Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЫҒЫМ ҮЛСӘГЕС

СЫҒЫМ ҮЛСӘГЕС, ваҡыт берәмеге эсендә прибор аша аҡҡан мөхиттең күләмен йәки ауырлығын үлсәү приборы. Шыйыҡсаларҙы, парҙы йәки газды етештергәндә, ебәргәндә, ҡулланғанда һәм һаҡлағанда уларҙы иҫәпләү һәм контролдә тотоу, ш. уҡ автоматлаштырылған контроль һәм көйләү системаларындағы технологик һәм йылылыҡ‑энергетика...

СЫЗРАНКИН Фёдор Николаевич

СЫЗРАНКИН Фёдор Николаевич (15.5.1886, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы ҡсб, хәҙ. Белорет ҡ., – 11.5.1978, Мәскәү), иҡтисадсы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1929). 1912 й. алып Белорет металлургия з‑дында форма...

СЫЙ

СЫЙ (Achnatherum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле; Евразия, Төньяҡ Африка һәм Американың уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ялтыр С. үҫә. Эре кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы күп һанлы, төҙ, шыма, бейеклеге 50–250 см. Япрағы...

СЫЙРЫШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

СЫЙРЫШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 10 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Сарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1295 кеше; 1920 – 1603; 1939 – 1251; 1959 – 1324; 1989 – 578; 2002 – 601; 2010 – 559 кеше....

СЫЙЫРСЫҠТАР

СЫЙЫРСЫҠТАР (Sturnidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 36 заты, 100‑ҙән ашыу төрө билдәле; Евразия, Африка, Австралияла таралған. Башҡортостанда ябай С. һәм ал С. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 20—25 см, ауырлығы 60—90 г. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы, тығыҙ, ялтыр. Ата ҡош сағыуыраҡ, ябай С. ҡара...

СЫЛБЫРЛЫ РЕАКЦИЯЛАР

СЫЛБЫРЛЫ РЕАКЦИЯЛАР, башланғыс матдәләрҙең продукттарға әүерелеүенең элементар акттары (сылбыр) күп тапҡыр сиратлашыуы аша актив киҫәксәләр ҡатнашлығында (химик процестарҙа – иркен радикал, атом, ҡуҙғытылған молекула, ядро процестарында – нейтрон) башҡарылған химик һәм ядро процестары. С.р. механизмы...

СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР

СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР, үтеүе ҡыйын урында йөк ташыу һәм тартыу функцияларын башҡарған техника төрө. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са махсус С.т.м. (хәрби десант машиналары, хәрби пехота машиналары, бронетранспортёрҙар, танкылар), транспортёр‑тартҡыстарға һәм төрлө маҡсат м‑н файҙаланылған транспортёрҙарға...

СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ

СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ, мәғлүмәт сымдар буйлап электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында тапшырылған электр элемтәһе төрө. Элемтә кабелдәренең баҡыр сымдары (атмосфера тәьҫиренә әҙерәк бирешә), һирәгерәк баҡыр йәки биметалл сымдар (үткәреүсәнлеге насар) аша булдырыла. Алыҫ аралығы (ҡала‑ара; кабелдәр ер аҫтында 0,9–1,2...

СЫНБУЛАТОВ Хәйретдин Мостаҡ улы

СЫНБУЛАТОВ Хәйретдин Мостаҡ улы [5.3.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбүбәкер а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) – 5.1.1969, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләгән: 1934 й. башлап “Игенсе” к‑зы рәйесе, 1937–38 йй. Һаҡмар МТС‑ы дир., 1939–41 йй. – район башҡарма...

СЫҢҒЫҘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

СЫҢҒЫҘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Күсәбә й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 420 кеше; 1920 – 664; 1939 – 336; 1959 – 393; 1989 – 532; 2002 – 578; 2010 – 573 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СЫҢҒЫҘХАН НӘҪЕЛЕ

СЫҢҒЫҘХАН НӘҪЕЛЕ, 12–19 бб. хакимдар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Сыңғыҙхан. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Жуси, Ч ж о ч и (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сыңғыҙхандың тәрбиәгә алған улы, монголдарҙың меркет ҡәбиләһенән; яҡынса 1187 й. – 1227 й. марты, Дәшти Ҡыпсаҡ), монгол ханы. Жуси нәҫеленә (Алтын...

СЫҢҒЫҘХАН, монгол ханы

СЫҢҒЫҘХАН [ысын исеме Тэмуджин, Темучин; 1155 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1162), Онон й. буйындағы Делпун‑Болдан төбәге, Монголия – 25.8.1227], монгол ханы. Монгол империяһына нигеҙ һалыусы. Сыңғыҙхан нәҫелен башлап ебәреүсе. 1184 й. монгол ханы Чжамуха м‑н берлектә меркет ҡәбиләһен еңеп сыға. 1189 й....

СЫҢҒЫРАУЫҠ МӘМЕРЙӘҺЕ

СЫҢҒЫРАУЫҠ МӘМЕРЙӘҺЕ. Бөрйән р‑ны Кейекбай а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4,9 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы девондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле юлдарҙың һәм коридорҙарҙың горизонталь‑ауыш системаһынан...

СЫПҠАЙ ҺЫМАҠТАР

СЫПҠАЙ ҺЫМАҠТАР (Podicipediformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе, яҡынса 20 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө бар. Уртаса ҙурлыҡтағы күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 28—50 см, ауырлығы 200—1500 г), ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы. Төҫө көрәнһыу һоро (аҡбаш сыпҡай), тут‑ерән төҫмөрлө көрәнһыу...

СЫРКИН Алик Михайлович

СЫРКИН Алик Михайлович (15.7.1939, Гомель ҡ. — 17.11.2018, Өфө), химик‑технолог. Химия ф. канд. (1968), проф. (1991). Чечен Респ. атҡ. фән эшмәкәре (2008), РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. химигы, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан...

СЫРОВ Игорь Анатольевич

СЫРОВ Игорь Анатольевич (12.2.1965, Салауат ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2006). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2015). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1992) 2002 й. тиклем һәм 2005 й. алып шунда уҡ эшләй: 2006 й. башлап урыҫ теле...

СЫРОВ Харлампий Павлович

СЫРОВ Харлампий Павлович (10.2. 1911, Һарытау губ. Бәләкәй Озерки а. – 15.12.1972, Ишембай ҡ.), геолог‑нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әзербайжан индустрия ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1934) “Башнефть” тресының Ишембай нефть промыслаһы геологы, өлкән...

СЫРОМЯТНИКОВ Василий Степанович

СЫРОМЯТНИКОВ Василий Степанович [14.8.1885, Өфө губ. Бәләбәй кантоны Елдәр а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 20.3.1979, Өфө], рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлаған (1912; педагогтары П.П.Беньков, Н.И.Фешин). 1916 й. алып Өфө мәктәптәрендә уҡыта, 1920–46 йй. БДХМ‑дың ғилми...

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Мәләүез р‑ны Сыртлан а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек уң ярында урынлашҡан. М.Ф.Обыдённов тарафынан 1976 й. асыла һәм 1977 й., 1982 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 14 ҡурғандан (диам. 14–16 м, бейеклеге...

СЫРТЛАНОВ Ғәлиәскәр Шаһихәйҙәр улы

СЫРТЛАНОВ Ғәлиәскәр Шаһихәйҙәр улы [1875, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – 7.8.1912, Өфө], Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907–12) депутаты. Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән. Ш.Ш.Сыртлановтың улы. Неплюев кадет корпусын, Александр хәрби уч‑щеһын (Мәскәү), Хәрби‑юридик...