Список материалов
СОЛТАНОВА Римма Заһретдин ҡыҙы
СОЛТАНОВА Римма Заһретдин ҡыҙы (24.12.1936, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Нөрәй а.), бейеүсе, балетмейстер. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977). 1964 й. алып Баймаҡ район мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективы етәксеһе. 1966—92 йй. һәм 1996 й. башлап Әбйәлил район мәҙәниәт йортонда эшләй: балетмейстер, 1971 й....
СОЛТАНОВА Светлана Тәлғәт ҡыҙы
СОЛТАНОВА Светлана Тәлғәт ҡыҙы (9.8.1967, Өфө — 2.4.1992, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). БДУ‑ны тамамлаған (1989). “Нефтсе” спорт комб‑ты ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Е.В.Зонтов), 1984—92 йй. хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы...
СОЛТАНОВА Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы
СОЛТАНОВА Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы (25.1.1966, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Ашҡаҙар а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Журналистар союзы ағзаһы (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1990). 1983—84 йй. “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”; ҡара: “Зилаирские огни”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1985 й....
СОЛТАНОВТАР
СОЛТАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы Мәстей а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ғәбделйәлил С. (1750—?), поручик (1791). 1771—73 йй. Польша походында ҡатнашыусы. Йорт старшинаһы, 1798 й. алып 11‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдарынан иң билдәлеләре:...
СОММЬЕ Стефан
СОММЬЕ Стефан (20.5.1848, Флоренция — 1922), итальян этнографы, шәрҡиәтсе. 1880 й. Көнбайыш Себер һәм Урал буйлап сәйәхәт итә. Рәсәй халыҡтарының, ш. иҫ. башҡорттарҙың, антропологияһын һәм этнографияһын өйрәнгән. Уның “Башҡорттар тураһында” (“О башкирах”) хеҙмәтендә Ырымбур губернаһы башҡорттарының...
СОНАТА
СОНАТА (итал. sonata), бер йәки бер нисә музыка ҡоралы өсөн муз. әҫәр; инструменталь музыка жанры. Классик С., ҡағиҙә булараҡ, ситке өлөштәре етеҙ (беренсеһе — соната формаһында) һәм урталағыһы талғын булған күп өлөшлө әҫәр; ҡайһы берҙә циклға менуэт йәки скерцо индерелә. Башҡортостанда жанрҙың формалашыуы...
СОНЕТ
СОНЕТ (итал. sonetto), 2 дүрт юллыҡтан (катрендан) һәм 2 өс юллыҡтан (терцеттан) торған 14 юллыҡ тотороҡло шиғри форма; катрендарҙа — 2 рифма, терцеттарҙа 2 йәки 3 рифма ҡабатлана. С. рифма схемаһы: абаб, абаб йәки абба, абба (катрендар); вгв, гвг йәки вгд, вгд (терцеттар). Композицион үҙенсәлектәре:...
СОНЬКИН Наум Борисович
СОНЬКИН Наум Борисович (19.1. 1950, Өфө), юрист. Юридик ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДУ‑ны (1971), Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын (Мәскәү, 1982) тамамлаған. 1971 й. алып Мәскәүҙә эшләй: оборона сәнәғәте ҒТИ‑нда, 1976 й. — кабель сәнәғәтенең Бөтә Союз ҒТИ ФПБ‑нда (1978 й. башлап система...
СОПКО Павел Филиппович
СОПКО Павел Филиппович (3.7.1918, Псков губ. Великие Луки ҡ. — 28.11. 1983, Өфө), тау инженеры. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.- разведка ин‑тын тамамлаған (1940). 1944 й. алып Мәскәү геол.‑разведка ин‑тының геол. партияһы...
СОПОЛИМЕРҘАР
СОПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаларында төрлө типтағы сомономер быуындары булған полимерҙар. Регуляр булмаған йәки статистик (быуындарҙың төркөмләнеүе осраҡлы, композицион‑төрлө), регуляр (билдәле ҡабатланыусы, композицион‑бер төрлө); ялғаулы, блоксополимерҙар (мономерҙарҙың 1 йәки бер нисә төрлө быуыны...
СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл
СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 69 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 345 кеше; 1920 — 444; 1939 — 454; 1959 — 380; 1989 — 288; 2002 — 332; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Озёрный...
СОРАН СВИТАҺЫ
СОРАН СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. С.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының күсәр яны зонаһында (Кесе Ямантау, Ҡараташ, Юша, Юрматау...
СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ
СОРАН ФЛЮОРИТ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑нында Инйәр й. һул ярында урынлашҡан. 1980 й. Н.Н.Ларинов тарафынан асыла, эҙләнеү һәм разведка 1987—98 йй. үткәрелә. Башҡорт мегантиклинорийында ята. Генезисы б‑са түбән т‑ралы гидротермаль-метасоматик типҡа ҡарай. Плавик шпаты мәғдәнләнеү Соран төбәк һынылышы зонаһында...
СОРБЦИЯ
СОРБЦИЯ (лат. sorbeo — һеңдерәм), ҡаты матдәләр, шыйыҡса тарафынан (сорбент) тирә‑яҡ мөхиттән төрлө газдарҙы, шыйыҡсаларҙы (сорбат йәки сорбтив) һеңдереү. Абсорбция (шыйыҡ сорбенттың матдәне тотош күләме м‑н һеңдереүе), окклюзия (газ мөхитенән ҡаты матдәне йәки иретмәне тотош масса м‑н һеңдереү), адсорбция...
СОРҒОЛДО, Тәтешле р‑нындағы ауыл
СОРҒОЛДО, Вәзит, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 631; 1939 — 775; 1959 — 917; 1989 — 523; 2002 — 484 кеше....
СОРЕДИЯЛЫ ФЛАВОПУНКТЕЛИЯ
СОРЕДИЯЛЫ ФЛАВОПУНКТЕЛИЯ (Flavopunctelia soredica), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы дөрөҫ булмаған розетка һымаҡ йәки билдәһеҙ формалы, үҙәк өлөшөндә ҡыҫылған, сит яҡтары бер аҙ өҫкә күтәрелеп тора, диам. 20 см тиклем етә. Айырсалар киңлеге 15 мм тиклем, тығыҙ урынлашҡан,...
СОРОКА Николай Григорьевич
СОРОКА Николай Григорьевич (1906 й. майы, Полтава губ. — 29.8.1973, Өфө), зоотехник. А.х. ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Харьков зоотехния ин‑тын (1929), Маркс—Энгельс—Ленин ин‑тын (Мәскәү, 1952) тамамлаған. 1929 й. алып Көнсығыш Себер крайының “Овцевод” тресы “Красный великан”...
СОРОКИН Валентин Васильевич
СОРОКИН Валентин Васильевич (25.7.1936, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Авашла утары), шағир. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1965) “Волга” ж. (Һарытау ҡ.), 1968 й. алып “Молодая гвардия” (“Йәш гвардия”) ж. бүлек мөдире, 1970—80 йй. “Современник” (“Замандаш”;...
СОРОКИН Дмитрий Евгеньевич
СОРОКИН Дмитрий Евгеньевич (1.1.1946, Мәскәү), иҡтисадсы. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), иҡт. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). Мәскәү иҡт.‑статистика ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ, бер үк ваҡытта СССР ЭЭМ акад., МДУ эргәһендәге Ижт. фәндәр уҡытыусыларының квалификацияһын...
СОРОКИН Егор Валерьевич
СОРОКИН Егор Валерьевич (23.4.1977, Өфө ҡ.), спортсы. Спорт ориентиры буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 7‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.А.Капитонов, В.М.Прохоров). Рәсәй чемпионы (1998, 2000; 2 тапҡыр, 2002; 2003—06), Рәсәй кубогын...