Список материалов
ТЕРЕНТЬЕВ Алексей Григорьевич
ТЕРЕНТЬЕВ Алексей Григорьевич (17.1.1936, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Преображенка а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Преображеновка а.), математик. Сыуаш Респ. Милли фән һәм сәнғәт академияһының акад. (1994), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1976). РФ‑тың (2008) һәм Сыуаш АССР‑ының (1980) атҡ. фән эшмәкәре....
ТЕРЕСКЕН
ТЕРЕСКЕН (Krascheninnikovia), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8—10 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың тропик булмаған урман‑дала, дала һәм ярымсүл өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда бүрекле Т. үҫә. Оҙон тура һәм ҡыҫҡа ҡуйын үренделәре булған ярым ҡыуаҡ, бейеклеге 40—100 см....
ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД
ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД, С6Н4(СОCl)2, терефталь (бензол-1,4-дикарбон) к‑таһы дихлорангидриды. Ҡырҡыу еҫле төҫһөҙ кристалл, tиреү 82 °С, tҡайнау 266 °С, t тоҡаныу152 °С (асыҡ тигелдә); шыйыҡ хәлдә тығыҙлығы 1325 кг/м3 (90°С). Диэтил эфирҙа, бензолда, ацетонда, дүрт хлорлы углеродта, бензинда эрей. Һыуҙа, кислоталарҙың...
ТЕРЁШИН Валерий Глебович
ТЕРЁШИН Валерий Глебович (27.4. 1951, Ленинград — 7.1.2012, Өфө ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1999—2001 йй. Механика ин‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге гироскопик приборҙар һәм ҡоролмалар механикаһына арналған....
ТЕРИОЛОГИЯ
ТЕРИОЛОГИЯ (гр. thēríon — йәнлек һәм ...логия), м а м м а л и о л о г и я, м а м м а л о г и я, зоологияның имеҙеүселәрҙе өйрәнгән бүлеге. Йәнлектәрҙең морфологияһын, систематикаһын, фаунаһын (ш. иҫ. ҡаҙылдыҡ), филогенияһын, экологияһын, ш. уҡ мед., а.х. һәм промыслалағы әһәмиәтен, һаҡлау, тергеҙеү...
ТЕРКӘҮЕС
ТЕРКӘҮЕС, ябай һөйләм составындағы һүҙ формаларының, ҡушма һөйләм өлөштәренең синтаксик бәйләнешен тәьмин иткән һәм грамматик характеристикаларына ҡарамайынса бәйләнеүсе берәмектәрҙең араһында төрлө мәғәнәүи мөнәсәбәттәрҙе аңлатҡан ярҙамсы һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә Т. башҡа һүҙ төркөмдәренән һуңыраҡ...
ТЕРМИК КРЕКИНГ
ТЕРМИК КРЕКИНГ, нефть фракцияларын юғары т‑рала эшкәртеү; был осраҡта углеводород молекулаларында атом‑ара бәйләнештәрҙең өҙөлөү реакцияһы бара һәм мол. м. аҙыраҡ булған берләшмәләр барлыҡҡа килә. Процесс т‑ра 400—600°С һәм баҫым 2—4 МПа булғанда үткәрелә; ауыр сеймал м‑н рециркуляцион еңел газойль...
ТЕРМИНОЛОГИЯ
ТЕРМИНОЛОГИЯ (лат. terminus — сик, ҡыр һәм ...логия), ниндәй ҙә булһа махсус белем өлкәһе йәки эшмәкәрлек төшөнсәләрен аңлатҡан лексика өлкәһе, терминдар йыйылмаһы, ш. уҡ ниндәй ҙә булһа тәбиғи телдең терминдары йыйылмаһы. Асылда Т. (дөйөм ҡулланылыштағы лексика иҫәбенә тулыланған, стихиялы барлыҡҡа...
ТЕРМИНОЛОГИЯ КОМИССИЯҺЫ
ТЕРМИНОЛОГИЯ КОМИССИЯҺЫ, башҡ. әҙәби теленең ижт.‑сәйәси һәм фәнни‑техник терминологияһының торошон һәм үҫеше б‑са эшен өйрәнеү өлкәһендәге фәнни‑ойоштороу һәм координацион‑тикшереү органы. 1954 й. авг. БАССР ЮС Президиумы эргәһендәге (1994 й. дек. алып БР Президенты эргәһендәге) Т.к. булараҡ ойошторола....
ТЕРМО...
