Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИНЕНКО Вера Сергеевна

СИНЕНКО Вера Сергеевна (28.11. 1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Дим разъезы ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә, — 18.2.2007, Өфө), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1944) 1997 й. тиклем БДУ‑ла эшләгән (1953—54...

СИНИЦЫН Василий Иванович

СИНИЦЫН Василий Иванович (12.12.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Мәләүез а., хәҙ. Мәләүез ҡ., — 14.10.1971, Новозыбков ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары осоу‑тактика мәктәбен тамамлаған (Липецк ҡ., 1947). 1935 й. алып — БАССР халыҡ...

СИНОНИМДАР

СИНОНИМДАР (гр. synōnymos — бер исемдәге), мәғәнәләре тулыһынса тап килгән йәки бер‑береһенә бик яҡын булған, бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр. С. мәғәнәһен сағыштырыу өсөн һүҙҙең лексик‑семантик варианты алына; күп мәғәнәле һүҙ бер нисә синонимик рәткә (парадигма) инергә мөмкин. Һәр бер синонимик...

СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ

СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ, метеорологияның макромасштаблы атмосфера процестары үҫешен һәм уларҙың үҙгәреү законлыҡтарын һауа торошон прогнозлау ысулдарын уйлап сығарыу өсөн өйрәнеүсе бүлеге. С.м. һауа массалары һәм атмосфера фронттары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған циклондарҙың һәм антициклондарҙың барлыҡҡа...

СИНТАКСИС

СИНТАКСИС (гр. syјntaxis — теҙелеү, тәртип), 1) конкрет телдәргә хас булған телмәр берәмектәрен булдырыу саралары һәм ҡағиҙәләре; 2) грамматиканың телмәрҙе тыуҙырған процестарын: һөйләм эсендә һүҙҙәрҙең ярашыу һәм килеү тәртибе, ш. уҡ телдең автоном берәмеге һәм фекерҙең текстың өлөшө булараҡ һөйләмдең...

СИНТЕТИК БУЯУҘАР

СИНТЕТИК БУЯУҘАР, төрлө (күбеһенсә сүсле) материалдарға һәм изделиеларға төҫ биргән органик берләшмәләр. Буяуҙың төҫө молекулала хромофор төркөм булыуына бәйле [эйәртеүле икеләтә бәйләнешле__үҫешкән система һәм уға бәйләнгән электрон донорлы һәм (йәки) электрон акцепторлы төркөмдәр етә]. Хромофор системанан...

СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

СИНТЕТИК ДАРЫУ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, фармакол. активлыҡ күрһәткән һәм дарыуҙар әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән химик берләшмәләр. Органик булмаған һәм органик С.д.б. айырыла. Органик булмаған С.д.б. Д.И.Менделеев периодик системаһы төркөмдәре б‑са классификациялана (мәҫ., водород перекисы С.д.б. VI төркөмөнә ҡарай),...

СИНТЕТИК ЙЫУЫУ САРАЛАРЫ

СИНТЕТИК ЙЫУЫУ САРАЛАРЫ, д е т е р г е н т т а р, төрлө ҡаты матдәләр өҫтөндәге (металдар, быяла, керамика, сүстәр) бысраҡты бөтөрөр өсөн ҡулланылған композициялар; кейем һәм кер йыуыу саралары. Тауар формаһы б‑са — ярмалы, пастаға оҡшаш, шыйыҡ һәм киҫәкле С.й.с.; тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш һәм техник;...

СИНТЕТИК КАУЧУК ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

СИНТЕТИК КАУЧУК ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып үҫешә. С.к.п. м‑н “Каучук”, “Уфаоргсинтез”, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы (түбән молекуляр каучуктар етештерә), “Синтез‑Каучук” ААЙ (Стәрлетамаҡ ҡ.) пр‑тиелары шөғөлләнә. “Каучук” ЯАЙ — изопрен һәм сополимер...

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР

СИНТЕТИК КАУЧУКТАР, резина алыуҙа ҡулланылған эластомерҙар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле С.к. айырыла. С.к. айырым төркөмдәре: һыуҙағы дисперсиялар (латекстар), шыйыҡ (резинаға оҡшаш материалдар барлыҡҡа килтереп ҡатыусы олигомерҙар), тултырылған (тултырғыстар һәм пластификаторҙар...

