Список материалов
ТАЛЛЫҠУЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл
ТАЛЛЫҠУЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаңны-Төркәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.-Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 689 кеше (Теләкәй-Ҡобау а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 — 421; 1939 — 279; 1959 — 268; 1989 — 292; 2002 — 275; 2010 — 354 кеше. Башҡорттар...
ТАЛЛЫҺЫҘА, Баҡалы р‑нындағы ауыл
ТАЛЛЫҺЫҘА, С а р л ы, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 72 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 549 кеше; 1959 — 432; 1989 — 229; 2002 — 207; 2010 — 147 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1991 й. Асҡын р‑ны Төй ҡасабаһында Талог урман пункты (30‑сы йй. нигеҙләнгән) базаһында “Башлеспром” урман сәнәғәте берекмәһенең Т.у.с.х. булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. 2003 й. 119 кеше эшләгән; 12,4 мең...
ТАЛПАНДАР
ТАЛПАНДАР (Acarina), үрмәксе һымаҡтар класына ҡараған отряд. 300 ғаиләһе, яҡынса 20 мең төрө билдәле, БР‑ҙа 200‑ҙән ашыу төрө бар. Тән төҙөлөшө үҙенсәлектәре буйынса Т. 3 ярым отряды айырыла: акариформ (биҙ, ҡыҙыл, үрмәксе ауы, ҡауырһын, галл рәүешле һ.б. Т. ғаиләһе), паразитиформ (гамазоид, иксод,...
ТАЛХИНА Динә Азат ҡыҙы
ТАЛХИНА Динә Азат ҡыҙы (27.7. 1952, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Мәтәл а. — 28.2.2007, Өфө), шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзыағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1974 й. алып Учалы р‑нының Миндәк урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1977 й. — “Серп и молот” (“Ураҡ һәм...
ТАЛЫЗИН Иван Дмитриевич
ТАЛЫЗИН Иван Дмитриевич (1799—14.5.1844, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Дворян. Действительный статский советник (1838), полк. (1832). 1817—64 йй. Кавказ һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1817 й. алып рус армияһында. Кавказ айырым корпусы командиры инфантерия ген. А.П.Ермоловтың адъютанты,...
ТАЛЬК
ТАЛЬК, ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Mg3[Si4O10](OH)2. Тимерш. уҡ формала тулыһынса магнийҙы алмаштыра. Составына никель, хром ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында. Агрегаттары ваҡ тәңкәле, һәүерташҡа тартым, тығыҙ (стеатит), эре япраҡлы. Төҫһөҙ, тоноҡ йәшел, һары, быяла кеүек...
ТАМБОВЦЕВ Василий
ТАМБОВЦЕВ Василий (?—1778, Наурск ҡәлғәһе, Төньяҡ Кавказ), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Яйыҡ казагы. Комиссияла крәҫтиән һәм казактарҙың сауҙагәрҙәр аралашлығынан тыш сауҙа итеү хоҡуғын яҡлай. Дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) өҫтөнлөктәре нығытылған “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н...
ТАМБОВЦЕВ Иван
ТАМБОВЦЕВ (Анкудинов) Иван (? — 1772 й. ғин., Ырымбур губ. Яйыҡ ҡаласығы), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Яйыҡ казагы. Комиссияла крәҫтиән һәм казактарҙың сауҙа м‑н шөғөлләнеү хоҡуғын яҡлап сығыш яһаусыларҙы хуплай. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың (ҡара:...
ТАМҒА
ТАМҒА, ҡайһы ырыуға ҡарауҙы йәки нимәгәлер эйә булыуҙы аңлатҡан билдә. Бер йәки бер нисә һыҙыҡҡа ҡарата симметриялы геом. һүрәттән ғибәрәт. Көньяҡ Уралда тәүге Т. бронза һәм иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыларында осрай. Башҡорттар Т. аҫабалыҡ, көтөүлек, йәйләү (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) сиктәрен,...
