Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТРУБИНА Татьяна Борисовна

ТРУБИНА Татьяна Борисовна (18.11. 1963, Өфө), гинеколог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Н.Н.Глебованың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Өфөнөң 8‑се дауаханаһында эшләй (2002 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 2002 й. башлап...

ТРУБИЦЫН Василий Андреевич

ТРУБИЦЫН Василий Андреевич (6.1. 1917, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Воскресенское а., хәҙ. Ырымбур өлк. Гай р‑ны Воскресенка а. — 1994, Мәскәү), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1950—70 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтендә эшләй. “Һаумы, дала!” (“Здравствуй,...

ТРУЕВЦЕВ Михаил Иванович

ТРУЕВЦЕВ Михаил Иванович (9.1. 1903, Пенза губ. Николо‑Пестровка а. — ?), йырсы (лирик‑драматик баритон). РСФСР‑ҙың (1965) һәм БАССР‑ҙың (1949) атҡ. артисы. Ленинград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1938) Һарытау, Куйбышев, Горький ҡҡ. эшләгән. 1947 й. алып БДОБТ, 1957—67 йй. Үзбәк ССР‑ының Ә.Науаи...

ТРУШИН Владимир Алексеевич

ТРУШИН Владимир Алексеевич (8.10.1936, Һарытау өлкәһе Борисоглебовка а. — 18.5.2019, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1965 й. тиклем 100‑сө почта йәшниге инженер‑конструкторы (Өфө ҡ.)....

ТРУШИН Владимир Алексеевич

ТРУШИН Владимир Алексеевич (8.10.1936, Һарытау өлкәһе Борисоглебовка а. — 18.5.2019, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1965 й. тиклем 100‑сө почта йәшниге инженер‑конструкторы (Өфө ҡ.)....

ТРУШИН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ТРУШИН, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Бикбау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 21 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 329 кеше; 1959 — 199; 1989 — 199; 2002 — 254; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп...

ТРУШКОВ Илья Фёдорович

ТРУШКОВ Илья Фёдорович (25.7.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Троицк а. — 4.1.1993, Обнинск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Полковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал хәрби-пехота училищеһын (Златоуст ҡ., 1944), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (Мәскәү ҡ., 1953), “Выстрел” Юғары...

ТУБЕРКУЛЁЗ

ТУБЕРКУЛЁЗ (лат. tuberculum — төйөрсөк), кеше һәм хайуандарҙың төрлө ағзаларын һәм системаларын зарарлаған, күп төрлө клиник сағылышлы специфик шешеү үҙгәрештәрен барлыҡҡа килтергән хроник инфекцион ауырыу. Тыуҙырыусылары — Mycobacterium tuberculosis, M. bovis, M. bovis BCG, M. africanum туберкулёз...

ТУБЕРКУЛЁЗҒА ҠАРШЫ ДИСПАНСЕР

ТУБЕРКУЛЁЗҒА ҠАРШЫ ДИСПАНСЕР, дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостанда туберкулёзды иҫкәртеү һәм дауалау б‑са төп махсуслаштырылған үҙәк. Өфөлә урынлашҡан. Т.ҡ.д. составына 780 урынлыҡ стационар һәм сменаға 535 кеше ҡабул иткән 6 поликлиник бүлек (5 диспансер, ш. иҫ. 2 балалар һәм 1 консультатив),...

ТУБЫЛҒЫ (Spiraea)

ТУБЫЛҒЫ (Spiraea), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡырлы Т. һәм тамырсыҡлы Т. үҫә. Төҙ бөгөлгән үренделе бер өйлө ҡыуаҡтар, бейеклеге 50—150 см. Япраҡтары ябай, сиратлы, һаплы, ҡырлы Т. — кире...

ТУВА ТЕЛЕ

ТУВА ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Туваларҙың милли теле, Тыва Респ. дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Монголияла, Ҡытайҙа таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңдән ашыу кеше (2002). Тофа теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм уғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Әҙәби...

ТУГАЙ

ТУГАЙ, судан үләне сорты. 1978 й. Ә.Н.Биктимеров (БНИИСХ) тарафынан Бродская 2, Казанская, Камышенская скороспелая, Лунинская, Пензенская ранняя сорттарынан алынған үҙенән‑үҙе һеркәләнеүсе линияларҙы ҡатмарлы гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы төҙ, бейеклеге 180—200 см, 5—7 быуын араһы бар, йығылмай....

ТУГУНОВ Павел Иванович

ТУГУНОВ Павел Иванович (28.10. 1930, Сталинград ҡ. — 4.2.1993, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, нефть сәнәғәте отличнигы (1973). Сталинград механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) ӨНИ‑лә эшләй: 1971 й. алып...

ТУҒАҘАҠ

  ТУҒАҘАҠ (Otis tarda), торна һымаҡтар отрядының туғаҙаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 80—120 см, ауырлығы 7—12 кг, ҡанат ҡоласы — 190—260 см. Башы һәм муйыны һоро, арҡаһы ҡара арҡыры һыҙыҡлы ерән төҫтә, ҡорһағы аҡ. Ҡанаттары аҡ, төбө ерән, остары ҡара...

ТУҒАЖМАН

ТУҒАЖМАН (Seseli), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса, субтропик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ҡырлы, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 20—170 см. Япраҡтары...

ТУҒАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл

ТУҒАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Туғай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 40 км һәм Загородная т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 71 кеше; 1959 — 115; 1989 — 559; 2002 — 616; 2010 — 555 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ТУҒАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

ТУҒАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Сүлҙи й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 889 кеше; 1920 — 908; 1939 — 605; 1959 — 507; 1989 — 271; 2002 — 267; 2010 —229 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТУҒАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ТУҒАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Сабай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Шығай й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 541 кеше; 1959 — 410; 1989 — 308; 2002 — 321; 2010 — 300 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, (Сабай урта...

ТУҒАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТУҒАЙ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 20 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.-Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 853 кеше; 1920 — 1064; 1939 — 1080; 1959 — 733; 1989 — 337; 2002 — 309; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

ТУҒАН Иҫәнбикә

ТУҒАН Иҫәнбикә (8.12.1940, Истанбул ҡ., Төркиә), тарихсы. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (2012), Төркиә ФА‑ның почётлы ағзаһы (2010). Филос. д‑ры (1973), проф. (1995). Ә.Ә. Вәлидовтың ҡыҙы. Истанбул ун‑тын (1964), Милли Тайвань ун‑тын (1966, Тайбей ҡ., Ҡытай) тамамлаған. 1967—68 йй. Истанбул ун‑тында, 1974...