Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОФРОНОВСКИЙ, яңы ауыл, Өфө эсендә

СОФРОНОВСКИЙ, яңы ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Өфө эсендә. Ауылға 19 б. уртаһында Өфө өйәҙендә сауҙагәр Ф.С.Софронов нигеҙ һала. 1896 й. 3 йортта 23 кеше йәшәгән. Ағиҙел й. буйлап тауар ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Северный исеме м‑н билдәле булған. Халҡы: 1906 й. — 26 кеше; 1920 — 45 кеше. Хәҙ....

СОФТБОЛ

СОФТБОЛ (ингл. soft — йомшаҡ һәм ball — туп), спорт төрө, бейсболдың бер төрө, туп һәм бита м‑н команда уйыны. Башҡортостанда С. үҫеше 1987 й. Өфө р‑ны Николаевка а. урта мәктәбендә беренсе секция асылыуға бәйле (ҡара: “Башҡортостан”). Өфөлә (18‑се һәм 90‑сы урта мәктәптәр), Булгаков, Нөрлө, Чесноковка,...

СОЦИАЛ-РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ

СОЦИАЛ‑РЕВОЛЮЦИОНЕРҘАР ПАРТИЯҺЫ (СРП), э с е р ҙ а р, 1901—22 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Ҡайһы бер халыҡсылыҡ төркөмдәре һәм түңәрәктәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1‑се (Ойоштороу) съезда (1905 й. дек. — 1906 й. ғин., Иматра ҡ., Финляндия) программаһы һәм ваҡытлыса уставы ҡабул ителә....

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ с ә н ғ ә т т ә  һ ә м  ә ҙ ә б и ә т т ә, донъяның һәм кешенең соц. концепцияһына ҡоролған художестволы метод. Идея нигеҙе — коммунистик ижт.-сәйәси һәм эстетик идеалға таяныу, донъяны революцион үҙгәртеп ҡороу пафосы, социализм һәм коммунизмға ихлас ышаныу. Характерлы һыҙаттары:...

СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ

СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ГЕРОЙЫ, СССР‑ҙа 1938—91 йй. почётлы исем, хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштә өлгәшкән айырыуса ҙур ҡаҙаныштар өсөн бирелгән иң юғары дәрәжә. СССР ЮС‑ы Президиумының 1938 й. 27 дек. указы м‑н булдырыла. СССР ЮС‑ы Президиумы тарафынан бирелгән. Геройға Ленин ордены (1973—88 йй. ш. уҡ исем...

СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ

СОЦИАЛИСТИК ЯРЫШ, кешеләрҙе халыҡ хужалығы пландарын үтәү һәм арттырып үтәү өсөн йәлеп итеү, хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү б‑са идея‑сәйәси тәрбиә сараһы. Капиталистик конкуренцияға ҡаршы соц. төҙөлөш ысулы булып В.И.Ленин тарафынан уйлап табыла һәм эшләнә. Төп принциптары: билдәлелек, ҡаҙаныштарҙы сағыштырыу,...

СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЕ ХОЗЯЙСТВО БАШКИРИИ”

“СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЕ ХОЗЯЙСТВО БАШКИРИИ” (“Башҡортостандың социалистик хужалығы”), иҡт. журнал. БАССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы дәүләт план комиссияһы органы. Өфөлә 1928—41 йй. (2—3 айға 1 тапҡыр) урыҫ телендә нәшер ителә. Журнал биттәрендә халыҡ хужалығын үҫтереү т‑да материалдар, закон...

СОЦИАЛЬ АУЫРЫУҘАР

СОЦИАЛЬ АУЫРЫУҘАР, с о ц и а л ь м ә ғ ә н ә г ә э й ә  б у л ғ а н  а у ы р ы у ҙ а р, кешегә насар соц.‑иҡт. факторҙар (халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүе, эшһеҙлек, һуғыштар һ.б.) тәьҫир итеүе арҡаһында барлыҡҡа килә һәм тарала. С.а. күрһәткесе йәмғиәттең иҡт. һәм соц. үҫеш кимәлен күрһәтә, уртаса...

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ, килемде, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡлауға, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә, соц. өлкәне һаҡлауға, соц. конфликттарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән дәүләт программаларын бойомға ашыра торған саралар системаһы. С.с. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһының...

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ

СОЦИАЛЬ СТРАТИФИКАЦИЯ, йәмғиәттең һәм уның айырым ҡатламдарының структураһын, соц. статус һәм ролдәрҙе дифференциациялау системаһын аңлатҡан социол. төшөнсә; социология тармағы. К.Маркстың (нигеҙендә — милеккә етештереү сараһы булараҡ мөнәсәбәт), М.Веберҙың (власть һәм абруйҙың бүленеүе), функционализм...

