Список материалов
СУРТАНДЫ МӘҘӘНИӘТЕ
СУРТАНДЫ МӘҘӘНИӘТЕ, энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4–3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Суртанды күле торалары (ҡара: Суртанды торалары) исеме б‑са аталған. Башҡортостанда С.м. ҡомартҡы-лары (Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мәсәғүт тораһы һ.б.) Көньяҡ Урал аръяғында, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә тупланған....
СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ
СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ, мезолит– энеолит осоро археологик ҡомартҡылары. Әбйәлил р‑ны Һамар а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1–1,5 км алыҫлыҡта Суртанды күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә. С.т.II энеолит осорона ҡарай (төньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1961 й., 1967 й. тикшерелә. 24...
СУРТАНДЫ, күл, Әбйәлил р‑ны
СУРТАНДЫ, Йәнгел й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Һамар а. көнбайышҡа табан урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 7,4 км2, оҙонлоғо 4,6 км, уртаса киңлеге 1,6 км, уртаса тәрәнлеге 2,8 м (макс. – 4,0 м), һыу күләме 90,7 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 57,8 км2. Тектоник күл, олотау свитаһы (туф, туффит) һәм йылайыр свитаһы...
СУРТАНДЫ, һырт
СУРТАНДЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ағиҙел һәм Оло Рәз (Ағиҙел й. басс.) йылғалары араһында субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Оҙонлоғо яҡынса 13 км, киңлеге 2–3 км, абс. бейеклеге 1045 м. Бер нисә яйла һымаҡ түбәләрҙән тора (1038 м, 967 м, 693...
СУРТАНЛЫКҮЛ, Балтас р‑нындағы ауыл
СУРТАНЛЫКҮЛ, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 442 кеше; 1920 — 503; 1939 — 379; 1959 — 277; 1989 — 210; 2002 — 170; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-...
СУСАҘЫ‑ЯБАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл
СУСАҘЫ‑ЯБАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 11 км алыҫлыҡта Ариан й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 497 кеше; 1920 – 475; 1939 – 531; 1959 – 382; 1989 – 362; 2002 – 366; 2010 – 402 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...
СУСАҠЛЫҠ
СУСАҠЛЫҠ, сусаҡтары йәки яҫы төплө үҙәндәр м‑н айырылған осло түбәле һәм киң нигеҙле айырым ҡалҡыулыҡтары булған убалы һәм убалы-теҙмә рельеф. Боронғо тауҙарҙың ашалыуы һәм денудацияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һыу айырғыс һәм битләүле С. бүленә. Башҡортостан өсөн Урал аръяғы яйлаһындағы битләүле...
СУСАҠТАУ
СУСАҠТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. төньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 269 м. Конус формаһында; өҫкө өлөшөнөң битләүҙәре текә, аҫҡы өлөшөндә һөҙәк. Ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, мергелдәренән,...
СУСҠА ДИЗЕНТЕРИЯҺЫ
СУСҠА ДИЗЕНТЕРИЯҺЫ, эсәклек шешеүе һәм эс китеү м‑н барған инфекцион ауырыу. Serpulina hyodysenteriae спирохетаһы тыуҙыра. Бигерәк тә 3–6 айлыҡ осорға тиклемге йәш мал бирешә, оло сусҡалар һирәк ауырый. Тыуҙырыусыны таратыусылар – ауырыу һәм ауырыу үткәргән сусҡалар. Ауырыу алиментар юл аша, ауырыу...
СУСҠА КИЛАҺЫ
СУСҠА КИЛАҺЫ, Erysipelothrix insidiosa бактериялары тыуҙырған инфекцион ауырыу. Ауырыу тыуҙырыусы йәшәүгә һәләтлелеген тышҡы мөхиттә бер нисә ай һаҡлай. Бигерәк тә 3–12 айлыҡ сусҡалар тиҙ бирешә, һирәгерәк С.к. йылҡыла, һыйыр малында, һарыҡта, боланда, эттә, күркәлә, өйрәктә һәм кимереүселәрҙә була....
СУСҠАСЫЛЫҠ
СУСҠАСЫЛЫҠ, сусҡа үрсетеү; малсылыҡ тармағы. С. төп йүнәлеше – ит. Сусҡа ите – ветчина, бекон, колбаса һ.б. әҙерләү өсөн, тиреһе – аяҡ кейеме һәм эйәр‑өпсөн етештереүҙә, шырты бумала, щёткалар яһағанда ҡулланыла. Башҡортостанда 1880 й. тиклем С. үҙ аллы ҡулланыу характерын йөрөтә. Сусҡалар аҙ продуктив...
СУСЛОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл
СУСЛОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Суслов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 123 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 445 кеше; 1920 – 471; 1939 – 768; 1959 – 320; 1989 – 584; 2002 – 556; 2010 – 647 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...
СУТЯГИН Александр Васильевич
СУТЯГИН Александр Васильевич (12.8.1915, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнитный ҡсб – 10.1.1991, Ленинград, Өфөлә ерләнгән), йырсы (лирик‑драматик баритон). РСФСР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1954), БАССР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1946) артисы. Башҡ. музыка уч‑щеһын (1936; А.Чернов‑Шер класы), Мәскәү...
СУФИЯНОВ Әһлиулла Ғибәт улы
СУФИЯНОВ Әһлиулла Ғибәт улы [15.3.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламғол а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 6.2.2009, Мәләүез ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1961). 1941–47 йй. һәм 1968–81 йй. Миәкә р‑нының “Урал” к‑зында эшләй. 1951 й. алып Инструменттар з‑дында (Фрунзе ҡ.) балта оҫтаһы, 1952 й. – Зырянов ҡурғаш...
СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы
СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының...
СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы
СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының...
СУФИЯНОВА Сафура Рафиҡ ҡыҙы
СУФИЯНОВА Сафура Рафиҡ ҡыҙы [1.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Аҡҡолай а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) – 19.10.2001, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963). 1944–89 йй. Әлшәй р‑нының “Ленин васыяты” к‑зында эшләй: 1944 й. алып быҙау ҡараусы, 1959 й. – һауынсы, 1985 й....
СУФИЯРОВ Фәрит Суфияр улы
СУФИЯРОВ Фәрит Суфияр улы (20.10.1939, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫәнбай а.), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). Алабуға пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем 1‑се Яңауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 й. алып Борай р‑нының Ҡолай тулы булмаған урта мәктәбе...
СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ
СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ (Mantis religiosa), суфый сиңерткәләр отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Африкала, Австралияла һәм Төньяҡ Америкалатаралған. Кәүҙә оҙонлоғо 40–60 мм (инә бөжәк эрерәк), һорғолт йәшел, һары, йәшел һәм көрән төҫтәр өҫтөнлөк итә. 2 пар ҡанаты бар: алғылары тарыраҡ,...
СУФЫЙСЫЛЫҠ
СУФЫЙСЫЛЫҠ, исламдағы мистик ағым. 8 б. аҙ. сөнниселектә барлыҡҡа килә, 10–12 бб. тулыһынса формалаша. Дини аскетизм таратыуға, рухи таҙарыныуға, Алланы интуитив һәм рухи яҡтан танып белеүгә өндәй. Ғилемгә эйә булыр өсөн мистик юл (тәриҡәт) аша үтергә кәрәк; үтә нескә тойғоло танып белеү (кәшеф) һәм...