Список материалов
ТАРИХИ ЖАНР
ТАРИХИ ЖАНР, әһәмиәтле тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәрҙе сағылдырыусы графика, рәсем сәнғәте, скульптура әҫәрҙәрен берләштергән һынлы сәнғәт жанры. Т.ж. йыш ҡына башҡа жанрҙар м‑н берләшеп, аралаш формалар барлыҡҡа килтерә: тарихи‑көнкүреш, тарихи портрет, тарихи пейзаж жанрҙары. Айырыуса ҙур масштаблы...
ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР
ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР, тарихи ваҡиғаларҙы туранан-тура сағылдырған барлыҡ объекттар. Иң тәүге Т.с. — ер өҫтөндә, ер йәки һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйбер, ҡоролма, ҡәберлектәр — кешелек йәмғиәтенең үткәнен тергеҙергә мөмкинлек бирә (ҡара: Археологик ҡомартҡылар); археологияның тикшеренеү объекты...
ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР
ТАРИХИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘКТӘР, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары (2006). Башҡорт, урыҫ, татар һ.б. этник төркөмдәр тупланып йәшәгән ерҙәрҙә, йәки билдәле шәхестәр м‑н бәйле урындарҙа асыла.
Т.‑м.ү. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указдарына ярашлы ойошторола, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора....
ТАРИХНАМӘ
ТАРИХНАМӘ (ғәр. тарих һәм фарс. намә — әҫәр), башҡорт әҙәбиәтенең ырыу, ҡәбилә йәки халыҡ тарихына арналған тарихи‑функциональ жанры. Башҡорттар араһында ислам таралыуынан һуң формалаша башлаған, тип фараз ителә. Үҙендә шәжәрә һәм тәуарих элементтарын йөрөтә. Ҡөрьәнгә ингән донъяның яралыуы, Туфан һыуы...
ТАРҠАҘЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл
ТАРҠАҘЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Тарҡаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 43 км һәм Абдулла т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 15 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1321 кеше; 1920 — 1585; 1939 — 1380; 1959 — 1236; 1989 — 811; 2002 — 788; 2010 — 731 кеше. Башҡорттар,...
ТАРЛАУЫҠ
ТАРЛАУЫҠ, йылға эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡаты нигеҙле тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, текә ҡая ташлы битләүҙәре булған тар тау үҙәне. Т. тәрәнлеге киңлегенән ҙурыраҡ, төбө башлыса йылға үҙәне булып тора. Башҡортостанда Т. Ағиҙел й. киңлек ағымы өлөшөндә осрай, бында йылға тәпәш тауҙарҙы киҫеп үтә....
ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС
ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС, тулайым йәмәғәт продуктын етештереү һәм бүлеүҙә иҡт.‑матем. модель, тармаҡ‑ара етештереү бәйләнештәрен һүрәтләй: бер тармаҡтағы продукцияны етештереү һәм был продукцияны етештереү өсөн тотонолған башҡа тармаҡ продукциялары (сығымдары). Халыҡ хужалығын өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Т.‑а.б....
ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ
ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ, өҫтәлмә проф. белем биргән шәхси мәғариф учреждениеһы. 1967 й. Өфөлә “Башмежколхозстрой” уҡыу‑курс комб‑ты булараҡ асыла, 1992 й. алып “Башкирскагропромстрой”, 1998 й. — Башҡ‑н тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә проф. әҙерлек уҡытыу-методик үҙәге, 2002...
ТАРТАЙ
ТАРТАЙ (Crex crex), һыу тауыҡтары ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 27—30 см, ауырлығы 80—200 г, ҡанат йәйеме 46—53 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, кәүшәк, көрәнһыу йәки һорғолт ерән төҫтә, арҡаһында сыбарлыҡтар һәм ян‑яғында арҡыры һыҙаттар бар, ҡанаттары...
ТАРТАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл
ТАРТАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 299; 1939 — 270; 1959 — 223; 1989 — 173; 2002 — 136; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға...
ТАРУТ
ТАРУТ (Мilium), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тарбаҡлы Т. үҫә. Тамырһабаҡлы үлән. Һабағы йыуан, шыма, бейеклеге 60—100 см. Япрағы киң ҡыяҡлы, яҫы, йомшаҡ. Башағы ваҡ, бер сәскәле, асыҡ йәшел төҫтә,...
ТАРХАН
ТАРХАН, 1) боронғо төрки дәүләттәрҙә юғары ҡатлам титулы. Башҡорттарҙа Т. титулы Монгол империяһы дәүерендә таралыу алған, тип фараз ителә; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң айырым хәрби, дипломатик һ.б. хеҙмәттәр өсөн батша исеменән бирелгән; нәҫел б‑са күскән һәм шәхси Т. титулдары булған....
ТАРХАН, Шаран р‑нындағы ауыл
ТАРХАН, Шаран р‑нындағы ауыл, Шаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 651 кеше; 1920 — 866; 1939 — 592; 1959 — 396; 1989 — 335; 2002 — 179; 2010 — 174 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға Ҡазан...
ТАРХОВ Сергей Владимирович
ТАРХОВ Сергей Владимирович (29.9. 1957, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010), проф. (2014). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (1995—97 йй. информатика каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы). Фәнни эшмәкәрлеге белем биреү системалары өсөн мәғлүмәт‑уҡытыу мөхиттәрен проектлауға арналған....
ТАРЫ
ТАРЫ (Panicum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Азияла, Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Т. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 45—150 см. Япрағы ҡыяҡлы. Сәскәлеге — һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше —...
ТАҪҠАҠЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл
ТАҪҠАҠЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 851 кеше; 1920 — 967; 1939 — 681; 1959 — 466; 1989 — 215; 2002 — 212; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...
ТАҪМА ҠОРТТАР
ТАҪМА ҠОРТТАР, ц е с т о д а л а р (Cestoda), яҫы ҡорттар класы. 3 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Умыртҡалыларҙың аш һеңдереү юлы паразиттары. БР‑ҙа яҡынса 140 төрө табылған. Кәүҙәһе таҫма һымаҡ, оҙонлоғо 0,5 см алып (иргәйел цепене, эхинококк) 5 м, ҡайһы берҙә 10 м тиклем (һыйыр...
ТАҪТАР
ТАҪТАР (иран теленән дастор — сәллә, таҫтамал йәки баш кейеме), башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Асыҡ төҫтәге киндер йәки кизе-мамыҡ туҡыманан (күберәк ситсанан) теккәндәр. Оҙонлоғо 3 м еткән таҫтамал рәүешендәге Т. башҡа ике ҡат уратып, бер осон арҡаға, икенсеһен алға...
ТАТ-БИКШЕК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
ТАТ-БИКШЕК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Иҫәнбай й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 258; 1959 — 219; 1989 — 109; 2002 — 104; 2010 — 73 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....
ТАТ-КӨСӨК, Шаран р‑нындағы ауыл
ТАТ-КӨСӨК, К ө с ө к, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 341 кеше; 1920 — 297; 1939 — 286; 1959 — 139; 1989 — 63; 2002 — 105; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар,...