Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОПАЗ

ТОПАЗ (гр. topazos), һ а р ы  я ҡ у т, утрау силикаттары ярым класы минералы, Al2[SiO4](F,OH)2. Составына тимер, хром, магний, титан, ванадий ҡушылмалары инә. Кристалдары призма формаһында. Агрегаттары: радиаль‑нурлы, шарға оҡшаған, үтә ваҡ бөртөклө, тығыҙ, друзалар. Төҫһөҙ, һары, зәңгәр, алһыу. Быяла...

ТОПИНАМБУР

ТОПИНАМБУР, е р  г р у ш а һ ы (Helianthus tuberosus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Төньяҡ Америка, унда Т. культураға индерелә. Төньяҡ Америкала, Белоруссияла, Францияла, Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, ш. иҫ. Башҡортостанда үҫтерелә. Ер аҫты үренделәрендә (столондарында) аҡ,...

ТОПОГРАФИЯ

ТОПОГРАФИЯ (гр. topos — урын һәм ...графия), күсермә алыу эштәрен үткәреү (ер өҫтөндә, һауанан, йыһандан) һәм уларҙың нигеҙендә топографик карталар төҙөү юлы м‑н төбәкте геогр. һәм геом. өйрәнеү. Т. бурысы — рельефформалары, ш. уҡ ер өҫтөндә урынлашҡан тәбиғи һәм геогр. объекттар т‑да дөрөҫ мәғлүмәттәр...

ТОПОЛОГИЯ

ТОПОЛОГИЯ (гр. tоpos — урын һәм ...логия), гомеоморфизмдар (үҙ‑ара бер мәғәнәле һәм үҙ‑ара өҙлөкһөҙ сағылыштар) ваҡытында һаҡланып ҡалған фигуралар үҙенсәлектәрен һәм уларҙың үҙ‑ара урынлашыуын өйрәнеүсе математика бүлеге. Т. төп бурысы — топологик инварианттарҙы (бәйләнешлелек, компактлыҡ, үлсәмлек...

ТОПОРИНКА, Благовар р‑нындағы ауыл

ТОПОРИНКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Батҡаҡ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 185 кеше; 1920 — 166; 1939 — 130; 1959 — 96; 1989 — 272; 2002 — 337; 2010 —322 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ТОПОРНИНДАР

ТОПОРНИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Егорович Т., капитан. Сембер губ. Сызрань өйәҙе алпауыты. 1790 й. Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы аҫаба башҡорттарынан ер һатып ала, унда Степан а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны ш. уҡ исемле ауылы) нигеҙ һала. 1795 й. 206 крепостной крәҫтиәне...

ТОР РАЙОНЫ

ТОР РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡ- көнсығышта Петровский районы, көньяҡта — Мәләүез, төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан Верхотор р‑ны булараҡ ойошторолған (ҡара: Административ район), 1930 й. 15 окт.алып Т.р....

ТОР, йылға

ТОР, йылға, Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) уң ҡушылдығы. Артмаҡ тауынан төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Баш Алатау һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Мәләүез һәм Ишембай р‑ндары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, Торғаҫ й. тамағынан тағы ла Мәләүез р‑ны буйлап аға. Нөгөш й. (тамағынан 5,3 км...

ТОРА

ТОРА, археологик ҡомартҡы, таш быуаттың нығытылмаған торамаһы. Башҡортостанда 200‑гә яҡын Т. табылған; башлыса йылға йәки күл буйҙарында, һирәгерәк мәмерйәләрҙә (Байсланташ, Муйнаҡташ) урынлашҡан. Иң боронғо Т. палеолит осорона ҡарай (Мулла, Урта Түбә һ.б.). Шулай уҡ мезолит, энеолит Т. осрай. Т. торлаҡ...

ТОРАҠ, археологик ҡомартҡы

ТОРАҠ, археологик ҡомартҡы, тимер быуаттың һәм Урта быуаттарҙың нығытылмаған торамаһы. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте һ.б. мәҙәниәттәрҙең 300‑ҙән ашыу Т. табылған. Иң боронғо Т. б.э.т. 7—4 бб. ҡарай....

ТОРАМА

ТОРАМА, археологик ҡомартҡы, боронғо заман һәм Урта быуат дәүерендә кеше йәшәгән урын. Ташбыуат Т. — торалар, бронза быуатыныҡына — Т., тимер быуаттыҡына тораҡтар йәки ҡаласыҡтар инә. Төҙөү ысулы б‑са нығытылмаған (торалар, тораҡтар) һәм нығытылған (ҡаласыҡтар) Т. айырыла. Төрлө тарихи‑мәҙәни осорҙарға...

