Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СПОРТ

СПОРТ (ингл. sport), физик культураның состав өлөшө, физик тәрбиәләү сараһы һәм ысулы, төрлө физик күнекмәләр б‑са ярыштар ойоштороу системаһы. Һәүәҫкәр (күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы) һәм проф. С. айырыла. Башҡортостанда күп халыҡ ҡатнашлығындағы С. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Башҡ‑н ҮБК эргәһендә...

СПОРТ АЭРОБИКАҺЫ

СПОРТ АЭРОБИКАҺЫ, спорт 86 төрө・, спортсылар музыкаға ҡушылып үҙ эсенә ҡатмарлы координациялы хәрәкәттәрҙе алған өҙлөкһөҙ һәм юғары интенсив күнекмәләр комплексын башҡара. Башҡортостанда С.а. үҫеше 20 б. 90‑сы йй. уртаһында Өфөлә 8‑се ДЮСШ‑нда С.а. бүлеге, БДПИ, ӨДНТУ эргәһендә, ш. уҡ Бөрө, Күмертау,...

СПОРТ БАССЕЙНДАРЫ

СПОРТ БАССЕЙНДАРЫ (фр. bassin), йөҙөү, һыуға һикереү, һыу полоһы б‑са күнекмәләр һәм ярыштар өсөн йыһазландырылған яһалма һыу ятҡылыҡтары. Асыҡ, ябыҡ һәм ҡатнаш төргә бүленә. Бер йәки бер нисә ваннаһы, әҙерлек күнекмәләре өсөн спорт залдары (майҙансыҡтары), техник һәм ярҙамсы биналары була. Башҡортостанда...

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ, гимнастик снарядтарҙа, ирекле күнегеү һәм таяныслы һикереү ярыштарын үҙ эсенә алған спорт төрө. Айырым төрҙәрҙәге һәм күпбәйгеләге ярыштар айырыла. Башҡортостанда С.г. үҫеше 20 б. 20‑се йй. башында “Сокол” Өфө гимнастика клубы асылыуға бәйле. 1923 й. С.г. 1‑се Бөтә башҡорт олимпиадаһы...

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №16

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №16. Өфөлә урынлашҡан. 1985 й. “Хеҙмәт” ДСО‑һының ДЮСШ булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы СДЮШОР‑ы, 1993 й. — 16‑сы Спорт гимнастикаһы б‑са балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус...

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

СПОРТ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, физик культура, спорт һәм туризмды үҫтереү маҡсатында булдырылған күмәк йәмәғәт берекмәләре. Башҡортостанда тәүге С.й. 1925 й. Өфөлә ойошторола (ҡара: “Динамо”). Респ. “Динамо”, “Спартак” С.й. һәм Профсоюздар спорт йәмғиәте эшләй (2008). Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина...

СПОРТ КЛУБТАРЫ

СПОРТ КЛУБТАРЫ, спортсыларҙы һәм спорт яратыусыларҙы берләштергән йәмәғәт йәки шәхси ойошмалар. С.к. төп маҡсаты һәм бурыстары: матди‑техник базаны үҫтереү, физкультура‑һауыҡтырыу һәм спорт сараларын, спортсыларҙы һәм командаларҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуға әҙерләү өсөн уҡыу‑күнекмәләр йыйындарын...

СПОРТ ҠОРОЛМАЛАРЫ

СПОРТ ҠОРОЛМАЛАРЫ, һауыҡтырыу һәм уҡыу‑күнекмәләр дәрестәре, төрлө спорт төрҙәре б‑са ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән айырым биналар һәм төҙөлөш комплекстары. Спорт‑тамаша (демонстрация), уҡыу- күнекмәләр һәм физкультура‑һауыҡтырыу ҡоролмалары айырыла. БР‑ҙа 10,3‑тән ашыу С.ҡ. эшләй: 132 спорт бассейны,...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №22

СПОРТ МӘКТӘБЕ №22. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. 22‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Бокс, дзюдо, кикбоксинг, пауэрлифтинг, тхэквондо, ушу бүлектәре бар. Мәктәптә 800‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Көрәш (19х5,5; 17х5,5; 18х6; 16х5 һәм 24х12 м), атлетик...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8. Өфөлә урынлашҡан. 1977 й. 8‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Акробатика, бокс, кикбоксинг, тай боксы, тхэквондо бүлектәре бар. Мәктәптә 450‑нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 18 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев,...

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8

СПОРТ МӘКТӘБЕ №8. 1977—2016 йй. Өфөлә 8‑се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе булараҡ эшләй. Акробатика, бокс, кикбоксинг, тай боксы, тхэквондо бүлектәре булған. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Вәхитов, М.В.Дурнева, Ф.Р.Имашев, Т.Т.Йосопов, К.Л.Москвин, М.В.Попов. Мәктәп менән М.М.Ғәбдрәхимов, М.А.Шәмиғолов...

