Список материалов
ТӨХВӘТУЛЛИН Фәтих Насир улы
ТӨХВӘТУЛЛИН Фәтих Насир улы [16.3.1894, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Сыбыҡлы а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) — 10.6.1938, Өфө], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен (Ҡазан), Красноуфимск сәнәғәт уч‑щеһын (1917) тамамлаған. Пермь губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1917...
ТӨХВӘТУЛЛИН Яҡуп Зәйнулла улы
ТӨХВӘТУЛЛИН Яҡуп Зәйнулла улы (8.6.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шланлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны, — 16.8.2010, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983). 1938—84 йй. “Башкирэнерго” район энергетика идаралығының 2‑се ТЭЦ‑ында (Өфө) эшләй: 1945 й.алып...
ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы
ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7.3.1931, Мәскәү — 9.11. 2016, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Харьков пед. ин‑тын (1953), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1953 й. алып Первомайск ҡ. урта мәктәбендә, 1954 й. — Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡыта. 1955 й. башлап...
ТРАВМА
ТРАВМА (гр. traјuma — йәрәхәт), кеше йәки хайуан организмы туҡымаларының тышҡы тәьҫирҙән зарарланыуы, йәшәү процестарын һәм функцияларын боҙоуға килтерә. Т. организмда урындағы (асыҡ һәм ябыҡ йәрәхәт) һәм дөйөм (ҡан һауыу, баш мейеһе һелкенеү, йәрәхәт токсикозы, коллапс, шок һ.б.) үҙгәрештәрҙә күренә....
ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ
ТРАВМАТОЛОГИЯ ҺӘМ ОРТОПЕДИЯ. Травматология — йәрәхәтләгән факторҙарҙың кеше организмына тәьҫирен, имгәнеүҙе һәм уның эҙемтәләрен диагностикалауҙы, дауалауҙы өйрәнгән; ортопедия тыумыштан килгән дефекттар, үҫеш кәмселектәре йәки травма һәм ауырыу эҙемтәләре һөҙөмтәһендә алынған терәк‑хәрәкәт системаһы...
ТРАВНИЦКИЙ Вениамин Николаевич
ТРАВНИЦКИЙ Вениамин Николаевич (18.10.1919, Түб. Новгород губ. Ризоватово а. — 18.4.1987, Бәләбәй ҡ.), инженер‑нефтсе. СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1943) “Ишимбайнефть” тресының инженеры, нефть промыслаһында өлкән инженер, бүлек нач.; 1951 й....
ТРАГЕДИЯ
ТРАГЕДИЯ (гр. tragōidia), драматургияның трагик пафос м‑н һуғарылған төп жанрҙарының береһе (драма һәм комедия м‑н бер рәттән). Т. нигеҙен шәхестең яҙмыш, йәмғиәт, донъя м‑н характерҙың һәм нәфсенең компромисһыҙ көсөргәнешле көрәшендә сағылған бәрелеше тәшкил итә. Конфликт ғәҙәттә төп геройҙың үлеме...
ТРАДИЦИОН БАШҠОРТ ҮЛСӘМДӘРЕ
ТРАДИЦИОН БАШҠОРТ ҮЛСӘМДӘРЕ, башҡорттар тарафынан көнкүрештә, сауҙа эшендә һәм хужалыҡта ҡулланылған үлсәү саралары. Саҡрым, аҙым, ая, ҡарыш (һөйәм) — оҙонлоҡ үлсәме, мыҫҡал (4,26 г), ҡаҙаҡ (409,5 г), бот (16 кг) ауырлыҡ үлсәме булған. Бөртөклө һәм шыйыҡ матдәләр төрлө ҙурлыҡтағы һәм формалағы һауыттар...
ТРАДИЦИОН БИҘӘҮЕСТӘР
ТРАДИЦИОН БИҘӘҮЕСТӘР, байрам, йола ваҡытында һәм көндәлек тормошта төҫ-башты биҙәү өсөн ҡулланылған әйберҙәр. Башҡорттарҙа шулай уҡ бетеү (ҡара: Һаҡлағыс), ырыубилдәһе булған, ғаиләнең соц. һәм мөлкәт статусын күрһәткән. Ҡатын-ҡыҙҙың Т.б. түш биҙәүестәренән, сәс биҙәүестәренән, маңлай биҙәүестәренән,...
ТРАДИЦИОН ИНТЕРЬЕР
ТРАДИЦИОН ИНТЕРЬЕР, архитектура стиленең этник үҙенсәлеген һәм төбәк айырымлыҡтарын сағылдырған, торлаҡтың эске торошон һәм биҙәлешен тәьмин иткән, борондан һаҡланып килгән архитектура алымы. Башҡорттарҙа Т.и. төрки телле (ҡара: Күсмә тормош) халыҡтарҙың йәйләү тормошона бәйле традицияларында барлыҡҡа...
ТРАДИЦИОН ЙЫҺАЗ
ТРАДИЦИОН ЙЫҺАЗ, ө й к ә р ә к - я р а ғ ы, башҡорттарҙа туҙҙан (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), ағастан, ҡабыҡтан, ҡайырҙан (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), тиренән (ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк- ярағы), металдан (ҡаҙан, самауыр һ.б.), балсыҡтан (һирәк осраған, башлыса көньяҡ райондарҙа)...