ТАМОЖНЯ
ТАМОЖНЯ, сик аша йөк (ш. иҫ. багаж һәм почта м‑н ебәрелгән әйберҙәр) үткәреүҙе контролдә тотҡан, таможня пошлиналары һәм йыйымдары түләткән дәүләт учреждениеһы. Т. диңгеҙ һәм йылға порттарында, халыҡ‑ара аэропорттарҙа, сик буйы пункттарында һәм т. юл станцияларында, эре үҙәктәрҙә урынлашҡан. Төп бурыстары:...
ТАМЪЯН
ТАМЪЯН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бәшәй, ҡуян, мөлөт, мәсәғүт, тамъян. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол ҡәбиләләренә барып тоташа. Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙағынан 10 б. тиклем “тама” этнонимы м‑н билдәле булғандар (алтай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, тува, үзбәк халыҡтарында осрай)....
ТАМЪЯН-ҠАТАЙ КАНТОНЫ
ТАМЪЯН-ҠАТАЙ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында барлыҡҡа килә. Кантонға Верхнеурал һәм Троицк өйәҙҙәренең 17 улусы инә. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.‑Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алына. Төньяҡта — Златоуст өйәҙе, көнсығышта — Верхнеурал һәм Троицк өйәҙҙәре, көньяҡта — Бөрйән-Түңгәүер...
ТАМЪЯН-ТАЙМАҪ, Миәкә р‑нындағы ауыл
ТАМЪЯН-ТАЙМАҪ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 43 км алыҫлыҡта Сирәш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 795 кеше; 1920 — 868; 1939 — 586; 1959 — 573; 1989 — 589; 2002 — 604; 2010 — 516 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ТАМЪЯН, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ТАМЪЯН, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 97 кеше; 1959 — 117; 1989 — 118; 2002 — 223; 2010 — 353 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 20 б. 30‑сы йй....
ТАМЪЯН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл
ТАМЪЯН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡото а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 951 кеше; 1920 — 1221; 1939 — 591; 1959 — 785; 1989 — 323; 2002 — 323; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
ТАМЫРАҘЫҠТАР
ТАМЫРАҘЫҠТАР, 1) төп тамырҙың һәм (йәки) ер аҫты һабағының үҫеп китеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡайһы бер культуралы үҫемлектәрҙең көслө, һутлы ер аҫты ағзалары. 2) Һутлы тамырҙар алыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. Т. төрлө ғаиләләргә — әүернә һымаҡтар (гәрәнкә, редис, торма, турнепс, шалҡан һ.б.),...
ТАМЫРҺАБАҠЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ
ТАМЫРҺАБАҠЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, башлыса вегетатив юл м‑н ер аҫты үренделәре (тамырһабаҡтары) ярҙамында үрсеүсе күп йыллыҡ үләндәр. Т.ҡ.ү. баҫыу бөтнөгө, баҫыу ҡырҡбыуыны, гумай, һырылыусан аҡтамыр, ябай ҡамыш, ябай үгәй инә үләне һ.б. инә. Т.ҡ.ү. — ныҡ тамыр йәйгән ҡый үләндәре. Тамырһабаҡтарҙың урынлашыу...
ТАНАЛЫҠ ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ
ТАНАЛЫҠ ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Таналыҡ йылғаһында. Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Хәйбулла р‑ны Хворостянка а. эргәһендә йылға тамағынан 124 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 1046 км2 (йылға басс. 25%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 39,1 млн м3, һыу һаҡлағыстың тулы күләме...
ТАНАЛЫҠ-БАЙМАҠ ЗАВОДЫ
ТАНАЛЫҠ-БАЙМАҠ ЗАВОДЫ, 1912 й. Орск өйәҙенең 1—3‑сө Бөрйән улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Таналыҡ й. буйында Көньяҡ Урал тау сәнәғәте АЙ тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. 1918 й. национализациялана. Таналыҡ-Баймаҡ тау округына ингән. 1913 й. эшләй башлай. Ватер-жакет...