Список материалов
ТӨЛКӨТАМАҠ, Иглин р‑нындағы ауыл
ТӨЛКӨТАМАҠ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 94 км һәм Ҡаҙаяҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 153 кеше; 1939 — 193; 1959 — 222; 1989 — 112; 2002 — 128; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. башында...
ТӨЛМӘЙ, йылға
ТӨЛМӘЙ, йылға, Инйәр й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Кварц тауынан көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Силәбе өлк. һәм БР‑ҙың Белорет р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Инйәр й. (тамағынан 126 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 62 км, басс. майҙаны 585 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....
ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ
ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан. Коми Респ., Красноярск крайы, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Омск өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Томск һәм Архангельск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Төмән ҡалаһы. 1944 й. 14 авг. ойошторолған. Ханты-Манси авт. округы — Юграны һәм Ямал-Ненец авт. округын...
ТӨМӘНӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл
ТӨМӘНӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Әгер й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1931 кеше; 1920 — 2426; 1939 — 1477; 1959 — 1051; 1989 — 902; 2002 — 936; 2010 — 1070 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....
ТӨН КҮБӘЛӘКТӘРЕ
ТӨН КҮБӘЛӘКТӘРЕ (Myotis), ярғанаттар ярым отрядының шымаморондар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 5 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 3,4—7 см, ауырлығы 4,5—25 г, ҡанат ҡоласы 19—35 см; инә заттар эрерәк. Йөнө ҡуйы, оҙон, төптәре ҡара, арҡаһы ҡарағусҡыл һоронан,...
ТӨН КҮГӘРСЕНЕ
ТӨН КҮГӘРСЕНЕ, т ы р ы л д а ҡ ҡ у р а й с ы (Caprimulgus europaeus), төн күгәрсене һымаҡтар отрядының ысын төн күгәрсендәре ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ Африкала, Евразияла (Көнбайыш Европанан алып Байкал аръяғына һәм Үҙәк Ҡытайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 26—28 см, ауырлығы 60—110 г....
ТӨН МИЛӘҮШӘҺЕ
ТӨН МИЛӘҮШӘҺЕ (Platanthera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 200‑гә тиклем) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ике япраҡлы Т.м. үҫә. 2 оҙон бүлбе тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 20—55 см. Һабағы...
ТӨНЬЯҠ АМАНГИЛДЕ ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ
ТӨНЬЯҠ АМАНГИЛДЕ ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил р‑ны Рысҡужа а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Голота (1991), Л.Г.Ғүмәров, В.Ф.Королёв (2002) тарафынан өйрәнелә. Йөҙләү таштары аҫҡы девондың һорғолт аҡ, һарғылт аҡ, аҡһыл һоро, аҡ һәм ҡараһыу һоро мәрмәрләнгән эзбизташтарынан тора; юғары...
ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ
ТӨНЬЯҠ БОҪҠОН ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Баймаҡ р‑ны Күсей а. көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. В.В.Какауллин, Ю.А.Болотин (1977), Д.Н.Сәлихов, С.Ш.Йосопов (1977), Р.К.Хәлимов (2004) тарафынан өйрәнелә. Төйәләҫ интрузив комплексы долериты һәм габброһының ваҡ, ҡатмарлы формалы есемдәренән тора....
ТӨНЬЯҠ ЗАВОДЫ
ТӨНЬЯҠ ЗАВОДЫ, 1735 й. Себер даруғаһының Терһәк, Һалйот һәм Һеңрән улустары башҡорттарының ерҙәрендә Төньяҡ й. (Кама й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна, 1759 й. алып А.Ф.Турчанинов, 1787 й. һәм 1864 й. — Турчаниновтар (1832—61 йй. П.Д.Соломирский,...
ТӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК
ТӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Ҡариҙел, Нуриман административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны — 8840 км2 (БР майҙанының 6,2%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 73 мең кеше (респ. халҡы һанының 1,8%‑ы), 1990—2002 йй. 1,7%-ҡа кәмегән (БР б‑са 3,6%‑ҡа артҡан). Төбәктә...
ТӨНЬЯҠ КАВКАЗ ИТ‑ЙӨН ТОҠОМО
ТӨНЬЯҠ КАВКАЗ ИТ‑ЙӨН ТОҠОМО, һарыҡтарҙың ярым нәҙек йөнлө, ит‑йөн йүнәлешле тоҡомо. 1944—60 йй. Ставрополь крайында ставрополь тоҡомо һарыҡтарын линкольн һәм ромни‑марш тоҡомо тәкәләренән ҡасырыу, һуңынан ҡатнаш тоҡомло малдарҙың 1‑се быуынын һайлап алыу һәм уларҙы “үҙ эсендә” үрсетеү юлы м‑н сығарыла....
ТӨНЬЯҠ УРМАН‑ДАЛА ЗОНАҺЫ
ТӨНЬЯҠ УРМАН‑ДАЛА ЗОНАҺЫ, Архангел (көнсығыш өлөшөнән тыш), Асҡын, Балтас, Благовещен, Борай, Иглин, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары һәм Бөрө р‑нының бер өлөшө (Ағиҙел й. уң яры) а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 2972,5, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр— 664,...
ТӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, күл
ТӨНЬЯҠ ҮЛӘНДЕ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Үләнде а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 3,0 км2, оҙонлоғо 2,2 км, уртаса киңлеге 1,3 км, уртаса тәрәнлеге 1,5 м (макс. — 3,5 м), һыу күләме 4,8 млн м3. Йылайыр свитаһының грауваккаларында һәм карбон габбро‑диабаздарында барлыҡҡа килгән; соҡоро...
ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ
ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТ, башҡорт теле диалекттарының береһе. БР‑ҙың Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещен, Борай, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Илеш, Йәрмәкәй, Краснокама, Кушнаренко, Ҡариҙел, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы, Тәтешле, Шаран, Яңауыл р‑ндарында, ш. уҡ улар м‑н сиктәш ТР, Пермь крайы һәм Свердловск...
ТӨНЬЯҠ-КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК
ТӨНЬЯҠ-КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны —11707 км2 (БР майҙанының 8,2%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 126,8 мең кеше (респ. халҡы һанының 3,2%‑ы), 1990—2002 йй. 0,5%‑ҡа артҡан (БР...
ТӨНЬЯҠ‑КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК
ТӨНЬЯҠ‑КӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Балтас, Борай, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл административ райондарын, Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡҡ. берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны — 10187 км2 (БР майҙанының 7,1%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 328,7 мең кеше (респ. халҡы һанының...
ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ УРМАН‑ДАЛА ЗОНАҺЫ
ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ УРМАН-ДАЛА ЗОНАҺЫ, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат р‑ндар а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 1171,1, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 247,1, сабынлыҡтар — 126,9, көтөүлектәр— 151,3, урмандар — 94,6 (2008). Актив т‑ралар суммаһы (уртаса тәүлек т‑раһы 10 °С юғары булған...
ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинатын, электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. урынлашҡан, район диспетчер пункттары эшләй. Составына (2008) дөйөм...
ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ
ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ, ер ҡабығы тәрәнлегенә Урал йыйырсыҡлы өлкәһен палеоконтиненталь һәм палеоокеан секторҙарға бүлгән һынылыш. Уралдың бөтөн һуҙымында күҙәтелә. Көнсығышта ауыу мөйөшө 30°—80°. А.В.Пейве тарафынан Ерҙең мантияһына тәрән үтеп ингән төпкөлдәге һынылыштарҙың тектоник бер төрө булараҡ айырып...