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ, страховка хәүефе барлыҡҡа килгәндә (мед. ярҙамы, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ алыу кәрәклеге булғанда, һөнәри ауырыу, инвалидлыҡ, ҡартлыҡ, эшһеҙ тип танылыу, страховкаланған кешенең йәки уның ҡарамағында булған ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаларының үлеме һ.б.) халыҡты соц. яҡлау формаһы,...

СОЦИАЛЬ СТРУКТУРА

СОЦИАЛЬ СТРУКТУРА, башҡорт йәмғиәтенең үҙ‑ара бәйләнешле булған һәм тәьҫир итешкән социаль төркөмдәре һәм институттарының тәртипкә килтерелгән тупланмаһы. Ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ‑мәҙәни тибы (ҡара: Күсмә тормош, Һыйырсылыҡ) өҫтөнлөк иткән шарттарҙа формалаша, тарихи‑мәҙәни традицияларға һәм йолаларға...

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ

СОЦИАЛЬ ТӨРКӨМ, мәнфәғәттәре, ҡиммәттәре һәм тәртип нормалары уртаҡ булған кешеләрҙең тарихи билдәле бер йәмғиәт эсендә барлыҡҡа килгән сағыштырмаса тотороҡло берлеге. С.т. соц. контролдең төрлө кимәлдәре бар: төркөм һаны кәмеү м‑н соц. контроль һәм соц. бәйләнештәр нығый бара. Ҙур С.т. — соц. синыф,...

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ, й ә м ғ и ә т  ф и л о с о ф и я һ ы, философияның шәхес м‑н йәмғиәттеңүҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән бүлеге. Рәсәйҙә С.ф. термины 20 б. 90‑сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә. С.ф. бурысы — йәмғиәттең булмышын асыу, уны донъяның башҡа өлөштәренән айырылып торған, әммә уның м‑н берҙәм донъя...

СОЦИАЛЬ ЭКОЛОГИЯ

СОЦИАЛЬ ЭКОЛОГИЯ, экология бүлеге, йәмғиәт м‑н тирә‑яҡ мөхиттең үҙ‑ара бәйләнештәре т‑дағы фәндәрҙең дисциплина‑ара комплексы. С.э. кеше м‑н тәбиғәт араһындағы ҡаршылыҡтарҙы асыҡлай, йәшәйеш мөхитен һаҡлау һәм яҡшыртыу маҡсатында уларҙы хәл итеү юлдарын нигеҙләй. Төрлө экологик һәм соц. шарттарҙа йәшәү...

СОЦИАЛЬ-ИҠТИСАДИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

СОЦИАЛЬ‑ИҠТИСАДИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, РФА Өфө ФҮ‑гә ҡарай, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла (1959 й. башлап СССР ФА‑ның Сәнәғәт иҡтисады бүлеге һәм А.х. бүлеге, 1963—67 йй. Өфө иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге), 1987 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең...

СОЦИОЛИНГВИСТИКА

СОЦИОЛИНГВИСТИКА, телдең соц. тәбиғәтен, уның ижт. функцияларын, соц. факторҙарҙың телгә йоғонто яһау механизмын һ.б. өйрәнгән фәнни дисциплина. Социол., психология һәм этнография м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Төп өйрәнеү предметы — телдәрҙең ҡулланылыу шарттары. БР ғалимдары тарафынан С. б‑са тикшеренеүҙәр...

СОЦИОЛОГИЯ

СОЦИОЛОГИЯ (лат. societas — йәмғиәт һәм ...логия), бөтөн система булараҡ йәмғиәт һәм айырым соц. институттар, процестар, төркөмдәр, берлектәр, шәхес м‑н йәмғиәт мөнәсәбәте, кеше тәртибе законлыҡтары т‑дағы фән. Ижт. фәндәр системаһында үҙәк урындарҙың береһен биләй, 40‑тан ашыу махсус тармағы (шәхес,...

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, социология өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, махсус һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Махсус С.б.б.б. дөйөм социология, иҡт. социологияһы, идара итеү социологияһынан тора. 1990—99 йй. социология фәнни дисциплина булараҡ бөтә вуздарҙа ла...

СОШНИКОВ Дмитрий Яковлевич

СОШНИКОВ Дмитрий Яковлевич [8.11.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Охлебинин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 25.10.1985, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Аҙыҡ- түлек сәнәғәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1933—41 йй. Архангел һәм Көйөргәҙе р‑ндарында эшләй....