Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӨНҒӘТУЛЛИНА Зилә Даян ҡыҙы

СӨНҒӘТУЛЛИНА Зилә Даян ҡыҙы (30.7.1949, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано), педагог. Проф. (1998). РФ‑тың (1995), ТАССР‑ҙың (1980), Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1980) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1985). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973; В.А.Лазько...

СӨНДӨКЛӨ Мәҡсүд

СӨНДӨКЛӨ Мәҡсүд (ысын исеме Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы; 2.9. 1904, Ҡазан губ. Сөндөклө а. — 23.10.1981, Өфө), шағир. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Донбасс шахталарында, “Донбасский рабочий” (“Донбасс эшсеһе”) гәз. эшләй....

СӨННӘ, хикәйәләр

СӨННӘ (ғәр. — ғәмәл, холоҡ, асыл образы), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ғәмәлдәрен һәм әйткәндәрен тасуирлаған хикәйәләр (сөнниҙәрҙә — хәҙистәр, шиғисыларҙа — хәбәрҙәр). 7—9 бб. формалаша; исламдың бөтә ағымдары (ҡара: Сөнниселек, Суфыйсылыҡ, Шиғисылыҡ) тарафынан таныла. Ҡөрьәнде аңлатыу һәм тулыландырыу өсөн...

СӨННИСЕЛЕК

СӨННИСЕЛЕК, исламдағы төп (шиғисылыҡ м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғандан һуң 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 10—11 бб. тулыһынса формалаша. С. эйәреүселәре тәүге дүрт хәлифәнең (Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғосман, Ғәли) идара итеүенең законлы булыуын таный, Ғәлиҙең айырым урын...

СӨНЧӘЛӘЙ (Сөнчәләев) Сәғит Хәмиҙулла улы

СӨНЧӘЛӘЙ (Сөнчәләев) Сәғит Хәмиҙулла улы, С ө н ч ә л ә й С. [25.8. 1888 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.12. 1888 йәки 2.8.1889), Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 27.10.1937, Соловки], шағир. Ш.Сөнчәләйҙең ҡустыһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыған (1907—08). Пермь губ. Һарыш һәм Солтанай аа. (Пермь...

СӨНЧӘЛӘЙ Шәриф

СӨНЧӘЛӘЙ Шәриф (ысын исеме Сөнчәләев Шәриф Хәмиҙулла улы; 3.11.1885, Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 9.11.1959, Мәскәү), педагог. Тарих ф. канд. (1935). С.Сөнчәләйҙең ағаһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1907) Пермь губ. Һарыш а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) урыҫ‑башҡ. мәктәбе уҡытыусыһы,...

СӨРАУЫЛ, һаҙлыҡ

СӨРАУЫЛ, Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) басс. һаҙлыҡ. Яңауыл р‑ны Сөрауыл а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 47,1 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,4 м, иң ҡалыны — 3,2 м, эшкәртелмәгән торф запасы 418,4 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Ҡайын, тал, шифалы...

СӨРАУЫЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

СӨРАУЫЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта Ваня й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1422 кеше; 1920 — 1405; 1939 — 1160; 1959 — 647; 1989 — 143; 2002 — 185; 2010 — 121 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға...

СӨРӨК ҠУҢЫҘҘАРЫ

СӨРӨК ҠУҢЫҘҘАРЫ (Pythidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡарағай С.ҡ. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 8—16 мм. Кәүҙәһе яҫы, ҡара күк йәки шәмәхә, һирәгерәк көрән төҫтә. Башының алғы өлөшө оҙонса. Өҫкө ҡанаттарында буй бураҙналар...

СПАДАВЕККИА Антонио Эммануилович

СПАДАВЕККИА Антонио Эммануилович (3.6.1907, Одесса ҡ. — 7.2.1988, Мәскәү), композитор. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1977) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1963). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1937; В.Я.Шебалин класы). Әҫәрҙәре араһында драма спектаклдәренә, к/ф музыка, ш. уҡ опера, балет, ораториялар, симфоник...

