Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҒАСТАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ

АҒАСТАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ, бөтөн үҙағас, тамыр, оро, туҙ (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), йүкә һәм тал (ҡара: Үреү), ҡабыҡ һәм ҡайырҙан яһалған йорт кәрәк-ярағы. Башҡорттар ҡайын, йүкә, өйәңке, уҫаҡ, имәнде файҙаланған. Әҙерләмәне аталғы, бәлйә, өңгөс, ағас сүкеш, сапҡы, ҡыйғаҡ һ.б. м‑н...

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ААЙ

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, АЙ. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына ағас конструкциялар, ишек, тәҙрә блоктары етештереү цехтары инә. 2021 й. 40‑тан ашыу кеше эшләгән. Ағас-таҡта, тәҙрә, ишек блоктары, йыйылма-кәртәле баҡса йорттары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.  1942 й. 6‑сы төҙөлөш контораһы эргәһендәге...

АҒИҘЕЛ БУЙЫ МӘҘӘНИӘТЕ

АҒИҘЕЛ БУЙЫ МӘҘӘНИӘТЕ, неолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 6—5‑се мең йыллыҡтарға ҡарай. Башҡортостанда А.б.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал буйында Ағиҙел й. басс. (Дәүләкән, Мулла һ.б.) тупланған. Торамалар йылға буйҙарында урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Ер өҫтөндә төҙөлгән усаҡлы чум һымаҡ ҡоролмалар...

АҒИҘЕЛ БУЙЫ УБАЛЫ ТИГЕҘЛЕГЕ

АҒИҘЕЛ БУЙЫ УБАЛЫ ТИГЕҘЛЕГЕ, Ағиҙел й. басс. урынлашҡан, Стәрлетамаҡ ҡ. киңлегенән алып йылға тамағына тиклем һуҙылған. Төньяҡ‑көнсығышта Өфө яйлаһы, көнсығышта Көньяҡ Уралдың ситке һырттары, көньяҡ һәм көнбайышта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы м‑н сиктәш. Абс. бейеклеге төньяҡта 60—260 м, көньяҡта — 200—310 м....

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ

АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында айырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙыла. Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта...

АҒИҘЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ

АҒИҘЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ, һуң неолит—энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4—3‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Ағиҙел й. исеме м‑н аталған. А.м. ҡомартҡыларының күбеһе Башҡортостандың урман‑дала һәм дала өлөштәрендә Ағиҙел, Дим, Ыҡ йй. басс. тупланған (Ғүмәр тораһы II, Дәүләкән, Мулла, Сауыҙ торалары һ.б.)....

АҒИҘЕЛ, йылға

АҒИҘЕЛ, Кама й. һул ҡушылдығы, БР‑ҙың иң ҙур йылғаһы. Учалы районы Яңы Хөсәйен а. 4 км алыҫлыҡта Әүәләк һыртының көнсығыш итәгендә башлана. Учалы, Белорет, Бөрйән, Мәләүез, Күгәрсен (сиге буйлап), Көйөргәҙе (сиге буйлап), Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ауырғазы (сиге буйлап), Ҡырмыҫҡалы, Архангел (сиге...

АҒИҘЕЛ, ҡала

АҒИҘЕЛ, БР‑ҙағы ҡала. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа 250 км һәм Яңауыл т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 100 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 53 км2. Халҡы (мең кеше): 1980 й. — 0,8; 1989 — 16,8; 2002 — 18,7; 2010 — 16,3. Милли составы (2002): башҡорттар — 41,7%, урыҫтар — 35,7%, татарҙар —...

АҒУНА ҮЛӘНЕ

АҒУНА ҮЛӘНЕ (Dryas), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтенең төньяҡ өлөшөндә таралған. Башҡортостанда киҫек япраҡлы А.ү. үҫә. Түшәлеп үҫеүсе мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡ, бейеклеге 15 см тиклем. Япрағы ябай, йомортҡа формаһында йәки оҙонса,...

АҒУНАЛАР, ҡоштар

  АҒУНАЛАР, тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар һәм ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған ваҡ һәм урта ҙурлыҡтағы ҡоштар. БР‑ҙа ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған аҡ А. һәм ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған һоро А. осрай. Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Ултыраҡ йәки күсмә...

