Список материалов
СИЛӘБЕЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
СИЛӘБЕЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 230 кеше; 1920 — 225; 1939 — 213; 1959 — 209; 1989 — 117; 2002 — 121; 2010 — 113 кеше. Мариҙар йәшәй...
СИЛИЩЕВ Николай Николаевич
СИЛИЩЕВ Николай Николаевич (15.8.1946, Тамбов өлкәһе Никольское а. — 1.3.2012, Өфө ҡ.), биотехнолог. Биология фәндәре докторы (2009). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) 1970 й. тиклем һәм 1973 й. алып шунда уҡ эшләй (1975 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр). 1976 й. башлап Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү...
СИЛОС
СИЛОС (исп. silos, күплектә silo — ер аҫты бинаһы, иген һаҡлау өсөн соҡор), һутлы мал аҙығы, үҫемлектәрҙең йәшел массаһын анаэроб шарттарҙа консервалау ярҙамында әҙерләнә. Силослау өсөн силос культураларының йәшел массаһы ҡулланыла, уларҙы үҫешенең иң уңайлы фазаларында сабып алалар, ваҡлайҙар (массаның...
СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ
СИЛОС КУЛЬТУРАЛАРЫ, силос әҙерләү өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. С.к. кукуруз, судан үләне, сорго, көнбағыш, топинамбур, топинсолнечник, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатышмалары, амарант һ.б. инә. Ҡатнаш силос өсөн картуф бүлбеләре, кишерҙең, ҡабаҡтың, ташҡабаҡтың мал аҙығы сорттары,...
СИЛУР
СИЛУР, с и л у р с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 443,7±1,5 млн йыл, аҙағы — 416,0±2,8 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1835 й. Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә, хәҙ. Уэльс графлығында (Бөйөк Британия) йәшәгән боронғо силур ҡәбиләһе исеме...
СИММЕНТАЛЬ ТОҠОМ
СИММЕНТАЛЬ ТОҠОМ, һыйыр малының һөт‑ит йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтары: һөт‑ит һәм ит‑һөт. Швейцарияла урындағы малдан һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Эре мал, кәүҙәһе киң, муйын аҫты сығып тора, һөлдәһе ныҡ, мускулдары яҡшы үҫешкән. Төҫө балауыҙ һары, балауыҙ һары‑сыбар, һирәгерәк ҡыҙыл‑сыбар,...
СИМОН, дин әһеле, священномученик
СИМОН (донъяуи исеме Шлеёв Семён Иванович; 1873, Сембер губ. Явлей а. — 18.8.1921, Өфө), дин әһеле, Охтенский епискобы; священномученик. Дини тәғлимәт канд. (1899). Архимандрит (1918). Священник дәрәжәһен (1900), монахлыҡ (1918) ҡабул иткән. Түб. Новгород дини семинарияһын (1895), Ҡазан дини акад. (1899)...
СИМОНОВ Вадим Дмитриевич
СИМОНОВ Вадим Дмитриевич (3.9. 1916, Киев — 16.7.2004, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1966) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы химигы (1974). Киев индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) Рубежное химия комб‑тында эшләй. 1941 й....
СИМОНОВ Константин Михайлович
СИМОНОВ Константин (Кирилл) Михайлович (15.11.1915, Петроград — 28.8.1979, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). “Һинең менән һәм һинһеҙ” (“С тобой и без тебя”; 1942), “Дуҫтар һәм дошмандар” (“Друзья и враги”; 1948) мөхәббәт һәм гражданлыҡ лирикаһы йыйынтыҡтары; “Тереләр һәм үлеләр” (“Живые и...
СИМОНОВ Юрий Гаврилович
СИМОНОВ Юрий Гаврилович (17.3.1923, Өфө — 14.8.2019, Мәскәү), географ‑геоморфолог. Геогр. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй: 1960 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — уҡытыусы. Фәнни эшмәкәрлеге...
