Список материалов
ТӘЛГӘШЛЕ АБАҒА
ТӘЛГӘШЛЕ АБАҒА (Botrychium), тәлгәшле абаға һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: виргин Т.а., күп айырмалы Т.а., тәлгәшле абаға. Күп йыллыҡ абағалар, бейеклеге 5—40 см, ҡыҫҡа тамырһабаҡлы һәм йыуан итләс тамырлы. Япраҡтары...
ТӘЛМӘРЙЕН ТӘҢКӘҺЕ
ТӘЛМӘРЙЕН ТӘҢКӘҺЕ, һ ы у т ә ң к ә (Lemna), һыутәңкә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда өс өлөшлө Т.т. һәм бәләкәй Т.т. үҫә. Һыу өҫтөндә йөҙгән йәки һыу эсендә булған, оҙон еп рәүешендәге тамырлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары үҫешеп...
ТӘЛМӘРЙЕНДӘР
ТӘЛМӘРЙЕНДӘР (Rana), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары заты. 220‑нән ашыу төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала, Африкала, Австралия һәм Көньяҡ Американың төньяғында таралған. БР‑ҙа 4 төрө бар. Һоро Т. (осло моронло Т. һәм үлән Т.) ҡара төҫтәге сикә табы бар, йәшел Т. (күл Т. һәм быуа Т.) тапһыҙ....
ТӘМЛӘТКЕС КУЛЬТУРАЛАР
ТӘМЛӘТКЕС КУЛЬТУРАЛАР, составында хуш еҫле матдәләр булған үҫемлектәр. Йәшелсә культураларына ҡарай. Ҡара борос (борос һымаҡтар ғаиләһенән), ҡәнәфер ағасы (мирт һымаҡтар), дәрсен ағасы, лавр (икеһе лә — лавр һымаҡтар), мөшкәт (мөшкәт һымаҡтар), имбир, кардамон (икеһе лә — имбир һымаҡтар), ваниль (әшәлсә...
ТӘМҪИЛ
ТӘМҪИЛ (ғәр.), йыш ҡына аллегорияға ҡоролған ҡыҫҡа шиғри хикәйә. Хайуан, предмет, абстракт төшөнсәләр (яҡшылыҡ, яуызлыҡ, ялҡаулыҡ һ.б.) ҡатнашыусылар булып сығыш яһай. Т. нигеҙендә ысынбарлыҡта булып үткән реаль күренештәр һәм ваҡиғалар булырға мөмкин. Мәҫәлдән айырмалы рәүештә, унда мораль булыуы мотлаҡ...
ТӘНӘЙ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл
ТӘНӘЙ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Тәнәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Иҙәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1300 кеше; 1920 — 1372; 1939 — 718; 1959 — 614; 1989 — 418; 2002 — 440; 2010 — 446 кеше. Сыуаштар йәшәй...
ТӘҢКӘҒУҘАҠ
ТӘҢКӘҒУҘАҠ, а л а с у ҡ (Hedysarum), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төкһөҙ, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 10—150 см. Япраҡтары...
ТӘҢРЕЛЕК
ТӘҢРЕЛЕК (төркисә тәңре — күк йөҙө, хоҙай, әмир), монгол һәм төрки ҡәбиләләрҙең дини инаныуҙары. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ аҙ. — 1‑се мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. Т. нигеҙендә тәбиғәттең йәнле икәненә һәм кешенең үҙен уратып алған тәбиғәт м‑н яҡын бәйләнештә булыуына ышаныу ята...
ТӘПӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл
ТӘПӘН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 313 кеше; 1920 — 315; 1939 — 224; 1959 — 224; 1989 — 268; 2002 — 288; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ТӘПӘРЕШ, Шишмә р‑нындағы ауыл
ТӘПӘРЕШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 45 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.-Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Тәпәреш й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1475 кеше; 1920 — 1719; 1939 — 1074; 1959 — 856; 1989 — 464; 2002 — 468; 2010 — 437 кеше. Татарҙар йәшәй...
ТӘРӘНЙЫЛҒА, Туймазы р‑нындағы ауыл
ТӘРӘНЙЫЛҒА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 81 кеше; 1939 — 217; 1959 — 212; 1989 — 147; 2002 — 188; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 1906...
ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ
ТӘРЕ ЙӨРӨШТӘРЕ, христиандарҙың (протестанттарҙан башҡа) дини йолаһы; руханиҙарҙың һәм диндарҙарҙың ҡорамдар, монастырҙар тирәләй, бер ҡорамдан икенсеһенә йәки берәй билдәләнгән урынға, тәреләр, иконалар һәм дини байраҡтар (ҡара: Православие) йәки статуялар (ҡара: Католицизм) һ.б. изге әйберҙәр күтәреп,...
ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин
ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин (1877—1943), дин әһеле. “Мәржәниә” мәҙрәсәһен (Ҡазан) тамамлаған. 1904 й. алып имам‑хатип, Ҡазандың 11‑се мәсетендә мөҙәрис. 1917 й. башлап Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты), бер үк ваҡытта 1921—22...
ТӘТЕГӘС БЕЙ
ТӘТЕГӘС БЕЙ, Т ә т е г ә с к е н ә з (?—1565), башҡорттарҙың юрматы ырыуы башлығы. Юрматы башҡорттарының нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәшен етәкләй. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе”нә ярашлы, 1554 й. Т.б. Ҡармыш һ.б. бейҙәр м‑н бергә юрматыларҙың Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара...
ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Тәтер‑Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1709 кеше; 1920 — 2275; 1939 — 1721; 1959 — 1043; 1989 — 1043; 2002 — 1035; 2010 — 996 кеше. Татарҙар...
ТӘТЕР, йылға
ТӘТЕР, йылға, Дим й. уң яҡ ҡушылдығы. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтербаш а. көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, артабан Ырымбур өлк. буйлап аға. Дим й. (тамағынан 465 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 91 км, басс. майҙаны 860 км2. БР‑ҙа оҙонлоғо 38...
ТӘТЕРБАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл
ТӘТЕРБАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Оло Ҡайраҡлы й. (Стәрле й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 463 кеше; 1920 — 564; 1939 — 666; 1959 — 702; 1989 — 415; 2002 — 456; 2010 — 331...
ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫ
ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Пермь крайы, көнсығышта — Асҡын, көньяҡ‑көнсығышта — Балтас, көньяҡта — Борай, көнбайышта Яңауыл р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Балтас һәм Яңауыл р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1...
ТӘУАРИХ
ТӘУАРИХ (ғәр.), урта быуат көнсығыш әҙәбиәтенең тарихи‑функциональ жанры. Ҡәбилә, ырыу, дәүләт йәки төбәк тарихына, ш. уҡ тарихи шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған тематик әҫәрҙәр йыйынтығынан ғибәрәт. Т. дөйөм дәүләт, дөйөм төбәк әһәмиәтендәге ваҡиғалар ырыу‑ҡәбилә генеалогияһы (ҡара: Шәжәрә)...
ТӘҮ АТА‑БАБА
ТӘҮ АТА‑БАБА, мифологияла кешелектең, этностың, ырыу йәки ҡәбиләнең ата‑бабаһы. Т.а.‑б. эшмәкәрлеге фәҡәт мифик ваҡытҡа (“башланғыс”) ҡарай. Т.а.‑б. йыш демиург, мәҙәни герой функцияһын башҡара.
Башҡ. мифологияһын аярашлы, беренсе кеше ут һәм (йәки) һыуҙан — йәшендең ҡаяға атыуы йәки ҡояш нурының...