ТРАДИЦИОН МЕДИЦИНА
ТРАДИЦИОН МЕДИЦИНА. Күп быуатлыҡ практикаға, быуындан‑быуынға тапшырыла килгән мед. белемен һәм тәжрибәһен ҡулланыуға нигеҙләнә. Халыҡ медицинаһынан айырмалы рәүештә проф. табиптар эшмәкәрлеге булып тора. Башлыса яйға һалыу терапияһына, йәғни организмдың төрлө ағзалары һәм системалары балансын тергеҙеүгә...
ТРАДИЦИОН УЙЫНСЫҠТАР
ТРАДИЦИОН УЙЫНСЫҠТАР, баланың үҫеше һәм уйыны өсөн тәғәйенләнгән, милли мәҙәниәт үҙенсәлектәрен, йәшәү рәүешен һәм көнкүреште сағылдырған төрлө әйберҙәр һәм ҡулайламалар йыйылмаһы. Башҡорттар Т.у. эшләү өсөн тәбиғи материалдарҙы — ағас, һөйәк, таш, ҡош ҡауырһыны, үҫемлек һабаҡтары һ.б. — киң ҡулланған....
ТРАДИЦИЯЛАР
ТРАДИЦИЯЛАР (лат. traditio — тапшырыу), тарихи яҡтан формалашҡан соц. мөнәсәбәт нормалары һәм хужалыҡ- мәҙәни эшмәкәрлек оҫталығы. Т. айырым соц. төркөмдәр (ғаилә, ҡатлам, этнос һ.б.) өсөн хас булып, донъяға ҡарашты, дини инаныуҙарҙы, йолаларҙы, хужалыҡ үҫешен һ.б. сағылдыра. Быуындан-быуынға соц. һәм...
ТРАЙНИН Соломон Маркович
ТРАЙНИН Соломон Маркович (1902 й. ғин., Могилёв губ. Дрибин а. — 1969, Магадан ҡ.), дерматовенеролог. 1‑се МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1925) Башҡ‑н өлкә тире-венерология диспансерында бүлек мөдире, 1930 й. алып Башҡ‑н тире-венерология ҒТИ дир., 1932—37 йй. БДМИ директоры. 1946 й. башлап Магадан өлк. йәшәгән...
ТРАКТОР ҺӘМ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАШИНАЛАРЫН ЭШЛӘҮ
ТРАКТОР ҺӘМ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАШИНАЛАРЫН ЭШЛӘҮ, машиналар эшләүҙең тракторҙар, комбайндар һәм башҡа а.х. машиналары һәм ҡорамалдары етештергән тармағы. Башҡортостанда Т.һ.а.х.м.э. 20 б. 30‑сы йй. Өфө мотор з‑дын сафҡа индергәндән һуң үҫешә башлай, унда комбайндар өсөн моторҙар сығарыла (ҡара: Өфө моторҙар...
ТРАМВАЙ ПАРКЫ
ТРАМВАЙ ПАРКЫ, трамвай вагондары өсөн туҡтау һәм ремонтлау урыны. Башҡортостанда тәүге трамвай депоһы 1936 й. төҙөлә, Өфө ҡала тимер юлдары ҡарамағында була. 1937 й. Өфөлә ике маршрут б‑са трамвай хәрәкәте асыла, парк 5 моторлы һәм 3 тағылма вагондан тора, юлдар оҙонлоғо 6 км була, бер йыл эсендә 7,7...
ТРАМПЛИНДАН САҢҒЫЛА ҺИКЕРЕҮ
ТРАМПЛИНДАН САҢҒЫЛА ҺИКЕРЕҮ, үҙ эсенә трамплиндан саңғыла һикереүҙе алған спорт төрө (критик көсө 20—120 м). Һикереү техникаһы (стиль) үтәлеше һәм алыҫлығы баһалана. Ике зачёт ынтылышы балдары йыйылмаһына ҡарап һөҙөмтә билдәләнә. Башҡортостанда 1934 й. алып Өфөлә тәүге трамплин (критик ҡеүәте 20 м;...
ТРАНКИНГ РАДИОЭЛЕМТӘ
ТРАНКИНГ РАДИОЭЛЕМТӘ, проф. радиоэлемтә төрө; портатив, автомобиль һәм стационар радиостанциялар ярҙамында башҡарыла. Симплекслы (ҡабул итеү йәки тапшырыу) һәм дуплекслы (бер үк ваҡытта ҡабул итеү һәм тапшырыу, махсус мәсьәләләрҙе хәл итеү) режимдары бар. Т.р. селтәренең бер (бер зоналы) йәки бер нисә...
ТРАНСГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР
ТРАНСГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР, генотиптары (бирелгән үҫемлектең гендар берләшмәһе) ген инженерияһы ысулдары м‑н яһалма рәүештә үҙгәртелгән генетик модификацияланған организмдар. Т.ү. һәр бер күҙәнәгенең ядроһында (уның ДНК‑һында) генетик трансформация м‑н башҡа организмдарҙан күсерелгән бер нисә сит ген (трансгендар)...