Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЫУАШ НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

СЫУАШ НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Төкөн т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Нуғаҙаҡ күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 900 кеше; 1920 – 851; 1939 – 865; 1959 – 905; 1989 – 623; 2002 – 450; 2010 – 408 кеше. Сыуаштар йәшәй...

СЫУАШ ТЕЛЕ

СЫУАШ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Сыуашстандың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Һамар, Ульяновск өлк. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 1 млн 300 меңдән ашыу кеше; БР‑ҙа 98 меңдән күберәк кеше С.т. белә, ш. иҫ. 91 меңдән ашыу сыуаштар (2002)....

СЫУАШ ФОЛЬКЛОРЫ

СЫУАШ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы сыуаштары фольклорының жанрҙары күп төрлө (эпик әҫәрҙәрҙән тыш). Йыйылған материалдың байтаҡ өлөшөн тылсымлы, йәки героик, тормош‑көнкүреш, хайуандар т‑дағы әкиәттәр (юмах, халап) тәшкил итә. Легендалар, тарихи риүәйәттәр, йомаҡтар (тупмалли юмах), мәҡәл һәм...

СЫУАШ‑ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл

СЫУАШ‑ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 198 кеше; 1920 – 245; 1939 – 241; 1959 – 238; 1989 – 159; 2002 – 140; 2010 – 158 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға...

СЫУАШСТАН

СЫУАШСТАН, С ы у а ш Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Свияга һәм Сура йй. (Волга й. ҡушылдыҡтары) араһында урынлашҡан. Марий Эл, Мордовия, Татарстан респ., Түбәнге Новгород өлкәһе, Пенза һәм Ульяновск өлк. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы – Чебоксар. Иң юғары...

СЫУАШТАР

СЫУАШТАР (үҙ атамаһы саваш), Сыуашстандың төп халҡы. С. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа – 1773,6 мең кеше, Сыуаш АССР‑ында – 906,9 мең; 2010 й. РФ‑та – 1435,8 мең, Сыуаш Респ. 814,7 мең кеше тәшкил итә. БАССР‑ҙа 1989 й. С. һаны – 118,5 меңдән ашыу; БР‑ҙа 2010 й. 107,4 мең кеше була. Айырыуса Стәрлетамаҡ (14,3...

СЫУАШТАР КАНАШЫ (СЪЕЗЫ)

СЫУАШТАР КАНАШЫ (СЪЕЗЫ), БР сыуаштарының милли үҙаңын күтәреү, сыуаш телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты пропагандалау һәм нығытыу маҡсаты м‑н ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1999 й. алып эшләй. БР Халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Сы- уаш...

СЫЧЁВ Алексей Алексеевич

СЫЧЁВ Алексей Алексеевич [1861, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) – ?], Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912–17) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. 2 класлы башланғыс училище тамамлаған. Златоуст өйәҙземство башҡармаһында писарь булып хеҙмәт иткән. Златоуст өйәҙземство йыйылышында крәҫтиәндәрҙән...

СЮЖЕТ

СЮЖЕТ (фр. sujet — предмет), художестволы әҫәрҙә арауыҡ‑ваҡыт үҙгәрештәре, бер‑береһен алмаштырған урын‑торош һәм шарттар рәүешендә күҙ алдына баҫтырылған хәл‑ваҡиғалар йыйылмаһы. С. драматик, эпик һәм лиро‑эпик жанрҙарҙың ойоштороусы башланғысы булып тора; лирикала ла мөһим булырға мөмкин. С. структур...

СЮИТА

СЮИТА (фр. suite — рәт, эҙмә‑эҙлелек), дөйөм художество идеяһы м‑н берләшкән бер нисә ҡапма‑ҡаршы үҙ аллы өлөштәрҙән (характеры, ритмы, темпы һ.б. б‑са айырылалар) торған инструменталь цикллы муз. әҫәр. С. соната һәм симфониянан өлөштәренең артыҡ үҙ аллылығы, уларҙың ҡәтғи иҫәпкә, тәртипкә, характерға...

СЮТКИН Владимир Михайлович

СЮТКИН Владимир Михайлович (28.2.1952, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), инженер‑механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Ижевск механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Рязань мәҙәниәт‑көнкүреш тауарҙары ф‑каһында өлкән мастер булып эшләй. 1977 й. алып “Нефтекама автозаводы” ААЙ‑нда:...

СЮТКИН Пётр Иванович

СЮТКИН Пётр Иванович [31.12. 1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Армянинов а. — 14.8.1954, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл эшселәр ҡсб, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Холодный Ключ ҡсб ерләнгән, ш. уҡ р‑ндың Калегин а. күсереп ерләнгән], танкист, майор. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Горький...

ТАБАН БАЛЫҠ

ТАБАН БАЛЫҠ (Carassius), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ заты. 2 төрө билдәле: алтын Т.б. Урта һәм Көнсығыш Европала, Себерҙә (Лена й. тиклем), көмөш Т.б. Тымыҡ океан басс., Себерҙә, Амударъя, Һырдаръя, Волга, Днепр һ.б. йылғаларҙың түбәнге ағымында таралған. Кәүҙәһе бейек, оҙонлоғо...

ТАБАҪҠЫТАМАҠ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ТАБАҪҠЫТАМАҠ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Табаҫҡытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 75 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Пермь өлк.) К.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Аяҙ й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 68 кеше; 1959 — 885; 1989 — 716; 2002 — 567; 2010 — 462 кеше. Башҡорттар, татарҙар,...

ТАБИП-ФИЗКУЛЬТУРА ДИСПАНСЕРЫ

ТАБИП‑ФИЗКУЛЬТУРА ДИСПАНСЕРЫ, дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы. Физик культура һәм спорт м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙе (ш. иҫ. балаларҙы) мед. хеҙмәттәре, ш. уҡ халыҡты мед. реабилитацияһы м‑н тәьмин итә. Өфөлә урынлашҡан. Т.‑ф.д. составына спорт мед., тергеҙеү мед. һәм реабилитация, консультатив‑диагностика...

ТАБЫЛДЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТАБЫЛДЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Күндерәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 638 кеше; 1920 — 603; 1939 — 577; 1959 — 458; 1989 — 352; 2002 — 359; 2010 — 306...

ТАБЫН БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ

ТАБЫН БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ. Һул ҡулына сабый Иисусты күтәргән Богородицаның йөҙөн һүрәтләгән икона; һары‑көрән төҫтә, византия яҙмаһы м‑н төшөрөлгән. Ҡазан Божья Матерь иконаһына оҡшаш. Үлсәме 106х74 см. Риүәйәт б‑са, ике тапҡыр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, өс тапҡыр) — 1580 йй. Вознесение пустыны эргәһендә...

ТАБЫН КАНТОНЫ

ТАБЫН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Архангел (бер өлөшө), Бишҡайын, Богоявленск, Боҙаяҙ, Дыуан-Табын, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Меркетле улустарынан һәм Өфө өйәҙенең Бишауыл-Уңғар, Биштәкә улустарынан АСБР составында барлыҡҡа килә. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.к. сиктәре...

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Табын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. һул ярындағы һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1956 й. Һ.В.Йосопов, 1975 й. В.А.Иванов, 1978...

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ, Т а б ы н, 1736 й. 14 июлендә сауҙагәр И.Д. Утятниковтың тоҙ промыслаһы янында, Тоҙйылға й. Ағиҙелгә ҡойған урында, башҡорт ихтилалдары (1735—40) барышында башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙә И.К.Кириловтың күрһәтмәһе б‑са төҙөлгән. Башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы, Т.ҡ. Нуғай даруғаһының...