АҒУРҘА, Төпәк, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

АҒУРҘА, Төпәк, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 107 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 76 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 306 кеше; 1920 — 376; 1939 — 178; 1959 — 143; 1989 — 112; 2002 — 116; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АҒЫНТЫ ҺЫУҘАР

АҒЫНТЫ ҺЫУҘАР, көнкүреш ташландыҡтары, сәнәғәт ҡалдыҡтары м‑н бысранған һәм торама пункттар, сәнәғәт пр‑тиелары терр‑яларынан канализация системалары аша сығарылған һыуҙар. Бысраныу сығанағына ҡарап көнкүреш (хужалыҡ, йорт хайуандары һәм кеше тиҙәктәре), сәнәғәт (ҡайһы берҙәре икенсел ресурстар булып...

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР

АҒЫУЛАҒЫС МАТДӘЛӘР, һуғыш припастарын әҙерләү өсөн ҡулланылған һәм химик ҡоралдың нигеҙен тәшкил иткән көслө ағыулай торған берләшмәләр. Тактик классификацияға ярашлы, ҡуйыртылған парҙарының тығыҙлығы (осоусанлығы) б‑са тотороҡһоҙ (фосген, синиль к‑таһы), тотороҡло (иприт, люизит) һәм ағыулы төтөнлө...

АҒЫУЛАНЫУ

АҒЫУЛАНЫУ, интоксикация, төрлө сығышлы ағыуҙарҙың (кеше йәки хайуан организмына токсик дозаларҙа эләккәндә йәшәү өсөн мөһим функцияларҙың боҙолоуына, ҡайһы бер осраҡта үлемгә килтерә) организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән патологик хәл. Кеше А. А. уны тыуҙырған матдәләрҙең төрө (алкоголь,...

АҒЫУЛЫ БӘШМӘК, аҡһыл томшоҡ

АҒЫУЛЫ БӘШМӘК, аҡһыл томшоҡ (Amanita phalloides), базидиомицеттар класының аманит һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, йәш бәшмәктеке ҡыңғырау һымаҡ, һуңыраҡ яҫы ҡабарынҡы формала, тоноҡ йәшелдән һарғылт йәшел төҫкә тиклем, үҙәгенә ҡарай...

АҒЫУЛЫ БӘШМӘКТӘР

АҒЫУЛЫ БӘШМӘКТӘР, аҙыҡ сифатында ҡулланғанда ағыуланыуға килтереүсе аскомицеттар (тубырсыҡбаштар, ишкәклекәйҙәр) һәм базидиомицеттар (күпселек эшләпәле бәшмәктәр). Яҡынса 90, БР‑ҙа яҡынса 20 төрө билдәле. Хәүеф кимәле б‑са ысын ағыулы, йәки үлемесле (составтарында кулинар эшкәртеү ваҡытында тарҡалмаусы...

АҒЫУЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АҒЫУЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше һәм хайуандарҙың ағыуланыуына килтерергә һәләтле ағыулы матдәләр бүлеп сығарыусы һәм туплаусы үҫемлектәр. Башҡортостанда абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр араһында осрай; айырыуса ләлә һымаҡтар, лютик һымаҡтар,...

АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР

АҒЫУЛЫ ХАЙУАНДАР, башҡа төр заттарҙы ағыуларға һәләтле матдәләргә эйә булған организмдар. А.х. яҡынса 5000 төрө билдәле, ағыулылыҡ кимәле хайуандың йәшенә, енесенә, туҡланыу характерына һ.б. бәйле. Эволюцион алға киткән ағыулылыҡ беренсел А.х. (зоотоксиндар бүлеп сығаралар), ябайы — икенсел А.х. (экзоген...

АДАПТАЦИЯ

АДАПТАЦИЯ (урта быуат лат. аdaptatio — яраҡлашыу), тышҡы мөхиттең билдәле бер шарттарына яраҡлашыу процесы. Хайуандарҙа А. өс төп вариантта бара: уңайһыҙ шарттарҙан китеү (миграция); анабиоз хәленә күсеү — йәшәйеш процестары әүҙемлегенең киҫкен кәмеүе (имеҙеүселәрҙең ҡышҡы йоҡоһо); билдәле бер шарттарҙа...

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АДВЕНТИВ ҮҪЕМЛЕКТӘР, ситтән килтерелгән үҫемлектәр, кеше, хайуандар, һыу һәм һауа ағымдары м‑н тәбиғи ареалы сиктәренән сығарылған һәм ошо терр‑яның үҫемлектәр япмаһында урын алған үҫемлек төрҙәре. А.ү. археофиттарға (яңы терр‑яларға 15 б. тиклем индерелгән, мәҫ., маҙа киндер һәм тауыҡ тарыһы Урта Азиянан,...