Список материалов
ТАҠСУРА, Благовар р‑нындағы ауыл
ТАҠСУРА, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 27 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 470 кеше; 1920 — 479; 1939 — 455; 1959 — 328; 1989 — 221; 2002 — 194; 2010 — 173 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 20...
ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ
ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең бүрәнәнән ағас‑таҡта (бурса һ.б.) етештергән тармағы. Таҡта ярыу з‑дтары һәм урман хужалыҡтары, урман сәнәғәте хужалыҡтары составындағы цехтарҙан тора. Таҡта ярыу цехтарында бүрәнәне һәм бурсаны буйға ярыу, ш. уҡ ҡыры киҫелмәгән таҡта бысыу һәм осон...
ТАҠТАШ Һаҙый
ТАҠТАШ Һаҙый (ысын исеме Таҡташев Мөхәмәтһаҙый Хәйрулла улы; 20.12.1900, Тамбов губ. Сургодь а. — 8.12.1931, Ҡазан), шағир. “Күмелгән ҡоралдар” (1927) драмаһы, “Мөхәббәт тәүбәһе” (1927), “Алһыу” (1929) һ.б. поэмалар авторы. “Сырҡыды ауылы”, “Дауылдан һуң”, “Быуаттар һәм минуттар” (бөтәһе лә — 1924)...
ТАҠҺЫР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ТАҠҺЫР, Т е л ә н с е, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 220 кеше; 1920 — 275; 1939 — 207; 1959 — 215; 1989 — 363; 2002 — 332; 2010 — 398 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ТАҠШАН ДӘРБИШЕВ
ТАҠШАН ДӘРБИШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһының Һалйот улусы башҡорто. Мәғдән сығарыу һәм уны Рәүҙе заводына ташыу м‑н шөғөлләнгән. Исәт провинцияһында һәм Екатеринбург ведомствоһының Ташлы заводтары тирәһендә һуғышҡан. 1799 й. 4‑се башҡ. кантоны...
ТАҠЫЯ
ТАҠЫЯ, башҡорт ҡатын-ҡыҙының түңәрәк традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Эслеген киндер туҡыманан ҡуйғандар, ситен һәм уртаһын ҡыҙыл туҡыма м‑н тышлағандар. Т. өҫкө яғын тотошлай көмөш тәңкә м‑н биҙәгәндәр, уртаһына металл көмбәҙ ҡуйып, уның тирәләй 3 рәт ҡыҙыл мәрйен теккәндәр. Сите буйлап...
ТАЛ
ТАЛ (Salix), тал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 24 төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы, ике өйлө ағас, ҡыуаҡ, ваҡ ҡыуаҡ, бейеклеге 0,5—30 м, 100—150 йылға тиклем үҫә. Япрағы бөтөн, япраҡ ҡолаҡсындары бар,...
ТАЛ КҮБӘЛӘГЕ
ТАЛ КҮБӘЛӘГЕ (Apatura iris), күбәләктәр отрядының нимфалидтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Үҙәк һәм Төньяҡ Англия, Скандинавия, Көньяҡ Европанан башҡа Евразияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, ата күбәләктеке — күкһел шәмәхә төҫмөрлө ҡара көрән, инәһенеке асыҡ көрән төҫтә. Алғы ҡанаты аҡ таплы, артҡыһы...
ТАЛ ҠУСҠАРЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ТАЛ ҠУСҠАРЫ, Ҡ у с ҡ а р, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 176 кеше; 1939 — 207; 1959 — 212; 1989 — 383; 2002 — 381; 2010 — 464 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ТАЛАЛАЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
ТАЛАЛАЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 28 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 779; 1939 — 677; 1959 — 617; 1989 — 457; 2002 — 591; 2010 — 590 кеше. Урыҫтар,...
ТАЛАС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл
ТАЛАС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Бүреҡаҙған а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1060 кеше; 1920 — 1491; 1939 — 1531; 1959 — 1323; 1989 — 927; 2002 — 897; 2010 — 895 кеше. Башҡорттар,...
ТАЛБАҘЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл
ТАЛБАҘЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Ҡарасайылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1517 кеше; 1920 — 1850; 1939 — 1450; 1959 — 726; 1989 — 378; 2002 — 403; 2010 — 363 кеше. Башҡорттар,...
ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ
ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ. Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1836 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1900 й. алып урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө башланғыс мәктәп, 1933 й. — урта мәктәп (1992 й. башлап №1), 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 компьютер...
ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының үҙәге
ТАЛБАЗЫ, ауыл, Ауырғазы р‑нының (1932—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Талбазы а/с үҙәге. Өфөнән К. 80 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур, Талбазы—Красноусол, Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,7; 1920 — 1,8; 1939 — 3,2; 1959 — 3,0;...
ТАЛДУТ
ТАЛДУТ (Lysimachia), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: ябай Т. һәм тәңкәле Т., йәки болон сәйе. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары нескә, түшәлеүсән йәки төҙ, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы,...
ТАЛИПОВ Рифҡәт Фаат улы
ТАЛИПОВ Рифҡәт Фаат улы (16.5.1957, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Сорочинский ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1984 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1993—94 йй. Теүәл органик синтез ҒТИ‑нда лаб. мөдире;...
ТАЛҠАН
ТАЛҠАН, башҡорташ-һыуында традицион аҙыҡ. Ҡурмастан (Урал аръяғында, Башҡортостандың таулы-урманлы һәм көньяҡ райондарында), ш. уҡ бешереп киптерелгән бойҙай, һоло, тары, арыш, арпанан йәки уларҙың ҡатнашмаһынан әҙерләнә. Орлоҡто ҡул тирмәнендә тарталар, ҡайһы берҙә килелә төйәләр, һуңынан иләп, төрлө...
ТАЛҠАҪ
ТАЛҠАҪ, Урал й. бассейнындағы күл. Баймаҡ районы Түбә а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендәге тау араһы уйпатлығында, “Ирәндек” тәбиғи паркы һәм “Талҡаҫ күле” тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияларында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 4,2 км2, оҙонлоғо — 4,0 км, уртаса...
ТАЛҠАҪ, күл
ТАЛҠАҪ, Урал й. бассейнындағы күл. Баймаҡ районы Түбә а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендәге тау араһы уйпатлығында, “Ирәндек” тәбиғи паркы һәм “Талҡаҫ күле” тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияларында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 4,2 км2, оҙонлоғо — 4,0 км, уртаса...
ТАЛЛЫКҮЛ, Благовар р‑нындағы ауыл
ТАЛЛЫКҮЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 169 кеше; 1959 — 181; 1989 — 115; 2002 — 117; 2010 — 88 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға...