Список материалов
ТАХАЕВ Хәлил Йән улы
ТАХАЕВ Хәлил Йән улы [17.2.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 28.5.1986, Өфө], иҡтисадсы‑географ. Геогр. ф. канд. (1947). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Совет‑партия мәктәбен (Томск...
ТАХИНДАР
ТАХИНДАР (Tachinidae), ике ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 60‑ҡа яҡын төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 3—20 мм. Кәүҙәһе ҡарағусҡыл һоро төҫтә, ҡуйы ҡаты төктәр менән ҡапланған. Башы йомро, хәрәкәтсән, эре фасеткалы күҙҙәре бар. Мыйыҡсалары ҡыҫҡа,...
ТАҺИРОВ Афзал Мөхитдин улы
ТАҺИРОВ Афзал Мөхитдин улы [25.10.1890, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Абдрахман а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 27.9.1937, Мәскәү], яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. совет әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәре (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Мәржәниә” (Ҡазан, 1905—06), “Хөсәйениә”...
ТАҺИРОВ Нуриәғзәм Таһир улы
ТАҺИРОВ Нуриәғзәм Таһир улы [9.1.1888, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ләүеш (Ҡужа) а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1911). 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә, див. муллаһы; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла, див. комиссары....
ТАҺИРОВ Фәхрәзи Әхмәҙиә улы
ТАҺИРОВ Фәхрәзи Әхмәҙиә улы [23.5.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Бәләкәй Үтәш а. (БР‑ҙың Ғафури р ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1975). 1948 й. алып “Башкирэнерго” район энергетика идаралығының (Өфө) Үҙәк электр селтәрҙәрендә электромонтёр, 1953 й. — мастер, 1964—88...
ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы
ТАҺИРОВ Хәмит Харис улы (31.1. 1957, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), ветеринар врач. А.х. ф. д‑ры (2005), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Ҡурған өлк. Әлмән р‑нының “Әлмән” с‑зында ветеринар врач, 1980 й. алып “Малышевский” с‑зында баш ветеринар врач. 1984—2000 йй. Бөтә Рәсәй ит малсылығы...
ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы
ТАҺИРОВА Әнисә Абдулла ҡыҙы [15.12.1941, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1966), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1981) тамамлаған....
ТАҺИРОВА Клара Фоат ҡыҙы
ТАҺИРОВА Клара Фоат ҡыҙы (24.1. 1957, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Шауъяҙы а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2008), проф. (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Кабель” КБ‑нда (Өфө) эшләй. 1984 й. алып ӨДАТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге нефть сығарыуҙа мәғлүмәт‑үлсәү, идара итеү системаларын уйлап табыуға...
ТАҺИРОВА Майя Афзал ҡыҙы
ТАҺИРОВА Майя Афзал ҡыҙы (8.2. 1931, Өфө — 9.6.2003, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БР‑ҙың халыҡ (2001) артисы. А.М.Таһировтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы А.Я.Ваганова), ГИТИС‑ты (1975) тамамлаған. 1949—72 йй. БДОБТ солисы, 1978—2000 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге...
ТАШ АБАҒАҺЫ
ТАШ АБАҒАҺЫ (Asplenium), таш абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. Яҡынса 680 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: башаҡ һымаҡ Т.а. (ярым төрө — төклө Т.а.), йәшел Т.а., ҡая Т.а., төньяҡ Т.а. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, ҡара төҫтәге тәңкәләр менән ҡапланған күп...
ТАШ БЫУАТ
ТАШ БЫУАТ, эш һәм һуғыш ҡоралдары яһау өсөн башлыса таш ҡулланылған тарихи-мәҙәни осор. Өс осорға бүлеп йөрөтөлә: палеолит, мезолит, неолит. Т.б. Көньяҡ Уралда Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Ағиҙел мәҙәниәте, Гарин мәҙәниәте, Илмырҙа мәҙәниәте, Йәнгел мәҙәниәте, Соҡор мәҙәниәте, Суртанды мәҙәниәте, Ташбулат...
ТАШ ЙЫЛАНЫ
ТАШ ЙЫЛАНЫ (Elaphe dione), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Евразияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см тиклем, һомғол, ян‑яғында — шыма, арҡаһында бер аҙ ҡырлы ҡау м‑н ҡапланған. Арҡаһы һорғолт йәки һорғолт көрән төҫтә, кәүҙәһе буйлап бер аҙ күренгән көрән төҫтәге 4 буй һыҙаты бар, ҡорһағы һорғолт...
ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР
ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын,...
ТАШ КҮМЕР
ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең...
ТАШ ТОҘ
ТАШ ТОҘ, галит, аш тоҙо, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей,...
ТАШАҪТЫ, археологик ҡомартҡыһы
ТАШАҪТЫ, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 10—13 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ташаҫты а. янында Еҙем й. уң ярында Уҡлығая тауында урынлашҡан. 1911 й. С.Р.Минцлов тарафынан асыла, 1997 й. В.В. Овсянников өйрәнә. Ҡорбан килтереү урындарына (ҡара: Ғибәҙәтхана) ҡарай. 16 м2 ер ҡаҙылған. 4 тимер уҡ башағы табылған....
ТАШАҪТЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл
ТАШАҪТЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында, Еҙем тәбиғи паркында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 116 кеше; 1920 — 99; 1939 — 198; 1959 — 199; 1989 — 119; 2002 — 142; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй...
ТАШАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл
ТАШАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 63 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 92 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 251 кеше; 1920 — 419; 1939 — 443; 1959 — 468; 1989 — 276; 2002 — 252; 2010 — 187 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ТАШБУЛАТ МӘҘӘНИӘТЕ, археологик ҡомартҡыһы
ТАШБУЛАТ МӘҘӘНИӘТЕ, неолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 6—5 мең йыллыҡҡа ҡарай. Г.Н.Матюшин тарафынан айырып күрһәтелә. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. янындағы тораисеме м‑н аталған. Башҡортостанда Т.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал аръяғында тупланған (Морат I, Урта Түбә II, Сабаҡты III, VI һ.б.). Торамалар...
ТАШБУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ТАШБУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 395 кеше; 1920 — 558; 1939 — 417; 1959 — 495; 1989 — 821; 2002 — 1048; 2010 — 1277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....