Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОҘ СЫҒАРЫУ КӘСЕПТӘРЕ

ТОҘ СЫҒАРЫУ КӘСЕПТӘРЕ, аш тоҙо сығарыу. Башҡорттар Т.с.к. м‑н Тоҙтүбә ҡ. янындағы Илек һәм Яйыҡ йй. араһында шөғөлләнгән. Башҡортостанда тоҙ сығарыуҙың таш (кристаллы тоҡомдарҙы ҡырҡып), һирәгерәк ултырма (тоҙло күл төбөнән) ысулдарын файҙаланғандар йәки ҡайнатып алғандар (тоҙло һыуҙы парға әйләндереп)....

ТОҘЙЫЛҒА, йылға

ТОҘЙЫЛҒА, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Айыулы тауынан төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Таҡаты һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Ғафури р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 669 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 55 км, басс. майҙаны 355 км2. Башлыса ҡар һыуы...

ТОҘЛО ТУПРАҠ

ТОҘЛО ТУПРАҠ, ҡоро климат һәм йыуылмаусы һыу режимы шарттарында тупраҡтың һеңдереү комплексында натрий йыйылғанда (күләмдең 10—70%‑ы) урман‑дала, дала һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т.т. профиле тупраҡ горизонттарына аныҡ бүленә: һорғолт төҫтәге серетмәле татырлыҡ...

ТОҘЛОУБА, Балтас р‑нындағы ауыл

ТОҘЛОУБА, А ҡ т и р е ш, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 3 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 316 кеше; 1920 — 267; 1939 — 265; 1959 — 234; 1989 — 205; 2002 — 235;...

ТОҘУТ

ТОҘУТ (Salsola), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, башлыса Евразияның һәм Төньяҡ Американың тропик булмаған өлөштәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр, ҡайһы берҙә ҡаты төктәр м‑н ҡапланған. Һабаҡтары ғәҙәттә тарбаҡлы, бейеклеге 100—150...

ТОЙҒОН (Тойғонов) Риф Ғәлим улы

ТОЙҒОН (Тойғонов) Риф Ғәлим улы (24.10.1946, Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Аҡсура а. — 8.1.2014, Өфө, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Урта Хәжәт а. ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны (1977), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби...

ТОЙҒОНОВ Марсель Марат улы

ТОЙҒОНОВ Марсель Марат улы (19.12.1970, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Йомаш а.), микробиолог. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020). БДМИ‑ны тамамлаған (1993). 1994—95 йй. “Сая” предприятиеһында (Өфө ҡ.) эшләй, 2003 й. алып “Иммунопрепарат” предприятиеһының...

ТОКАРЕВ Валентин Дмитриевич

ТОКАРЕВ Валентин Дмитриевич (10.4.1946, Георгиевск ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. (2006), Рәсәйҙең почётлы (2001) төҙөүсеһе. Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) 2014 й. тиклем “Салаватстекло” ААЙ‑нда эшләй: 1973 й. алып табаҡлы быяла етештереү цехы нач.,...

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич (12.2.1940, Өфө ҡ. — 23.6.2021, шунда уҡ), тау инженеры. Геология-минералогия фәндәре докторы (1984), профессор (1985). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ уҡытҡан:...

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич (12.2.1940, Өфө ҡ. — 23.6.2021, шунда уҡ), тау инженеры. Геология-минералогия фәндәре докторы (1984), профессор (1985). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ уҡытҡан:...

ТОКАРЕВ Олег Леонидович

ТОКАРЕВ Олег Леонидович (3.2. 1969, Волгоград ҡ.), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989). Нефтекама ҡ. ДЮСШ (тренеры Р.Ғ.Нуртдинов) һәм грек‑рим көрәше б‑са СДЮСШОР (Өфө; тренеры В.И.Севрюков) тәрбиәләнеүсеһе. Европа чемпионатының (1993) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының...

ТОКАРЕВ Пётр Михайлович

ТОКАРЕВ Пётр Михайлович (18.10. 1945, ТАССР‑ҙың Балтай а. — 29.9. 2012, Магнитогорск ҡ.), йырсы (баритон). БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1986) артисы. Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1973; Я.Х.Вутирас класы) Пермь опера һәм балет театры, 1975—2000 йй. БДОБТ солисы. Киң...

ТОКСИКОЛОГИЯ

ТОКСИКОЛОГИЯ (гр. toxicon — ағыу һәм ...логия), ағыуҙарҙың физик, химик һәм биол. үҙенсәлектәрен, уларҙың тере организмдарға, экосистемаларға тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнгән һәм ағыуланыуҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән фән. Теоретик (организм һәм ағыуҙарҙың үҙ‑ара тәьҫир итешеү...

ТОКСИНДАР

ТОКСИНДАР (гр. toxicon — ағыу), тере организмдарҙың физиол. функцияларын тотҡарлауға һәләтле бактерия, үҫемлек йәки хайуандарҙан барлыҡҡа килгән биологик актив матдәләр. Микроорганизм Т. (бактериялар, вирустар һ.б.), мико‑ (бәшмәктәр), фито‑ (үҫемлектәр), зоо‑ (хайуандар), эндотоксиндар (бөйөр, бауыр...

ТОҠОМБӘТОВ Мәхмүт Исхаҡ улы

ТОҠОМБӘТОВ Мәхмүт Исхаҡ улы [8.2.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Күҙәй а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.5.1989, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1971), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәкстан халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлағандан һуң (Сәмәрҡәнд ҡ., 1936) Төрөкмән...

ТОҠОМСОЛОҠ ЭШЕ

ТОҠОМСОЛОҠ ЭШЕ м а л с ы л ы ҡ т а, а.х. малдары тоҡомдарын камиллаштырыу б‑са ойоштороу-зоотехния саралары системаһы. Т.э. төп ысулы: тоҡомдоң структураһын (завод линияһы, ғаиләләр, тоҡом эсе завод типтары) иҫәпкә алып саф тоҡомло ауыл хужалығы малдарын үрсетеү. Малдың тоҡом һәм продуктив сифаттарын...

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович (1.3.1953, Сталинск ҡ.), дәүләт эшмәкәре, юрист. Юридик ф. д‑ры (1998), проф. (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. юрисы, РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙм‑ре (2000). Эске хеҙмәт ген.‑майоры (1998). СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбен (1977), СССР ЭЭМ‑ы Акад. (Мәскәү, 1984)...

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович

ТОЛКАЧЁВ Константин Борисович (1.3.1953, Сталинск ҡ.), дәүләт эшмәкәре, юрист. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған юрисы, РФ ЭЭМ‑ының почётлы хеҙмәткәре (2000). Эске хеҙмәт генерал‑майоры (1998). СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбен (1977), СССР...

ТОЛКАЧЁВ Михаил Прокофьевич

ТОЛКАЧЁВ Михаил Прокофьевич, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Яйыҡ казагы. С.П.Толкачёвтың туғаны. 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалында ҡатнашыусы. Түб. Яйыҡ баш күтәреүселәр үҙәген ойоштороусыларҙың һәм уға етәкселек итеүселәрҙең береһе. Ихтилалға ҡаҙаҡтарҙың ҡораллы ярҙамын...

ТОЛКАЧЁВ Семён Прокофьевич

ТОЛКАЧЁВ Семён Прокофьевич, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казагы. М.П. Толкачёвтың туғаны. Пугачёв тарафынан Берда биҫтәһенән Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгенә ебәрелгән. И.Н. Зарубин м‑н берлектә Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнашҡан. 1774 й. 24 мартында...