Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИҘӘКБАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

СИҘӘКБАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 9 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 737 кеше; 1920 — 721; 1939 — 706; 1959 — 509; 1989 — 397; 2002 — 474; 2010 — 428 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

СИҘӘМ ҠУРҒАНДАРЫ

СИҘӘМ ҠУРҒАНДАРЫ, Савромат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4 бб. ҡарай. Әбйәлил р‑ны Сиҙәм а. төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1977 й., 1983 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асылған һәм өйрәнелгән. Ҡурғанлы (диам. 10 м, бейеклеге 0,35—0,5 м) ҡәберлектәргә ҡарай. Ҡомартҡы бер-береһенән...

СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР

СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР, һөрөү һәм а.х. культуралары сәсеү өсөн яраҡлы ерҙәр. С.һ.ҡ.е. һөрөнтө ер һәм а.х. культуралары сәсеүлектәре майҙанын киңәйтеү өсөн төп резерв иҫәпләнә; улар 20 б. 50—60‑сы йй. Ҡаҙағстанда, Волга буйы, Урал, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер райондарында күпләп үҙләштерелгән. Сиҙәм...

СИҘӘМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

СИҘӘМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 49 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 805 кеше; 1989 — 1648; 2002 — 1455; 2010 — 1404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Уралагро” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп,...

СИҘӘМ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

СИҘӘМ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 58 км алыҫлыҡта Оло Урғаҙа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 734 кеше; 1989 — 1176; 2002 — 1175; 2010 — 1120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар муз. мәктәбе, балалар баҡсаһы,...

СИҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

СИҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үрге Һөйән а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 60 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 90 кеше; 1920 — 81; 1939 — 111; 1959 — 606; 1989 — 395; 2002 — 299 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

СИК МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ

СИК МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ, функцияны уның үҙенең һәм (йәки) уның сығарылмаларының бөтә сик буйында йәки уның бер өлөшөндәге сикке ҡиммәттәре т‑дағы мәғлүмәт һәм өлкә эсендә булған интеграл‑дифференциаль нисбәттәре б‑са (бирелгән класс функциялары араһынан) табыу мәсьәләһе. Әгәр эҙләнелгән функция өлкә эсендә...

СИЛАНТЬЕВ Иван Матвеевич

СИЛАНТЬЕВ Иван Матвеевич [28.1. 1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 7.7.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың Иглин р‑нының Я.М.Свердлов ис. к‑зында эшләгән. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июненән Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград,...

СИЛАНТЬЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

СИЛАНТЬЕВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Силантьев а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 102 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1081 кеше; 1920 — 1237; 1939 — 1055; 1959 — 559; 1989 — 520; 2002 — 605; 2010 — 677 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

СИЛАСАУ, Борай р‑нындағы ауыл

СИЛАСАУ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 96 км алыҫлыҡта Нарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 555 кеше; 1920 — 740; 1939 — 611; 1959 — 605; 1989 — 379; 2002 — 337; 2010 — 284 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

СИЛӘБЕ ГУБЕРНАҺЫ

СИЛӘБЕ ГУБЕРНАҺЫ, 1919 й. РСФСР составында ойошторола. Губернаға Ырымбур губ. Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәре, Тубыл губ. Ҡурған өйәҙе, Турғай өлкәһенең Ҡустанай өйәҙе инә. 1922 й. төньяҡта — Екатеринбург губернаһы, көнсығышта — Төмән губ., көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — Ҡырғыҙ АССР‑ы, көнбайышта БАССР...

СИЛӘБЕ ҠӘЛҒӘҺЕ

СИЛӘБЕ ҠӘЛҒӘҺЕ, С и л ә б е, 1736 й. Мейәс й. уң ярында Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хәрби нығытма итеп нигеҙ һалына. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) ваҡытында Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының үтенесе һәм уларҙың ҡатнашлығы м‑н Урта йөҙ ҡаҙаҡтарының барымталарынан һаҡланыр...

СИЛӘБЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ

СИЛӘБЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ (2015 й. алып Силәбе мәҙәниәт институты). Өфө филиалы 1994 й. уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 2002 й. алып Өфө филиалы, 2015 й. ябыла. Китапханаһы булған. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелгән. Уҡытыу ситтән тороп уҡыу бүлегендә...

СИЛӘБЕ ОПЕРАЦИЯҺЫ

СИЛӘБЕ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Көнсығыш фронты тарафынан Силәбе ҡ. һәм уның тирә‑яғындағы биләмәләрҙе алыу өсөн 1919 й. 17 июле — 4 авг. үткәрелгән һөжүм операцияһы; Граждандар һуғышында Көнсығыш фронттағы контрһөжүмдең стратегик өлөшө. Златоуст операцияһы тамамланғандан һуң Силәбегә һөжүм итер өсөн шарттар...

СИЛӘБЕ ӨЙӘҘЕ

СИЛӘБЕ ӨЙӘҘЕ, 1782 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 й. алып — Ырымбур губернаһы, 1919 й. сент. башлап Силәбе губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Пермь, көнсығышта — Тубыл наместниклыҡтары, көньяҡта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡ‑көнбайышта...

СИЛӘБЕ ӨЙӘҘЕ

СИЛӘБЕ ӨЙӘҘЕ, 1782 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 й. алып — Ырымбур губернаһы, 1919 й. сент. башлап Силәбе губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Пермь, көнсығышта — Тубыл наместниклыҡтары, көньяҡта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡ‑көнбайышта...

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында урынлашҡан. БР, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Ырымбур өлкәһе м‑н сиктәш. Үҙәге — Силәбе ҡалаһы. 1934 й. 17 ғин. Урал өлкәһе составынан алынып, БАССР‑ҙың Арғаяш районын һәм Ҡоншаҡ районын (ҡара: Арғаяш башҡорт милли округы) ҡушыу...

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ, Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙы мәҙәни- милли йәһәттән туплау, уларҙың рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау маҡсаты м‑н булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Силәбе ҡ. урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй, 2007 й. — “Башҡорт Ҡоролтайы” Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы....

СИЛӘБЕ ПЕХОТА ПОЛКЫ

СИЛӘБЕ ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1904 й. Өфө һәм Златоуст ҡҡ. 243‑сө Златоуст резерв пехота батальоны (61‑се пехота резерв бригадаһы) һәм 243‑сө пехота Златоуст полкы базаһында 311‑се пехота Силәбе полкы булараҡ ойошторола. 1904 й. алып С.п.п. 3 батальоны — Өфөлә, 4‑се батальоны Златоуста (30 июндә император смотрында...

СИЛӘБЕ, ҡала

СИЛӘБЕ, ҡала (1781 й. алып), Исәт провинцияһының (1743 й. алып), Силәбе өйәҙенең (1781 й. алып), Силәбе губернаһының (1919 й. алып) адм. үҙәге. 1736 й. Себер даруғаһының Ҡара‑Табын улусы башҡорттары ерҙәрендә Силәбе ҡәлғәһе итеп нигеҙ һалына. 1786 й. С. 111 сауҙагәр һәм мещан йорто иҫәпләнә. 1795 й....