СПАРТАК, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

СПАРТАК, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Спартак а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡоро Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 111 кеше; 1939 — 965; 1959 — 1269; 1989 — 926; 2002 — 932; 2010 — 924 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

СПАРТАКИАДА

СПАРТАКИАДА, традицион комплекслы күмәк спорт ярыштары. СССР‑ҙа беренсе С. 20 б. 20‑се йй. башынан үткәрелә башлай. 1928 й. БАССР йыйылма командаһы тәүге тапҡыр РСФСР‑ҙың авт. респ. һәм өлкә спартакиадаһында ҡатнаша, 1932 й. 1‑се Урал‑Кузбасс спартакиадаһының бронза призёры була. 1956—91 йй. СССР һәм...

СПАС СИРКӘҮЕ

СПАС СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1824 й. рухани И.Г.Несмелов һәм мәхәлләселәрҙең аҡсаһына 1773 й. Пресвятая Богородица Благовещениеһы һәм 1779 й. Спас Нерукотворный хөрмәтенә ҡоролған, 1821 й. янған 2 ағас сиркәү урынында төҙөлә һәм 1844 й. изгеләндерелә. Бер көмбәҙле, 3 ярусы булған ике манаралы, 7...

СПАССКИЙ Владимир Иосифович

СПАССКИЙ Владимир Иосифович (9.5.1874, Калуга губ. Рождество а. — 18.3.1955, Өфө), күҙ табибы. Мед. ф. д‑ры (1947), проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1940). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1901) Екатеринослав, Можайск, Смоленск ҡҡ. һауыҡтырыу учреждениеларында эшләй. 1934 й. алып Өфөлә: Башҡ‑н трахоматоз...

СПАТАР Иван Парфёнович

СПАТАР Иван Парфёнович (29.1. 1919, Подольск губ. Загнитково а. — 29.12.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1980). Харьков т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын (1942), Тимер юл транспорты акад. (1956) тамамлаған. 1942 й. алып Ырымбур т. юл ст. нач. урынбаҫары, 1945 й. — Орск...

СПЕКТОР Юрий Иосифович

СПЕКТОР Юрий Иосифович (1.1. 1960, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1998). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй (1998 й. алып хужалыҡ иҫәбендәге ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе). 2001 й. башлап Мәскәүҙә: “Гипротрубопровод”...

СПЕКТРАЛЬ ПРИБОРҘАР

СПЕКТРАЛЬ ПРИБОРҘАР, электромагнит нурланыштарҙың матдә м‑н тәьҫирләшеүен теркәргә мөмкинлек биргән ҡоролмалар. Тикшереү ысулдары б‑са — беренсел (өлгө м‑н йотолған һәм сәселгән) һәм икенсел (өлгө таратҡан) нурланышты; йышлыҡ диапазоны б‑са квадруполь ядро (105—108 Гц), ядро‑магнит (107— 109 Гц) һәм...

СПЕКТРАЛЬ СИНТЕЗ

СПЕКТРАЛЬ СИНТЕЗ, функцияны спектры б‑са тергеҙеүҙе өйрәнгән математика бүлеге. С.с. мәсьәләләре бер төрлө төрөлөү тигеҙләмәләрен тикшергәндә барлыҡҡа килә һәм сиселеше квазиэкспоненциаль аппроксимацияға ҡайтып ҡала. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып БДУ‑ла һәм Матем. ин‑тында комплекслы һәм ысын...

СПЕКТРАЛЬ ТЕОРИЯ

СПЕКТРАЛЬ ТЕОРИЯ, о п е р а т о р ҙ а р ҙ ы ң  с п е к т р а л ь  т е о р и я һ ы, матрицаларҙың үҙҡиммәттәре теорияһын дөйөмләштереү һөҙөмтәһе. С.т. механик системаларҙың бәләкәй тирбәлеүҙәрен һүрәтләгәндә, квант механикаһында һ.б. ҡулланыла. Украина ССР‑ы ФА‑ның Өфөгә эвакуацияланған осоронда С.т....

СПЕКТРОСКОПИЯ

СПЕКТРОСКОПИЯ (лат. spectrum — күрһәтеү, образ һәм гр. skopéō — ҡарайым), электромагнит спектрҙарҙы (электромагнит нурланыш интенсивлығының тулҡын оҙонлоғо һәм йышлыҡ б‑са бүленеүе) өйрәнеүгә арналған физика бүлеге. Тикшеренеүҙәр спектраль приборҙар ярҙамында башҡарыла. С. ысулдары тикшерелгән объекттарҙың...