Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАУ ТОҠОМДАРЫ

ТАУ ТОҠОМДАРЫ, ер ҡабығының үҙ аллы геологик есемдәрен барлыҡҡа килтергән билдәле составлы тәбиғи минерал агрегаттары. Т.т. төп характеристикалары: минераль һәм химик состав, тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, электр, магнит һәм башҡа үҙенсәлектәр. Барлыҡҡа килеүе буйынса ултырма, магматик һәм метаморфик Т.т....

ТАУ ТУПРАҒЫ

ТАУ ТУПРАҒЫ, тауҙарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡтарҙың геогр. төркөмө. Т.т. тигеҙлек тупрағынан ҡалынлығы (бигерәк тә текә битләүҙәрҙә), ҡырсынташтар булыуы, составында беренсел минералдарҙың күплеге, тупраҡ профиле м‑н айырылып тора. Тауҙарҙа тигеҙлектәрҙә формалашҡан барлыҡ генетик төрҙәге тупраҡтар осрай....

ТАУ ЭШЕ

ТАУ ЭШЕ, 1) ер аҫтын үҙләштереү б‑са кеше эшмәкәрлеге өлкәһе. Ер ҡабығына техноген йоғонтоноң бөтә төрҙәрен үҙ эсенә ала. Боронғо дәүерҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан терр‑яһында энеолитта халыҡ балсыҡ, ҡом, йәшмә, кремний, эзбизташ, мәрмәр, таштоҙ, гипс, тальк, слюда, гранит, һалҡын килеш эшкәртеү...

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Т.э.б.б. барлыҡҡа килеүе 1745 й. Ырымбурҙа инженерҙар мәктәбе асылыу м‑н бәйле; унда арифметика, геометрия, фортификация, инженерҙар эше өйрәнелә һәм төҙөлөш мастерҙары...

ТАУ‑УРМАН ЗОНАҺЫ

ТАУ‑УРМАН ЗОНАҺЫ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр (көнсығыш өлөшөнән тыш) р‑ндары, Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез р‑ндарының көнсығыш өлөшө, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил р‑ндарының көнбайыш өлөшө а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 1594,0, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр— 34,7, сабынлыҡтар—...

ТАУ‑ҮҘӘН ЕЛДӘРЕ

ТАУ‑ҮҘӘН ЕЛДӘРЕ, таулы райондарҙа урындағы елдәр, тәүлек эсендә даими иҫеп тора: көндөҙ һауа ағымы үҙән һәм тау битләүҙәре буйлап өҫкә күтәрелә (үҙән елдәре), төндә — киреһенсә (тау елдәре). Барлыҡҡа килеүенең сәбәбе булып атмосфералағы һауаның (тигеҙлек һәм тау битләүҙәре өҫтөндә бер үк бейеклектә)...

ТАУ, Иглин р‑нындағы ауыл

ТАУ, У р т а  Л ә м ә ҙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Ләмәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 73 км һәм Оло Теләк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Новь й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 365 кеше; 1959 — 328; 1989 — 204; 2002 — 184; 2010 — 174 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 441 кеше; 1920 — 486; 1939 — 394; 1959 — 365; 1989 — 255; 2002 — 231; 2010 — 194 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб...

ТАУАР БИРЖАҺЫ

ТАУАР БИРЖАҺЫ, Ө ф ө   т а у а р   б и р ж а һ ы, а.х. продукцияһы (арыш, бойҙай), ағас, нефть, нефть продукттары һ.б. м‑н биржала сауҙа итеү б‑са килешеүҙәрҙе теркәгән. 1905 й. ойошторола, 1914 й. ябыла (ҡара: Биржа). Төп бурыстары: күмәртәләп һатыуҙы һәм сәнәғәт производствоһын үҫтереүгә булышлыҡ...

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ, тауарҙың баҙарҙа башҡа етештереүселәрҙең шундай уҡ тауарҙары м‑н конкуренция алып барыу һәләте; конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре, йәғни тәғәйен һатып алыусыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ һәм уның аныҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек билдәләре булыуы. Т.к.һ. кимәле тауарҙың ҡулланыу үҙенсәлектәре...

ТАУБАШ-БАҘРАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТАУБАШ-БАҘРАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 464 кеше; 1920 — 502; 1939 — 386; 1959 — 232; 1989 — 172; 2002 — 167; 2010 — 142 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТАУБЕ Фёдор Фёдорович

ТАУБЕ Фёдор Фёдорович (Арнольд Отто Фридрих) фон (15.6.1857, Лифляндия губ. Венден өйәҙе — 23.2. 1911, Новочеркасск ҡ.), барон, дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейтенант (1909). 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1884) 1875 й. алып рус армияһында. 1890—99...

ТАУҘАР

ТАУҘАР, 1) төрлөсә барлыҡҡа килгән айырым түбәләр, массивтар, арҡалар, һырттар (бейеклектәре, ғәҙәттә, диңгеҙ кимәленән 200 м юғарыраҡ); 2) ныҡ йырғыланған рельеф хас булған таулы илдәр, тау системалары, ҙур ер өҫтө участкалары. Барлыҡҡа килеү ваҡыты б‑са — байкал, каледон, герцин (ҡара: Герцин йыйырсыҡлығы),...

ТАУҠАЙ-ГӘЙНӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ТАУҠАЙ-ГӘЙНӘ, Г ә й н ә, Миәкә р‑нындағы ауыл, Көсөгән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Тауҡай й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 785 кеше; 1920 — 901; 1939 — 452; 1959 — 405; 1989 — 215; 2002 — 223; 2010 — 156 кеше....

ТАУЛЫҠАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, археологик ҡомартҡыһы

ТАУЛЫҠАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты, иртә тимер быуат, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 1963 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла, 1972—73 йй. А.Х.Пшеничнюк, 1975 й. Ю.А.Морозов тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Т.ҡ.I Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. һул ярындағы...

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ

ТАУЛЫҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ, “И м а н и с т и”, урта уҡыу йорто. 19 б. уртаһында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түб. Таулыҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис, мәсеттең имам‑хатибы етәкселек...

ТАУЛЫҠАЙ ТОРАМАҺЫ, археологик ҡомартҡыһы

ТАУЛЫҠАЙ ТОРАМАҺЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а. көньяҡ- көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1973 й., 1975 й. Ю.А.Морозов өйрәнә. Майҙаны яҡынса 12 мең м2, 700 м2 тикшерелгән. 4 торлаҡ (оҙонлоғо...

ТАУТИШӘР

ТАУТИШӘР (Androsace), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Евразияла, һирәкләп Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Мендәр рәүешле кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки түшәлеүсән,...

ТАУТӨМӘН

ТАУТӨМӘН, Иглин р‑нындағы ауыл, Таутөмән а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Лабау й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 550; 1939 — 2743; 1959 — 3253; 1989 — 1968; 2002 — 2094; 2010 — 2219 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар...

ТАУЫҠ ҺЫМАҠТАР

ТАУЫҠ ҺЫМАҠТАР (Galliformes), ҡоштар отряды. 7 ғаиләһе (1‑һе юҡҡа сыҡҡан), яҡынса 270 төрө билдәле. БР‑ҙа ҡор һәм фазандар ғаиләһенә ҡараған 6 төрө бар. Ултыраҡ йәки күсеп йөрөүсе, һирәк осраҡта күсәр, ваҡ (бүҙәнә, кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы 70—155 г), уртаса (ата ҡор 55 см тиклем, 900—1500...