Список материалов
ТЕШ КАРИЕСЫ
ТЕШ КАРИЕСЫ, тештәрҙең ҡаты туҡымаһы ауырыуы, был ваҡытта тештәр тарҡала (деминерализация һәм йомшарыу) һәм ҡыуышлыҡ барлыҡҡа килә. Эмаль, дентин, цемент, һүлпәнәйеп үтеүсе кариес, одонтоклазия һ.б. айырыла. Ауыҙ ҡыуышлығында бактериялар (стрептококтар, лактобациллалар һ.б.) эшмәкәрлеге продукты булған...
ТИБЕЛ, Балтас р‑нындағы ауыл
ТИБЕЛ, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Тибел й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 613 кеше; 1920 — 592; 1939 — 576; 1959 — 470; 1989 — 243; 2002 — 231; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар,...
ТИБЕН
ТИБЕН, т и б е н л е к, а.х. малдарын ҡар м‑н ҡапланған көтөүлектәрҙә көтөү. Ҡыуғын малсылыҡ райондарында ҡулланыла, унда а.х. малдарын йыл әйләнәһенә көтөүлектә аҫрау тормошҡа ашырыла. Т. боландар, аттар, һарыҡтар яҡшы яраҡлашҡан. Башҡортостанда Т. Урал аръяғы дала зонаһында һәм тау‑урман зонаһында...
ТИГЕҘ ҠАНАТЛЫ ТОМШОҠЛОЛАР
ТИГЕҘ ҠАНАТЛЫ ТОМШОҠЛОЛАР (Homoptera), бөжәктәр отряды. 30 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда 5 ярым отрядҡа ҡараған 80‑дән ашыу төрө бар: аҡ ҡанатлы көйәләр, үлән талпандары (һурнастар һәм ҡалҡансыҡтар), япраҡ бөрсәләре, кебләләр, цикада һымаҡтар. Ҡанаттары үтә күренмәле, ярылы, тамырсыҡтары...
ТИГЕҘЛЕКТӘР
ТИГЕҘЛЕКТӘР, бер аҙ йырғыланған һәм абс. билдәләре түбән булған ер өҫтө, диңгеҙ һәм океан төптәре участкалары. Ҡоро ерҙә бейеклеге б‑са уйпат (200 м тиклем), ҡалҡыу (500 м тиклем) һәм бейек (500 м юғарыраҡ); өҫкө формаһы б‑са — яҫы, тулҡынлы, арҡалы, убалы һ.б.; барлыҡҡа килеүе б‑са структуралы, денудацион...
ТИГЕРМӘН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
ТИГЕРМӘН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 70 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 991 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 865; 1959 — 675; 1989 — 499; 2002 — 469; 2010 —...
ТИГЕРМӘН, Мишкә р‑нындағы ауыл
ТИГЕРМӘН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 406 кеше; 1920 — 396; 1939 — 283; 1959 — 336; 1989 — 262; 2002 — 257; 2010 — 241 кеше. Мариҙар...
ТИҘӘЙТКЕС
ТИҘӘЙТКЕС, фольклор жанры, ауыр әйтелешле өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың ҡушылмаһынан, ҡабатланыуынан төҙөлгән һәм балалар телмәренең үҫешенә булышлыҡ иткән ритмға һалынған сәсмә йәки шиғри әҫәр. Т. көндәлек тормоштоң реаль ваҡиғалар картинаһын һүрәтләй, күп осраҡта юмористик йөкмәтке хас. Һәр текст...
ТИЛЕ КИШЕР ҺЫМАҠТАР
ТИЛЕ КИШЕР ҺЫМАҠТАР (Fumariaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 16 заты, яҡынса 400 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, һирәгерәк Көнсығыш һәм Көнбайыш Африкала таралған. Үләндәр. Башҡортостанда 2 затҡа ҡараған 4 төрө үҫә. Бер, һирәк осраҡта күп һәм ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары һутлы, цилиндр...
ТИЛЕБӘРӘН
ТИЛЕБӘРӘН (Hyoscyamus), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Канар утрауҙарында таралған. Башҡортостанда ҡара Т. үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы, биҙле төктәр м‑н ҡапланған, бейеклеге 30—60 см. Тамыр яны розеткаһы япрағы һаплы,...