СИМОНОВ Юрий Гаврилович
СИМОНОВ Юрий Гаврилович (17.3. 1923, Өфө), географ- геоморфолог. Геогр. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй: 1960 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — уҡытыусы. Фәнни эшмәкәрлеге ғәмәли география...
СИМОНОВА Надежда Ивановна
СИМОНОВА Надежда Ивановна (11.10.1947, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Көршәк а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1977 й. тиклем, 1980—83 йй. (өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. алып лаб. мөдире һәм бүлек мөдире), 1997—2005 йй. (фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары) Өфө хеҙмәт...
СИМОНОВА Элеонора Рауфовна
СИМОНОВА Элеонора Рауфовна (19.5.1939, Өфө), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2018). Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1964; А.К.Агте класы) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1973 й. алып ӨДСИ‑лә (1998 й. башлап камера‑концертмейстер сәнғәте каф. мөдире)...
СИМФОНИК БЕЙЕҮ
СИМФОНИК БЕЙЕҮ, хореография сәнғәтендә сәхнә бейеүе төрө. Симфоник музыка м‑н оҡшашлығы бар, был лирик‑драматик йөкмәткенең ижади дөйөмләштерелеүендә, полифоник структурала, темаларҙың эшкәртелеүендә һәм форма композицияһының үҫешендә асыҡ күренә. Балетта С.б. ваҡиғаларҙың хореографик образын барлыҡҡа...
СИМФОНИЯ
СИМФОНИЯ (гр. symphōnía — аһәңлелек), башлыса симфоник оркестр өсөн, ҡағиҙә булараҡ, соната- цикл формаһындағы муз. әҫәр. Ғәҙәттә, 4 өлөштән тора; күберәк йәки аҙыраҡ, хатта бер өлөшлө С. була. Ҡайһы берҙә С. солистар, хор индерелә. Башҡ. музыкаһында С. барлыҡҡа килеүе Р.Ә.Мортазин ижадына бәйле. 1—4‑се...
СИНАГОГА
СИНАГОГА (гр. synagōgḗ — йыйын), иудаизмда ғибәҙәт йорто, дин һәм община үҙәге. С. Фәләстанда (б.э.т. 4 б.) һәм Мысырҙа (б.э.т. 3 б.) барлыҡҡа килә; һуңынан йәһүд диаспораларында асыла башлай. С. архитектур стилдәре төрлө. Дөйөм һыҙаттары: тура мөйөшлө форма, 3 йәки 5 нефлы, Тәүрат төргәктәре һалынған...
СИНӘҒӘТУЛЛИН Илгиз Мирғәлим улы
СИНӘҒӘТУЛЛИН Илгиз Мирғәлим улы (13.7.1954, Бәләбәй ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 39‑сы урта мәктәптә (Өфө), 1977 й. алып БДПИ‑ла эшләй. 1980 й. башлап БДУ‑ның Бөрө...
СИНГАРМОНИЗМ
СИНГАРМОНИЗМ (гр. syјn — бергә һәм harmonía — ярашыу), морфонология күренештәренең береһе, һүҙҙәге һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең бер төрлө яңғырашы. Күберәк агглютинатив телдәргә хас; флектив телдәрҙә һүҙ баҫымы булып, һүҙ компоненттарының бүленмәүен, уларҙың бөтөнлөгөн һәм айырымлығын тәьмин итә. С....
СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы
СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы (20.8.1942, Ульяновск өлк. Боровко а. — 24.5.1993, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләгән. 1981 й. алып Өфөлә: БДПИ‑ла уҡыта, 1988 й. башлап теоретик физика каф. мөдире....
СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ
СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе ҡ. 15 км алыҫлыҡта Синеглазов күленең көньяҡ‑көнбайыш ярында урынлашҡан. С.А.Гатцук һәм Н.К.Минко тарафынан 1906 й. асыла һәм 1908—09 йй. өйрәнелә, 1959 й. В.С.Стоколос тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—15 м, бейеклеге 0,5 м) ҡәберлектәргә...