Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАПТЫКОВ ҠАЛАСЫҒЫ, археологик ҡомартҡыһы

ТАПТЫКОВ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 7—8 бб. ҡарай. Өфө р‑ны Таптыков а. көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярындағы бейек моронда урынлашҡан. 1962 й. С.М.Васюткин тарафынан асыла, 1983 й., 1985—86 йй. И.М. Аҡбулатов өйрәнә. 600 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ялан яғынан...

ТАПТЫКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

ТАПТЫКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Таптыков а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Авдон т. юл ст. К. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 617 кеше; 1920 — 720; 1939 — 1043; 1959 — 611; 1989 — 480; 2002 — 544; 2010 — 734 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Нижегородка...

ТАРА, Белорет р‑нындағы ауыл

ТАРА, Белорет р‑нындағы ауыл, Туҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 87 км һәм Олойылға т. юл ст. К.‑Көнб. табан 58 км алыҫлыҡта Тара й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 158 кеше; 1959 — 672; 1989 — 125; 2002 — 114; 2010 — 59 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ТАРАБИРҘЕ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ТАРАБИРҘЕ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Кушнаренко а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 4 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1106 кеше; 1920 — 1242; 1939 — 1679; 1959 — 654; 1989 — 489; 2002 — 1184; 2010 — 1576 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ТАРАҠАН ҺЫМАҠТАР

ТАРАҠАН ҺЫМАҠТАР (Blattoptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 5 мең, БР‑ҙа 5 төрө билдәле. Кәүҙә оҙонлоғо 4—9,5 мм. Кәүҙәһе яҫы, овал, аҡһыл, һарғылт һоро, һирәгерәк ҡара төҫтә. Башы өсмөйөш йәки йөрәк формаһында, яҫы, ауыҙ ҡыуышлығы аҫҡа йүнәлтелгән, ҡалҡан рәүешле күкрәк алды менән ҡапланған; ҙур күҙе һәм...

ТАРАСЕНКО Василий Фомич

ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй районының Анненково а....

ТАРАСЕНКО Василий Фомич

ТАРАСЕНКО Василий Фомич [4.12. 1920, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шаровка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 15.8.1995, Рязань ҡ.], артиллерист, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток танкыға ҡаршы истребитель артиллерия училищеһын тамамлаған (1943). Бәләбәй районының Анненково а....

ТАРАСЕНКО Николай Евдокимович

ТАРАСЕНКО Николай Евдокимович [9.5.1908, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Калиновка а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) – 20.7.1974, Дәүләкән ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. механизаторы (1967). 1934 й. алып бригадир, 1941 й. – өлкән механик, 1954–68 йй. Дәүләкән механика з‑дында директор. 1947 й....

ТАРАСОВ Александр Иванович

ТАРАСОВ Александр Иванович (1.10.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Самбо (1982) һәм дзюдо (1985) б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1990). “Каучук” ПБ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры Н.Н. Абсаттаров), 1979—89 йй. Юғары спорт оҫталығы...

ТАРАСОВ Евгений Михайлович

ТАРАСОВ Евгений Михайлович (22.2. 1953, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Киҫтәнле‑Ивановка а.), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2005). Почётлы тимер юлсы (1993), т. юл транспортының иң яҡшы уйлап табыусыһы (2002). Куйбышев т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ...

ТАРАСОВ Николай Васильевич

ТАРАСОВ Николай Васильевич (2.1. 1939, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Казанка а.), инженер‑механик. ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1956—58 йй. “Востокнефтестройматериалы” тресының Төҙөлөш материалдары һәм деталдәре з‑дында (Октябрьский ҡ.) эшләй, 1962 й. алып балта оҫтаһы, 1963 й. — диспетчер, 1969 й. — инженер‑технолог,...

ТАРАСОВ Сергей Александрович

ТАРАСОВ Сергей Александрович (3.10.1950, Өфө), тренер. Дзюдо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1997). 1974—2005 йй. “Юлдаш” физик культура йортонда уҡытыусы‑тренер, бер үк ваҡытта 1992 й. алып “Луч” спорт-реабилитация үҙәге, 1995—2001 йй. Рәсәй паралимпия йыйылма...

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ (Weissia squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Тәпәш кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән ҡара йәшел төҫтәге бер өйлө, ос емешле күп йыллыҡ мүк, бейеклеге 3—6 мм. Япрағы тырпайып ситкә киткән йәки бөгөлгән, ҡыяҡлы‑ланцет, тупаҡ осланған, яҫы ситле. Япраҡтың епсәһе осонан ҡыҫҡа булып сығып тора. Ҡумтаһы...

ТАРБАҠ ПАЛЮДЕЛЛА

ТАРБАҠ ПАЛЮДЕЛЛА (Paludella squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Бейеклеге 5–10 см булған эре ҡуйы кейеҙ кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ, ике өйлө, ос емешле мүк, өҫкө өлөшө ҡара‑йәшел, аҫҡыһы тутлы‑көрән төҫтә. Һабағы ябай йәки 1–3 ос аҫты үренделәре бар, 5 рәт япраҡ м‑н ҡапланған. Япрағы киң йомортҡа‑ланцет...

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ

ТАРБАҠ ЭВЕРНИЯ (Evernia divaricata), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы ҡыуаҡлы, оҙонлоғо 8—40 см, һаҡал рәүешле, һалынҡы, йомшаҡ, аҡһыл йәки һарғылт‑йәшкелт төҫтә, ҡуйы тармаҡлы, ҡайһы берҙә псевдогомфы бар (ҡайһы бер ҡыуаҡлы лишайниктарҙың беркетелеү ағзаһы). Айырсалары...

ТАРҘАУ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ТАРҘАУ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Тарҙау а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Тарҙау й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 362 кеше; 1920 — 712; 1939 — 447; 1959 — 211; 1989 — 130; 2002 — 136; 2010 — 89 кеше. Урыҫтар,...

ТАРИХ

ТАРИХ, йәмғиәт үҫеше барышын өйрәнгән ижт. фәндәр комплексы. Бөтә донъя Т. һәм айырым ил, халыҡтар Т. тора. Хронология б‑са боронғо, урта быуаттар, яңы һәм өр-яңы Т. айырыу ҡабул ителгән. Башҡортостанда Т. фәненең Рәсәй һәм уның башҡа төбәктәре Т. оҡшаш структураһы бар. Тикшеренеү объекты (ҡара: Тарихи...

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, тарих өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда тарихи белем биреү 19 б. башынан проф. уҡыу йорттарында (ҡара: Урта профессиональ белем) башлана. Тарих уҡытыусылары Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институттары) әҙерләнә,...

ТАРИХ, ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИНСТИТУТЫ

ТАРИХ, ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИНСТИТУТЫ РФА‑ның Өфө ФҮ,1932 й. Өфөлә Башҡ‑н милли мәҙәниәт ҒТИ (ҡара: Милли мәҙәниәт институты) булараҡ Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының соц.‑мәҙәни бүлеге нигеҙендә ойошторола,1936 й. алып Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ, 1943 й. — Башҡ‑н тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ (1940—51 йй....

ТАРИХИ ГЕОГРАФИЯ

ТАРИХИ ГЕОГРАФИЯ, үткән тормоштоң физик, иҡт. һәм сәйәси географияһын өйрәнгән тарихи фән. Археология, геология, демография, иҡтисад, картография, халыҡ географияһы, этнология һ.б. фәндәр м‑н бәйле. Тәбиғәт шарттарының, тәбиғәт һәм соц.‑терр. комплекстарҙың һәм уларҙың компоненттарының үҙгәрешен өйрәнә;...