Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАШӨЙ МӘМЕРЙӘҺЕ

ТАШӨЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Т а ш й о р т, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Һәргәй а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5,5 км алыҫлыҡта Рәүҙәк й. уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девонға ҡараған франс ярусының аҡһыл һоро эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Һөҙәк, ауыш мәмерйә. Оҙонлоғо 117 м, уртаса киңлеге...

ТАШТАМАҠ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ТАШТАМАҠ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Түрһәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 829; 1939 — 769; 1959 — 689; 1989 — 577; 2002 — 594; 2010 — 561 кеше. Сыуаштар...

ТАШТАУ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТАШТАУ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 140 км алыҫлыҡта Манъязы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 45 кеше; 1959 — 172; 1989 — 140; 2002 — 171; 2010 — 212 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы...

ТАШТИМЕР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТАШТИМЕР, Ҡ о т л о г и л д е, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 23 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 347 кеше; 1920 — 470; 1939 — 426; 1959 — 479; 1989 — 354; 2002 — 381; 2010 — 382...

ТАШТИШӘР

ТАШТИШӘР (Saxifraga), таштишәр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәренең таулы райондарында, ҡайһы берҙәре Көньяҡ Америка тауҙарында (Анд тауҙары) таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Тамыр яны япраҡтары розеткаһы...

ТАШТИШӘР ҺЫМАҠТАР

ТАШТИШӘР ҺЫМАҠТАР (Saxifragaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 30 заты, яҡынса 600 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, поляр һәм субполяр бүлкәттәрендә, ш. уҡ тропиктарҙың тауҙарында таралған. Үлән. Башҡортостанда таштишәр затына ҡараған 4 һәм талағүлән затына ҡараған 1 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән....

ТАШТУҒАЙ ТАУҘАРЫ, төбәк

ТАШТУҒАЙ ТАУҘАРЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Хәйбулла р‑ны Әҙел а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. уң яры буйында, Башҡортостандың Урал аръяғының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 12 га. Ландшафы органоген‑ҡырсынташлы тупраҡтағы ташлы һәм ҡыуаҡлы (ҡырлы тубылғы, ҡыуаҡ селек һ.б.)...

ТАШТУҒАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ТАШТУҒАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 196 кеше; 1989 – 314; 2002 – 344 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Таштуғай” АХПК‑нда эшләй. Урта мәктәп,...

ТАШТУҘАЯҠ

ТАШТУҘАЯҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Учалы р‑ны Сораман а. киңлегенән Силәбе өлк. сигенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5,5 км, киңлеге 1,5—2,5 км, абс. бейеклеге 795 м. Асыҡ күренгән 3 өлөштән тора. Төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо яҡынса 1,5 км, үҙәк өлөшөнөң — 3 км,...

ТАШТУЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТАШТУЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Таштуй й. (Йәнгел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 126 кеше; 1959 — 300; 1989 — 365; 2002 — 458; 2010 — 491 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАШТҮБӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ТАШТҮБӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 189 кеше; 1959 — 194; 1989 — 209; 2002 — 203; 2010 — 191 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб...

ТАШТЫҠОРЪЯТМАҪ

ТАШТЫҠОРЪЯТМАҪ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Ҡоръятмаҫ һыртының армыты. Әбйәлил р‑ны буйлап Әбйәлил а. киңлегенән Ҡушый а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 13 км, киңлеге 2—3 км, абс. бейеклеге 656 м (Олотау). Бейеклектәре 517—656 м еткән 5 түбәһе бар. Рельефы...

ТАЮПОВА Ольга Ивановна

ТАЮПОВА Ольга Ивановна (6.12. 1953, Златоуст ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006), проф. (2016). БДУ‑ны (1976), В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑ты эргәһендәге Юғары пед. сит тел уҡытыусылары курстарын (1981) тамамлаған. 1976 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Бөрө пед. ин‑тында, 1989 й. — БДПИ‑ла уҡыта, 1996—98...

ТАЯНОВИЧ Вениамин Игоревич

ТАЯНОВИЧ Вениамин Игоревич (6.4.1967, Өфө), спортсы. Йөҙөү б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1992). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (Силәбе ҡ., 2006). 18‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары О.В. Михайлова, Н.П.Самойлов), 1985—92 йй. армия спорт...

ТӘБӘНӘК ӘШӘЛСӘ

ТӘБӘНӘК ӘШӘЛСӘ (Herminium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда бүлбеле Т.ә. үҫә. Яңғыҙ, шар һымаҡ йәки йомортҡа рәүешле тамыр-бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 4—10 см. Ике ҡапма‑ҡаршы, һабаҡ төбөнә яҡын урынлашҡан...

ТӘБИҒӘТ ЗОНАЛАРЫ

ТӘБИҒӘТ ЗОНАЛАРЫ, ф и з и к - г е о г р а ф и к   з о н а л а р, л а н д ш а ф т  з о н а л а р ы, Ерҙең геогр. ҡабығындағы ҙур бүлексәләр, тәбиғәт‑климат ҡанундарына буйһонған билдәле бер арала бер‑береһен алыштырып торалар. Тауҙарҙа ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә. Башҡортостан рельефының...

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, һирәк осрай торған, алмаштырыу мөмкин булмаған, экология, фән, мәҙәниәт һәм эстетика яғынан ҡиммәтле булған тәбиғәт комплекстарын һәм уларҙың компоненттарын, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма барлыҡҡа килгән объекттарҙы үҙ эсенә алған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы....

ТӘБИҒӘТ РЕСУРСТАРЫ

ТӘБИҒӘТ РЕСУРСТАРЫ, т ә б и ғ и р е с у р с т а р, кешелек йәшәйешенең тәбиғәт шарттары һәм тирә‑яҡ мөхит компоненттары йыйылмаһының бер өлөшө, йәмғиәттең матди һәм мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ижт. етештереү процесында ҡулланыла. Барлыҡҡа килеүе б‑са — минераль ресурстар, һыу ресурстары,...

ТӘБИҒӘТТЕ ФАЙҘАЛАНЫУ

ТӘБИҒӘТТЕ ФАЙҘАЛАНЫУ, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу юлы м‑н кешелек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек өлкәһе. Маҡсаты б‑са сәнәғәтле, а.х., рекреацион (ҡара: Рекреацион ресурстар) төрҙәренә бүленә. Рациональ һәм рациональ булмаған Т.ф. айырыла. Рациональ Т.ф. тәбиғәт ресурстарын...

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, үҫемлек, хайуан һәм микроб күҙәнәктәренән бүленеп алынған органик берләшмәләрҙе (башлыса ҡатмарлы структуралы) өйрәнгән фән. Биохимия, биоорганик химия, молекуляр биология м‑н тығыҙ бәйле. Т.б.х. төп маҡсаттары: тәбиғи берләшмәләрҙе табыу (организмдар йәшәйешенең аралаш йәки...