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ

СИНТЕТИК МАЙ КИСЛОТАЛАРЫ, нефтехимия сеймалынан алынған, 6‑нан да кәм булмаған углерод атомынан торған алифатик рәттәге синтетик карбон к‑талары. Туйындырылған, күбеһенсә нормаль һәм изо‑төҙөлөшлө, составында ди‑, гидроксиһәм кетокарбон к‑талары һ.б. берләшмә ҡушылмалары булған монокарбон к‑таларының...

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ

СИНТЕТИК МАЙ СПИРТТАРЫ, бер атомлы С6—С20спирттары. Һыуҙа күбеһенсә эремәй, этил спиртында, эфирҙа яҡшы эрей; тиҙ ҡабына, мол. м. артыу м‑н шартлау ҡурҡынысы кәмей. С—О, О—Н бәйләнештәре өҙөлөү м‑н реакцияларға инә. С.м.с. актив металдар (натрий, калий, магний, алюмин) м‑н бәйләнешкә инеп — тоҙҙар (алкоголяттар),...

СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ

СИНТЕТИК ШЫЙЫҠ ЯҒЫУЛЫҠ, мотор яғыулығының бер төрө; ҡаты яғыулыҡтарҙың термохимик тарҡалыуы йәки газификацияһы м‑н алынған һәм эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған углеводородтарҙың ҡатмарлы ҡатышмалары. Ҡаты яғыулыҡтарҙың (күбеһенсә һоро күмер, янар һәүерташ, һирәгерәк таш күмер, торф) 3 стадиялы...

СИНТЕТИК ЫҪМАЛАЛАР ҺӘМ ПЛАСТИК МАССАЛАР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

СИНТЕТИК ЫҪМАЛАЛАР ҺӘМ ПЛАСТИК МАССАЛАР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, химия сәнәғәте тармағы. 20 б. 60—70‑се йй. Башҡортостанда был тармаҡтың барлыҡҡа килеүе респ. химия, нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте үҫешенә бәйле. Синтетик ыҫмала һәм пластик массалар етештереү “Авангард”, “Каустик”, “Салаватнефтеоргсинтез”,...

СИНУСИТТАР

 СИНУСИТТАР (лат. sinus — ҡыуышлыҡ), танауҙың лайлалы тиресәһенең, ҡайһы берҙә өҫтәмә ҡыуышлыҡтарының һөйәк көптәре шешеүе. Кеше С. Түбәндәге төрҙәргә айырыла: гайморит (өҫкө яңаҡ ҡыуышлығының шешеүе), фронтит (маңлай ҡыуышлығының шешеүе), этмоидит (рәшәткәле һөйәк күҙәнәктәренең шешеүе) һәм сфеноидит...

СИПАЙЛОВ, ауыл, Черниковка ҡасабаһы эсендә

СИПАЙЛОВ, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып Черниковка ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға Өфө өйәҙендә Гладышевтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1701 й. башлап Гладышев булараҡ билдәле. 1795 й. алып Ырымбур батальоны адъютанты А.Д.Дуров, 1827 й. — титулярный советник И.И.Шильников, 1843 й....

СИПАЙЛОВТАР

СИПАЙЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар сығышы м‑н Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) була. 1654 й. Кама аръяғы сик һыҙығында Зәй ҡәлғәһенә урынлашалар. Билдәлеләре: Михаил Петрович С. (1766—?) һәм Яков Петрович С. (1769—?), прапорщиктар, Ырымбур сик буйы...

СИПЫЛДАҠ

СИПЫЛДАҠ (Scabiosa), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Урта диңгеҙ буйында, ҡайһы бер төрҙәре Алыҫ Көнсығышта һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда асыҡ һары С. һәм исәт С. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, нигеҙендә ағасланған ҡаты, бейеклеге...

СИПЫЛДАУЫҠ

СИПЫЛДАУЫҠ (Glareola nordmanni), сәпсәү һымаҡтар отрядының сипылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса бүлкәтендә (Көнбайыш Ҡара диңгеҙ буйынан алып Алтайға тиклем), Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 23—26 см, ҡанат ҡоласы 60—68 см. Арҡаһы зәйтүн төҫмөрө булған һорғолт‑көрән төҫтә....

СИРАЕВ Ғабдрахман Хөсәйен улы

СИРАЕВ Ғабдрахман Хөсәйен улы [25.9.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Тыпый а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 5.1.2004, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а.], хужалыҡ эшмәкәре. 1941 й. алып Илеш р‑нында эшләй: Тыпый ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1942 й. — Теләкәй МТС‑ының сәйәси бүлеге нач. ярҙамсыһы, 1943 й. — район башҡарма...