ТЕРМО... (гр. thérmē — йылы), ҡушма һүҙҙәрҙең “йылыға, температураға ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., термодинамика, термометр, термопластар).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ТЕРМОДИНАМИКА
ТЕРМОДИНАМИКА (термо... һәм гр. dýnamis — көс), физиканың йылылыҡ эффекттары м‑н оҙатылған процестарҙа энергияның әүерелеүе законлыҡтарын, ш. уҡ термодинамик тигеҙләнеш хәлендәге макроскопик системаларҙың (есемдәрҙең) дөйөм үҙсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге; йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙе. Тикшеренеү...
ТЕРМОМЕТР
ТЕРМОМЕТР (термо... һәм гр. metron — үлсәм), т‑раны үлсәү приборы, уның эшләүе матдәнең физик үҙсәнлектәре (баҫым, күләм, электр ҡаршылығы һ.б.) т‑раға бәйле булыуына нигеҙләнә. Тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш, техник һәм махсус; эшләп торған матдәһенең үҙсәнлеге б‑са киңәйеү (шыйыҡлыҡтың күләме һәм ҡаты...
ТЕРМОПЛАСТАР
ТЕРМОПЛАСТАР, т е р м о п л а с т и к м а с с а л а р, пластик массалар төрө, күп тапҡыр йомшартыла һәм ҡабаттан эшкәртелә ала. Реактопластарҙан айырмалы рәүештә изделиелар формалағанда Т. өс үлсәмле структура (ҡара: Ҡораулы полимерҙар) барлыҡҡа килтермәй, ҡуйы ағыусан хәлгә күсеү һәләтен һаҡлай. Химик...
ТЕРМОРЕАКТИВ ПОЛИМЕРҘАР
ТЕРМОРЕАКТИВ ПОЛИМЕРҘАР, р е а к т о п л а с т а р, полимер ялғанғанда (ҡара: Ҡораулы полимерҙар) йәки ҡатҡанда өс үлсәмле структуралар барлыҡҡа килтереүсе реакцияға һәләтле олигомерҙар (ыҫмалалар) нигеҙендәге пластик массалар. Тулыландырылған, дисперслы‑тулыландырылған, тулыландырылмаған Т.п.; олигомерҙар...
ТЕРМОЭЛАСТОПЛАСТАР
ТЕРМОЭЛАСТОПЛАСТАР, т е р м о п л а с т и к э л а с т о м е р ҙ а р, эластомерҙар (эксплуатация шарттарында кире ҡайта торған деформацияға һәләте булыу) һәм термопластарҙың (юғары т‑рала ағыусанлыҡ һәләте булыу) үҙенсәлектәрен берләштергән полимер материалдар. Нигеҙендә диенвинилароматик, уретан, полиэфир,...
ТЕРПЕ
ТЕРПЕ (Erinaceus europaeus), бөжәк ашаусылар отрядының терпеләр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20—30 см, ауырлығы 700—800 г. Мороно оҙонса, осло; ҡолаҡтары ҡыҫҡа. Башы һәм ҡорһағы — ҡаты шырт йөн, арҡаһы һәм ян‑яғы оҙонлоғо 3 см тиклем еткән ҡаты энәләр м‑н...
ТЕРПЕ БАЛЫҠ
ТЕРПЕ БАЛЫҠ (Pungitius platygaster), терпе балығы һымаҡтар отрядының терпе балыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Төньяҡ Америкала, Африканың төньяғында, Азов, Каспий, Ҡара диңгеҙҙәрҙең сөсө участкаларында, Волга, Дон, Урал һ.б. йылғаларҙың түбәнге ағымында йәшәй. Кәүҙәһе уртаса оҙонлоҡта, орсоҡ һымаҡ, килһеҙ...
ТЕРПЕ ҮЛӘН
ТЕРПЕ ҮЛӘН, 1) (Echinochloa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле; ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Т.ү., йәки тауыҡ (әтәс) тарыһы үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки аҫҡы өлөшөндә быуын рәүешле бөгөлгән, оҙонлоғо...
ТЕРПЕБАШ
ТЕРПЕБАШ (Sparganium), терпебаш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һыу йәки һаҙлыҡ үҫемлектәре заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Австралияла һәм Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө — ҡалҡҡан Т., кесе Т., тура Т. үҫә. Тамырһабаҡлы, төҙ, һирәк осраҡта йөҙөүсән һабаҡтары...
ТЕРПЕКӘЙ ҮЛӘН
ТЕРПЕКӘЙ ҮЛӘН (Echinops), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда Мейер Т.ү., ябай Т.ү., йомробаш Т.ү. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы 50—150 см тиклем бейеклектә, төҙ, ябай йәки өҫкө өлөшөндә...