александр Филиппович

СИДОРЕНКО Александр Филиппович (15.1.1915, Томск губ. Новосвободный ҡсб — 20.6.1982, Өфө), артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Халхин‑Гол й. буйындағы ҡораллы бәрелештә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Горький хәрби‑сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1945). Иркутск өлк. урман сәнәғәте...

СИДОРОВ Георгий Маркелович

СИДОРОВ Георгий Маркелович (21.1.1961, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Таштамаҡ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Өфө резина- техник изделиелар з‑дында эшләгән. 1989 й. һәм 2012 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р,...

СИДОРОВ Георгий Маркелович

СИДОРОВ Георгий Маркелович (21.1.1961, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Таштамаҡ а.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Өфө резина-техник изделиелар заводында эшләй. 1989 й. һәм 2012 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1992 й. алып өлкән...

СИДОРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл

СИДОРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үрге Ғәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 72 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 771 кеше; 1920 — 836; 1939 — 302; 1959 — 230; 1989 — 173; 2002 — 210; 2010 — 226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Матрай...