Список материалов
ТЕННИС БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ
ТЕННИС БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1986 й. теннис б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Мәктәптә 500‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 уҡытыусы‑тренер эшләй (2016). 3 спорт (14х8 м; 14х8 м; 12х6 м) һәм тренажёр (5х5 м) залдары,...
ТЕОФАНУС Теофанис Дж.
ТЕОФАНУС Теофанис Дж. (21.5. 1942, Афина), инженер‑химик, инженер‑механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998), АҠШ‑тың Милли инженерлыҡ акад. ағзаһы (1998). Филос. д‑ры (1969). Милли техник ун‑тын тамамлаған (1965, Афина). 1969 й. алып Пурду ун‑тында (Уэст‑Лафайет ҡ.) эшләй, 1985 й. башлап Калифорния ун‑тының...
ТЕПЛЯК, Борай р‑нындағы ауыл
ТЕПЛЯК, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Асау й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 1032; 1939 — 1043; 1959 — 838; 1989 — 415; 2002 — 377; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...
ТЕРАПИЯ
ТЕРАПИЯ (лат. therapia — дауалау), эске ағзалар ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын, клиник сағылышын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү, ауырыуҙарҙы реабилитациялау ысулдарын эшләүсе клиник медицина һәм ветеринария өлкәһе.
Медицинала Т. Аллергология, гастроэнтерология, гематология,...
ТЕРӘПӘ УРТА МӘКТӘБЕ
ТЕРӘПӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1877 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1884 й. алып ир балалар башҡа милләттәр өсөн мәктәбе, 1903 й. — 2 класлы уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1920 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, спорт залы, тыуған...
ТЕРӘПӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл
ТЕРӘПӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Терәпә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Күҙйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1411 кеше; 1920 — 1274; 1939 — 1348; 1959 — 941; 1989 — 595; 2002 — 488; 2010 — 452 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....
ТЕРЕ ТАНЫП, йылға
ТЕРЕ ТАНЫП, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Пермь өлк. Урҙа р‑нында урынлашҡан һаҙлыҡтарҙан башлана. Пермь өлк., БР‑ҙың Тәтешле, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 115 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 345 км, басс. майҙаны...
ТЕРЕБИНСКИЙ Наум Варламович
ТЕРЕБИНСКИЙ Наум Варламович (1.1.1851—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Дворян. Ҡазан ун‑тын тамамлаған. Ырымбур ҡ. табип булып эшләгән. 1906 й. 2‑се ярт. Тыныс юл м‑н яңырыу партияһының Ырымбур ойошмаһына (140‑ҡа яҡын ағза) етәкселек иткән. Думала прогрессылар фракцияһы...
ТЕРЕГӨМӨШ
ТЕРЕГӨМӨШ (Hydrargyrum), Hg, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 7 тотороҡло изотобы бар. Т. 35 минералы билдәле (төп — киноварь, Т. сульфиды), кварцта, халцедонда, сульфидлы минералдарҙа, карбонаттарҙа, слюдаларҙа изоморф ҡушылма барлыҡҡа килтерә; алтынлы һоро тимер,...
ТЕРЕҒОЛОВ Айрат Рәүеф улы
ТЕРЕҒОЛОВ Айрат Рәүеф улы (30.10. 1957, Өфө), график. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (2004) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Тереғоловтар нәҫеленән. БДПИ‑ны тамамлаған (1985). 2015 й. алып БДХМ директоры. Төрлө техникала (офорт, ҡоро энә, линогравюра, ағаста гравюра, ҡатнаш техникалар, компьютер...
ТЕРЕҒОЛОВ Әбүбәкер Батыргәрәй улы
ТЕРЕҒОЛОВ Әбүбәкер Батыргәрәй улы (1.2.1885, Өфө — 18.12.1966, Ҡазан), терапевт. Мед. д‑ры (1927), проф. (1929). РСФСР‑ҙың (1940) һәм ТАССР‑ҙың (1940) атҡ. фән эшмәкәре. Тереғоловтар нәҫеленән. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1911) Өфө губ. Өфө өйәҙе Шишмә т. юл ст. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб) земство...
ТЕРЕҒОЛОВ Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы
ТЕРЕҒОЛОВ Ғиниәтулла Ниғмәтулла улы (31.5.1891, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙер БР‑ҙың Благовар районы Үрге Ҡарғалы а., — 4.3.1984, Өфө ҡ.), терапевт. Тереғоловтар нәҫеленән. Медицина фәндәре докторы (1941), профессор (1941). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944), РСФСР‑ҙың атҡаҙанған...
ТЕРЕҒОЛОВ Нәүғәт Ғиниәтулла улы
ТЕРЕҒОЛОВ Нәүғәт Ғиниәтулла улы [4.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡарғалытамаҡ а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], инженер. Техник ф. канд. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Тереғоловтар нәҫеленән. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Амурҙағы Комсомольск...
ТЕРЕҒОЛОВ Нәүғәт Ғиниәтулла улы
ТЕРЕҒОЛОВ Нәүғәт Ғиниәтулла улы [4.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡарғалытамаҡ а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 6.3.2019, Күмертау ҡ.], инженер. Техник ф. канд. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Тереғоловтар нәҫеленән. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1953)...
ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы
ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы [28.2.1922, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 11.9.1998, Өфө], патофизиолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Тереғоловтар нәҫеленән, Ғ.Н.Тереғоловтың улы. БДМИ‑ны тамамлаған...
ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы
ТЕРЕҒОЛОВ Рал Ғиниәтулла улы [28.2.1922, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡарғалы а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 11.9.1998, Өфө ҡ.], патофизиолог. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995). Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Тереғоловтар нәҫеленән. БДМИ‑ны...
ТЕРЕҒОЛОВ Филарит Шәрип улы
ТЕРЕҒОЛОВ Филарит Шәриф улы (26.1.1945, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Шишмә ҡсб), педагог. Пед. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) Шишмә р‑нының...
ТЕРЕҒОЛОВ Шамил Әхмәт улы
ТЕРЕҒОЛОВ Шамил Әхмәт улы (29.8.1947, Өфө — 28.11.2008, шунда уҡ), балет артисы, балетм., педагог. РФ‑тың атҡ. (1997), БАССР‑ҙың халыҡ (1985) артисы. Тереғоловтар нәҫеленән. Пермь хореография колледжын тамамлағандан һуң (1967; педагогы Ю.И.Плахт) БДОБТ солисы (1989 й. тиклем), 1990 й. алып баш балетм.,...
ТЕРЕҒОЛОВА Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы
ТЕРЕҒОЛОВА Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы [2.7.1943, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Суртанүҙәк а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], терапевт, токсиколог, профпатолог. Мед. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. табибы (1996), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Өфөнөң 18‑се һәм 5‑се дауаханаларында...
ТЕРЕҒОЛОВТАР
ТЕРЕҒОЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашевтың (ҡара: Йәнекәевтәр) улы Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев, 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим батшалығының Темников ҡ. хеҙмәт итә. Уның улдары: Тенәш (Теребирҙе), Уразай, Теләш, Көсәкәй Т. 1625 й. хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға дворян дәрәжәһе...