СПОРТ МӘКТӘПТӘРЕ

СПОРТ МӘКТӘПТӘРЕ, спортсыларҙы әҙерләгән махсус учреждениелар. С.м. 3 төрө айырыла: балалар- үҫмерҙәр, олимпия резервы (махсус) һәм юғары спорт оҫталығы. Башҡортостанда беренсе С.м. 1946 й. Өфөлә асыла (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе). Респ. 130‑ға яҡын С.м. эшләй (2008), шулар араһында Биатлон...

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ

СПОРТ НАГРАДАЛАРЫ, спортсының хеҙмәттәрен күреү таныҡлығы, дәртләндереүҙең бер формаһы. С.н. 19 б. 2‑се ярт. алып заманса спорт төрҙәре үҫешеү, милли һәм халыҡ‑ара спорт ярыштары ойоштороу, спорт берекмәләрен булдырыу м‑н индерелә. С.н. донъя, континент һәм милли рекордтар өсөн бирелә, уларға Олимпия...

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ, ярышта ҡатнашыусылар спорт картаһы һәм компас ярҙамында төбәктә контроль пункттарҙы үтергә тейешле спорт төрө. С.о. хәрәкәт итеү ысулдары (йүгереү, саңғыла һәм велосипедта) һәм мәсьәләләр үтәлеше (бирелгән йүнәлештә ориентир, тамғаланған трассала, һайлау б‑са, теүәл ориентир) б‑са айырыла....

СПОРТ ТУРИЗМЫ

СПОРТ ТУРИЗМЫ, спорт төрө, төрлө ҡатмарлы категориялы йәки класлы туристик маршруттар һәм дистанциялар б‑са ярыштар. Һыу, тау, атлы, йәйәүле һ.б. төрҙәре айырыла; дисциплиналары: спорт маршруттары (ситтән тороп ярышыу, унда спортсылар үҙҙәре геогр. районды, маршруттың оҙонлоғон һәм оҙайлығын, ш. уҡ...

СПОРТ ФЕДЕРАЦИЯЛАРЫ

СПОРТ ФЕДЕРАЦИЯЛАРЫ, физик культура һәм спорт өлкәһендә халыҡ‑ара (бөтә донъя һәм төбәк) һәм хөкүмәт ҡарамағында булмаған милли ойошмалар. Башҡортостанда С.ф. 20 б. 50‑се йй. башында ойошторола. БР‑ҙа 85‑тән ашыу С.ф. эшләй (2008): биатлон, бокс, велосипед спорты, грек‑рим көрәше, дзюдо, еңел атлетика,...

СПОРТ ҺАРАЙҘАРЫ

СПОРТ ҺАРАЙҘАРЫ, төрлө спорт төрҙәре б‑са күнекмәләр һәм ярыштар, тамаша һәм күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү өсөн ябыулы архитектур ҡоролмалар. Спорт бассейндары, боҙ майҙансыҡтары, спорт һәм тренажёр залдары, трибуналары, ярҙамсы биналары һ.б. бар. Башҡортостанда тәүге С.һ. 1967 й. Өфө...

СПОРТ‑ТЕХНИКА МӘКТӘПТӘРЕ

СПОРТ‑ТЕХНИКА МӘКТӘПТӘРЕ, хеҙмәткә саҡырыу йәшенә тиклемге йәштәрҙе Ҡораллы көстәр рәтендә хеҙмәт итергә әҙерләгән, техник һәм ғәмәли‑хәрби спорт төрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән махсус учреждениелар. Башҡортостанда тәүге пуля менән атыу б‑са балалар‑үҫмерҙәр С.‑т.м. 20 б. 70‑се йй. уртаһында ДОСААФ...

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ. Өфөлә урынлашҡан

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ, ӨДНТУ‑ға ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. Составына стадион__һәм 1‑се уҡыу‑физкультура корпусы (1967 й. төҙөлгән), 2‑се уҡыу‑физкультура корпусы (1997) инә. Стадионда футбол яланы (120х60 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), гимнастика ҡаласығы, 2 баскетбол майҙансығы, мини‑футбол...

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ. Туймазы ҡ. урынлашҡан

СПОРТ‑ҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ. Туймазы ҡ. урынлашҡан. 1980 й. “Спартак” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының физик культура йорто булараҡ асыла, 1987 й. алып Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте, 1992 й. — “Олимпиец” спорт‑һауыҡтырыу комплексы, 2000 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Бассейны (25х16 м), 2 электрон...