Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУБСИДИЯ

СУБСИДИЯ (лат. Subsidium — ярҙам, булышлыҡ), дәүләт тарафынан юридик һәм физик шәхестәргә, урындағы үҙидара органдарына маҡсатлы сығымдарҙы өлөшләтә финанслау шарттарында аҡсалата йәки натуралата бирелә торған пособие. Тура (дәүләт йәки урындағы бюджеттарҙан, ш. уҡ махсус фондтарҙан милли иҡтисадтың...

СУВЕРЕНИТЕТ

СУВЕРЕНИТЕТ (нем. souveränität), властың өҫтөнлөклө һәм бойондороҡһоҙ булыуы. С. дәүләт (дәүләттең үҙ терр‑яһында сит ил власын тулыһынса кире ҡаҡҡан закондар сығарыу власы, башҡарма власы һәм суд власы), милли (милләттең тулы власлылығы һәм милли тормошоноң характерын билдәләү мөмкинлеге), халыҡ (халыҡтың...

СУВОРОВ Александр Васильевич

СУВОРОВ Александр Васильевич [13.11.1729 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1730), Мәскәү — 6.5.1800, С.‑Петербург], хәрби эшмәкәр. Генералиссимус (1799). Дворяндарҙан, Изге Рим империяһы графы, Рымник графы (икеһе лә — 1789), Италия кенәзе (1799). 1756— 63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. һәм 1787— 91 йй....

СУВОРОВ Геннадий Семёнович

СУВОРОВ Геннадий Семёнович (19.11. 1927, Мәскәү губ. Нелидов ҡсб — 15.9.1996, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. урман сәнәғәте хеҙм‑ре (1984). Львов урман‑техник ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Өфө фанер комб‑тында эшләй: мастер, 1954 й. алып производство нач., 1959 й. — баш инженер, 1965—88 йй....

СУВОРОВА Анна Сергеевна

СУВОРОВА Анна Сергеевна (10.2. 1938, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Һарытау а.), металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1986). 1954—87 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тының байыҡтырыу ф‑каһында эшләй (Сибай ҡ.). С. бригадаһы Бөтә Союз социалистик ярышында күп тапҡыр еңеп сыға. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1984)....

СУД ВЛАСЫ

СУД ВЛАСЫ, дәүләт власының хөкөм эшен ғәмәлгә ашырыу, контроллек итеү, хоҡуҡ нормаларына аңлатма биреү кеүек хоҡуҡтарға эйә булған үҙ аллы тармағы. С.в. судьялар, присяжныйҙар һәм арбитраж заседателдәр ярҙамында судтар тарафынан башҡарыла. Башҡортостанда С.в. функцияларын БР Конституция Суды, федераль...

СУД МЕДИЦИНАҺЫ

СУД МЕДИЦИНАҺЫ, медицинаның тәфтиш һәм суд практикаһында мед. һәм биол. проблемаларҙы өйрәнеүсе бүлеге. С.м. бурыстары: хоҡуҡ һаҡлау органдарына эштең (енәйәти, гражданлыҡ, административ хоҡуҡ боҙоу) хәл‑шарттарын асыҡлауҙа булышлыҡ итеү; һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыу (ауырыуҙар һанын һәм үлем осрағын...

СУД ПАЛАТАҺЫ

СУД ПАЛАТАҺЫ, 1864—1917 йй. Рәсәйҙә округ судтары өсөн апелляция инстанцияһы, округ судтары һәм мировой судьялар съездары (ҡара: Мировой суд) өҫтөнән күҙәтеүсе орган, дәүләт енәйәттәре б‑са эштәрҙе ҡараусы тәүге суд инстанцияһы. С.п. составына юстиция министры тәҡдиме б‑са император тарафынан тәғәйенләнеп,...

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864)

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864), 1864 й. 20 нояб. суд уставтары нигеҙендә судты һәм суд алып барыуҙы үҙгәртеп ҡороу, реформаларҙың (19 б. 60— 80‑се йй.) бер өлөшө. Судьяларҙың бойондороҡһоҙлоҡ, суд процесының асыҡлыҡ, телдән алып барылыу, һүҙ көрәштереү принциптарын иғлан итә, ҡатламдар судын бөтөрә. Присяжныйҙар...

СУД СИСТЕМАҺЫ

СУД СИСТЕМАҺЫ, дәүләттең суд ғәмәле б‑са бер‑береһе м‑н бәйләнгән бөтә судтар йыйылмаһы. БР‑ҙа С.с. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” законына (1996) ярашлы эш итә; суд власының респ. органдарынан — БР Конституция Судынан, мировой судьяларҙан (ҡара: Мировой...

СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ

СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ, үлем сәбәптәрен, тән йәрәхәттәренең характерын һәм ауырлығын, зыян күргән, хоҡуҡ боҙған кешенең хәл‑торошон һ.б. асыҡлау өсөн суд йәки тәфтиш органдары ҡарары б‑са эшләнә торған фәнни‑практик тикшеренеү. Мәйетте, тере кешеләрҙе, матди дәлилдәрҙе һәм биол. объекттарҙы тикшереү...

СУДАН ҮЛӘНЕ

СУДАН ҮЛӘНЕ, судан соргоһы (Sorghum Sudanense), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, тигеҙ япраҡланған, шыма, быуындары яҡшы үҫешкән, бейеклеге 1,8—3 м. Япрағы ланцет формаһында, шыма, сите бер аҙ ҡытыршы, оҙонлоғо 40—65 см, киңлеге 2,5—4,0 см. Сәскәлеге —...

СУДНО

СУДНО, транспорт, промысла һәм хәрби маҡсаттар, ғилми тикшеренеүҙәр һ.б. өсөн тәғәйенләнгән йөҙөү ҡоролмаһы. Диңгеҙҙә йөрөй торған, эске (йылғаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа, ҙур күлдәрҙә, диңгеҙ ҡултыҡтарында) һәм ҡатнаш йөҙөү С.; үҙйөрөшлө (газотурбоходтар, пароходтар, теплоходтар, электроходтар) һәм үҙе...

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ, судноларҙың энергетик ҡулайламаларында, ш. иҫ. газ турбиналы ҡулайламаларҙа, яғыулыҡ сифатында ҡулланылған углеводородтар ҡатышмаһы. Агрегат хәленә ҡарап ҡаты (сеймал — антрацит, ядро яғыулығы), шыйыҡ (нефть, һәүерташтар, һоро күмер һ.б.), газ хәлендәге (углеводород газдар, водород һ.б.)...

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составына механика (1932 й. нигеҙ һалына), ағас эшкәртеү (1934), корпуслы (1971), энергомеханика, урман цехы (икеһе лә — 1985), судно ҡорамалдарын ремонтлау (1998) цехтары; слип (1960) һ.б. инә. 2009 й. 192 кеше эшләгән. 1918 й. Старицкий ҡултығының...

СУДТАР

СУДТАР, енәйәт, граждандар һ.б. эштәрҙе ғәмәлдәге закондар һәм билдәләнгән процессуаль ҡағиҙәләр нигеҙендә ҡараусы дәүләт органдары. С. суд власын ғәмәлгә ашыра. Башҡорттарҙа хөкөм йола хоҡуғы нигеҙендә аҡһаҡалдар йыйыны, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң — бей, тархан һәм кенәздәр, һуңыраҡ...

СУЗДАЛЬЦЕВ Александр Иванович

СУЗДАЛЬЦЕВ Александр Иванович [12.10.1937, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны ш. уҡ исемле ҡсб (БР‑ҙыңҒафури р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). 1956—58 йй., 1961 й. алып һәм 1980—98 йй. “Октябрьскнефть”, 1964—80 йй. “Нижневартовскнефть” НГДУ‑һында нефть һәм газ сығарыу б‑са оператор. Башҡортостандың (Илькин,...

СУЗДАЛЬЦЕВ Виктор Иванович

СУЗДАЛЬЦЕВ Виктор Иванович (20.1.1940, Чкалов өлк. Хәлил ҡсб), рәссам. РФ‑тың (2011) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Пенза художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; педагогтары Ю.К.Бельдюсов, В.М.Валукин) 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта, 1969—90 йй. Башҡ‑н ижади- производство...

СУЙЫН

СУЙЫН, тотороҡло ҡушылмалар (марганец, кремний, көкөрт, фосфор һ.б.), ҡайһы берҙә легирлау элементтары (никель, хром, баҡыр, алюмин, титан һ.б.) булған тимерҙең углерод м‑н (2,14—6,67%) иретмәһе. Ҡорос С. (4%‑тан артыҡ углерод инә, ҡоросҡа эшкәртелә) һәм ҡойоу С. (2,4— 3,8%‑тан артыҡ углерод, суйын...

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ

СУЙЫНСЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Дәүләкән р‑нында урынлашҡан. 1901 й. урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Хотимля а. филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы,...