ТОРАТАУ ҠАЛАСЫҒЫ

ТОРАТАУ ҠАЛАСЫҒЫ, Ананьин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. — б.э. 7 б. ҡарай. Краснокама р‑ны Баҫҡытау а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1971—72 йй. В.А.Иванов, 1981 й., 1989 й.,...

ТОРАТАУ, археологик ҡомартҡыһы

ТОРАТАУ, б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт., 8—9 бб., 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Торатау түбәһендә урынлашҡан. 1770 й. И.И.Лепёхин тарафынан тасуирлана, 1951 й. В.П.Викторов, 2000 й. А.Л.Сметанин тикшерә. Ғибәҙәтханалар иҫәбенә инә. Ҡомартҡының көнсығыш өлөшөндә тупраҡтан яһалған тәпәш ур м‑н...

ТОРАТАУ, шихан

ТОРАТАУ, Ш и х а н, шихан, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 9,6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 406,0 м, оҙонлоғо 1,2 км, киңлеге 0,8 км. Формаһы трапецияға оҡшаш. Битләүҙәренең аҫҡы өлөшө текә. Көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайыш битләүҙәренең өҫкө...

ТОРИК Борис Яковлевич

ТОРИК Борис Яковлевич (26.5.1932, Мариинск ҡ. – 9.10.2015, Омск ҡ.), йырсы (бас), сценограф. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1981). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы (1953), Халыҡ‑ара муз. эшмәкәрҙәре союзы (1996) ағзаһы. 1955 й. Ленинград консерваторияһында уҡыған. Новосибирск консерваторияһын тамамлаған...

ТОРЛАҠ

ТОРЛАҠ, кеше тарафынан йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү өсөн яраҡлаштырылған, йәмғиәттең функциональ, конструктив, эстетик талаптарына ярашлы итеп төҙөлгән ҡоролма. Т. стеналарҙың, түбәнең, тәҙрә һәм ишек уйымдарының билдәле бер конструкцияһы, ҙурлығы, төҙөү материалы, эске ҡоролошо м‑н айырыла. Көньяҡ Уралда...

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ, физик шәхестәрҙең торлаҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты м‑н ирекле рәүештә ағза булып берләшеүе. Торлаҡ‑ҡуртым һәм торлаҡ-төҙөлөш (ҡала һәм дача) кооперациялары айырыла. Торлаҡ‑ҡуртым кооператив ширҡәттәренең эшмәкәрлеге үҙенең пайсыларына ҡуртымға торлаҡ биналары биреүҙән ғибәрәт....

ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨ ФОНДЫ

ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨ ФОНДЫ, ДУП. Торлаҡ һәм уға бәйле объекттар төҙөлөшөнөң инвесторы, заказсы‑төҙөүсеһе, генераль подрядсыһы функцияларын үтәй; торлаҡ төҙөлөшөн финанслай; һәр кем алырлыҡ торлаҡ баҙарын формалаштырыуға, йорттар төҙөүҙең производство базаһын үҫтереүгә, яңы технологияларҙы, фән һәм техника...

ТОРЛАҠ ФОНДЫ

ТОРЛАҠ ФОНДЫ, торлаҡ биналар йыйылмаһы. Күп фатирлы һәм шәхси торлаҡ йорттарҙы, махсус йорттар һәм фатирҙарҙы, эштәге һәм йәшәүгә яраҡлы йорттарҙағы башҡа торлаҡ урындарын үҙ эсенә ала. Милек формаһы б‑са дәүләт, муниц., шәхси, йәмәғәт, ш. уҡ ҡатнаш формаларға бүленә. Т.ф. иҫәпкә алыуҙың төп күрһәткесе...

ТОРЛАҠ‑ГРАЖДАНЛЫҠ ТӨҘӨЛӨШӨ

ТОРЛАҠ‑ГРАЖДАНЛЫҠ ТӨҘӨЛӨШӨ, төҙөлөштөң производствоға ҡарамаған өлкә объекттарын — торлаҡ йорттар, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары, адм. биналар, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пр‑тиелары, спорт ҡоролмалары һ.б. төҙөүгә һәм реконструкциялауға махсуслашҡан тармағы....