ТИЛЛЕЦИЯ
ТИЛЛЕЦИЯ (Tilletia), торон бәшмәктәре заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, киңтаралған. Ҡыяҡлыларҙың облигат паразиты. Базидияһы бер күҙәнәкле, осонда копуляцион каналға тоташтырылған 4 ураҡ рәүешле базидиоспора бар. Спораһыэре, йомройәкиовал, яңғыҙар, ҡаратөҫтә, диам. 15 мкмашыу, шыма, селтәрлейәкитөклөтышсам‑нҡапланған;...
ТИЛСӘ УТЫ
ТИЛСӘ УТЫ (Melampyrum), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө бар. Насар үҫешкән тамырҙары булған бер йыллыҡ ярым паразиттар (гаусториялар — башҡа үҫемлектәрҙең тамырҙарына беркетелер...
ТИМАНОВА Вера Викторовна
ТИМАНОВА Вера Викторовна (6.2. 1855, Өфө — 1942, Ленинград), пианист. Фортепианола уйнарға Өфөлә М.Игнатович һәм Л.К.Новицкийҙа, С.‑Петербургта А.Г.Рубинштейн һәм П.Л.Петерсонда (1865), Берлинда Юғары музыка мәктәбендә К.Таузигта (1868—70), Веймар ҡ. Ф.Листта (1872—73) өйрәнә. 1907—21 йй. Е.П.Рапгофтың...
ТИМАШЕВ, ауыл, Өфө эсендә
ТИМАШЕВ, ауыл, 1957 й. алып Өфө эсендә.
Ауылға Өфө өйәҙендә Тимашевтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле (хужаһы майор К.О.Тимашевтың тол ҡатыны булған). Шулай уҡ Сергиев, Белоусов исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 46 йортта 292 кеше йәшәгән. Һыу тирмәне булған. Игенселек м‑н...
ТИМАШЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл
ТИМАШЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 938; 1939 — 864; 1959 — 592; 1989 — 330; 2002 — 388; 2010 — 385 кеше. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....
ТИМАШЕВТАР
ТИМАШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусылар — ағалы‑ҡустылы: Михаил Лаврентьевич Т. (1714—?), 1736 й. алып Шишмә драгун, 1738 й. — Алексеевск пехота полктарында (ҡара: Ландмилиция) хеҙмәт итә. Воронеж губ. поместьеһы (крәҫтиәндәрһеҙ) була; Иван Лаврентьевич Т. (1716—?), подполковник....
ТИМЕЛЕЯ
ТИМЕЛЕЯ (Thymelaea), бүре йүкәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса йылы өлөшөндә таралған. Башҡортостанда ябай, йәки турғай Т. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, бейеклеге 10—30 см. Япрағы ҡыяҡ-ланцет формаһында...
ТИМЕР
ТИМЕР (Ferrum), Fe, Д.И.Менделеев периодик системаһының VIII төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы билдәле, радиоактив изотоптары бар. Көлһыу көмөш төҫөндәге һығылмалы металл, tиреү 1534 °С, t ҡайнау 2870 °С, тығыҙлығы 7874 кг/м3. 769 °С тиклем магнит үҙенсәлектәрен һаҡлай; артабан йылытҡанда...
ТИМЕР БЫУАТ
ТИМЕР БЫУАТ, бронза металлургияһынан тимер етештереүгә күсеү м‑н билдәле булған тарихи‑мәҙәни дәүер. 2 осорға бүлеп йөрөтөлә: иртә (б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ — б.э. 3—4 бб.) һәм һуң (б.э. 5 б. алып). Иртә Т.б. Көньяҡ Уралда — Ананьин мәҙәниәте, Гамаюн мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Иткүл мәҙәниәте, Ҡара...
ТИМЕР МӘҒДӘНДӘРЕ
ТИМЕР МӘҒДӘНДӘРЕ, составында тимер һәм уның берләшмәләре булған тәбиғи минераль ҡатламдар, уларҙан металды сәнәғәт күләмендә алыу иҡт. яҡтан маҡсатҡа ярашлы һанала. Т.м. минераль составы, тимер, файҙалы һәм зарарлы (суйын һәм ҡорос иреткәндә) ҡушылма миҡдары, барлыҡҡа килеү шарттары һәм сәнәғәт үҙсәнлектәре...