Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы

ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы (26.6.1932, Түбәнге Новгород крайы Красная Горка а. — 10.3.2022, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1995). МДУ‑ны тамамлаған (1955). 1956 й. алып Таулы Алтай педагогия институтында, 1958 й. — 3‑сө Стәрлетамаҡ киске (сменалы) эшсе йәштәр...

ТАЖЪЯПРАҠ

ТАЖЪЯПРАҠ, б р а х и а к т и с (Brachyactis), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда керпек Т. үҫә. Ҡаты ҡылдар м‑н ҡапланған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төбөнән алып тармаҡлана (ботаҡтары ябай, ҡыҫҡа), ҡуйы япраҡлы, бейеклеге...

ТАЙГАНОВ Артём Сергеевич

ТАЙГАНОВ Артём Сергеевич (26.1. 1985, Нефтекама ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004). 20‑се ДЮСШ (Өфө) тәрбиәләнеүсеһе, 2004 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры И.С.Романов). Күреү б‑са инвалидтар араһында 800 м йүгереүҙә донъя чемпионаттарының...

ТАЙҠАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТАЙҠАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яугилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 39 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Тайҡаш күле (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 1341; 1939 — 1101; 1959 — 955; 1989 — 638; 2002 — 565; 2010 — 547 кеше....

ТАЙМАҪ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ

ТАЙМАҪ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Таймаҫ а. урынлашҡан. 18 б. аҙ. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1923 й. — башланғыс мәктәп, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1938 й. — урта мәктәп, 2010 й. хәҙ. статусын ала. 2001 й. Р.Ғ.Солтангәрәев исеме бирелә....

ТАЙМАҪ ШӘИМОВ

ТАЙМАҪ ШӘИМОВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан, батыр. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1731—32 йй. А.И.Тәвкилев илселеге составында Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙөндә булған, төньяҡ ҡаҙаҡтарҙың Рәсәй подданныйлығын алыуына булышлыҡ иткән....

ТАЙМАҪ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ТАЙМАҪ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Таймаҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 33 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 933 кеше; 1920 — 966; 1939 — 920; 1959 — 676; 1989 — 409; 2002 — 297; 2010 — 313 кеше....

ТАЙМЫЙ, Салауат р‑нындағы ауыл

ТАЙМЫЙ, А т а у, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 49 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 78 км алыҫлыҡта Атау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2566 кеше; 1920 — 2434; 1939 — 1736; 1959 — 1228; 1989 — 666; 2002 — 706; 2010 —...

ТАЙМЫРҘА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТАЙМЫРҘА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Таймырҙа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 106 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1138 кеше; 1920 — 1125; 1939 — 1089; 1959 — 874; 1989 — 536; 2002 — 571; 2010 — 661 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

ТАЙНАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаша/с үҙәге

ТАЙНАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 82 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1301 кеше; 1920 — 1004; 1939 — 904; 1959 — 622; 1989 — 584; 2002 — 557; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ТАЙСИН Вафир Нурислам улы

ТАЙСИН Вафир Нурислам улы [6.8. 1927, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Амангилде а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 10.1.1995, Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1943 й. алып Әбйәлил р‑нында эшләй: Әлмөхәмәт МТС‑ы тракторсыһы, 1949 й. башлап трактор бригадаһы бригадиры, 1957 й. — трактор-баҫыусылыҡ...

ТАЙСИНОВ Марат Ғәли улы

ТАЙСИНОВ Марат Ғәли улы [10.1. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Гәйнәямаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Миәкә р‑нының Яңы Омельники...

ТАЙСИНОВ Солтан Нурғәле улы

ТАЙСИНОВ Солтан Нурғәле улы [27.11.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Гәйнәямаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 3.9.1982, Өфө], агроном‑тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). РСФСР‑ҙың (1968), БАССР‑ҙың (1951) атҡ. фән эшмәкәре. Һамар а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) шунда уҡ эшләй. 1933—82 йй. БАХИ‑ла:...

ТАЙТОЯҠ

ТАЙТОЯҠ (Asarum), алма үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 60, башҡа мәғлүмәттәр б‑са 100‑гә тиклем төрө бар, Евразия һәм Төньяҡ Америка урмандарында таралған. Башҡортостанда европа Т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 5— 10 см, тамырһабағы йәйелеүсән тармаҡлы. Һабағы түшәлеүсән, ҡыҫҡа, 2—3...

ТАЙЫШ ЗАВОДЫ

ТАЙЫШ ЗАВОДЫ, 1741 й. Ҡазан даруғаһының Бүләр улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тайыш й. (Вятка й. басс.) буйында С.Е.Иноземцев тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Иноземцев, 1751 й. алып И.С. һәм П.Е. Иноземцевтар, 1796 й. — И.И.Иноземцев, 1800 й. — С.И.Иноземцев...

ТАЙЫШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАЙЫШ, И ҫ к е Т а й ы ш, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 801; 1939 — 309; 1959 — 281; 1989 — 221; 2002 — 194; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАЙЫШ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ТАЙЫШ, Э т ҡ о л, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 160 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 537 кеше; 1920 — 481; 1939 — 390; 1959 — 394; 1989 — 309; 2002 — 328; 2010 — 343 кеше....

ТАҠАТЫ

ТАҠАТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндары буйлап Таҡаты й. (Еҙем й. ҡушылдығы) киңлек бүлеменән Айыулы й. (Рәүҙәк й. ҡушылдығы) башына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 20 км, киңлеге 5—6 км, абс. бейеклеге 657 м. Бейеклектәре 485—657 м еткән 5...

ТАҠМАЗА

ТАҠМАЗА, башҡ. фольклоры жанры, рифмаға һәм ритмға һалынған юмористик характерҙағы әҫәр. Алогизмға ҡоролған шаярыу диалогы, мөрәжәғәт, ғәҙәттән тыш хәл‑ваҡиғалар теҙмәһе, көлкөлө эпизод булып күҙ алдына баҫа: “Һуйыр инем өйрәк, /Ҡунаҡтарым күберәк. /Һуйыр инем ҡаҙ, /Ҡунаҡтарым аҙ. /Һуйыр инем күркә,...

ТАҠМАҠ

ТАҠМАҠ, бейеү йыры; башҡ. муз.-шиғри фольклор жанры. Т. тәүге яҙмаһы 19 б. аҙ. С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына (өлгөләре “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында бирелгән), фонографҡа 1929—31 йй. И.В.Салтыков тарафынан яҙыла. Тәүге тапҡыр “Башҡорт халыҡ йырҙары”...