Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУҒАН Сүбидәй

ТУҒАН Сүбидәй (21.12.1943, Истанбул ҡ., Төркиә), иҡтисадсы. Филос. д‑ры (1972), проф. (1986). Ә.Ә.Вәлидовтың улы. Яҡын көнсығыш техник ун‑тын тамамлаған (Анкара, 1967). 1970 й. алып Техас агрокультура һәм машиналар эшләү ун‑тында (Колледж Стейшн ҡ.), 1980 й. — Кларксон ун‑тында (Потсдам ҡ.; икеһе лә...

ТУҒАНЛЫҠ СИСТЕМАҺЫ

ТУҒАНЛЫҠ СИСТЕМАҺЫ, әңгәмәсегә мөрәжәғәт итеү һәм туғанлыҡты белдерер өсөн хеҙмәт иткән туғанлыҡ терминдары йыйылмаһы. Башҡорттарҙа Т.с. йәйләүгә сығыу м‑н бәйле малсылыҡ хужалыҡ-мәҙәни тибы (ҡара: Күсмә тормош, Һыйырсылыҡ) өҫтөнлөк иткән шарттарҙа барлыҡҡа килеп, соц. һәм мәҙәни традицияларғабәйле...

ТУҒАРҺАЛҒАН, күл

ТУҒАРҺАЛҒАН, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Шихан а. көнсығышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,1 км2, оҙонлоғо 395 м, киңлеге 260 м, макс. тәрәнлеге 15 м. Карст күле, соҡоро даға һымаҡ. Ер аҫты шишмәләре м‑н туйына. Тирә‑яҡ ландшафы йыуылған ҡара...

ТУҒЫҘБАЕВ Баймөхәмәт Вилдан улы

ТУҒЫҘБАЕВ Баймөхәмәт Вилдан улы [1884, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Бүребай а., (БР-ҙың Хәйбулла р‑ны) — 1965, Өфө], дин әһеле. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. 1938 й. алып Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, бер үк ваҡытта 1948 й. башлап СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назаратында...

ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы

ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бәләкәй Ҡаңны а.), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2014), РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) “Башҡортостан пионеры” (ҡара: “Йәншишмә”)...

ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы

ТУҒЫҘБАЕВА Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны а. — 20.3.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2014), РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан...

ТУҒЫҘЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ТУҒЫҘЛЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 870 кеше; 1920 — 1040; 1939 — 980; 1959 — 815; 1989 — 551; 2002 — 584; 2010 — 507 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ТУҘБАШ ЙЫЛАНДАР

ТУҘБАШ ЙЫЛАНДАР (Colubridae), йыландар ғаиләһе. Яҡынса 2 мең төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө осрай: баҡыр йылан, таш йыланы, һыу туҙ баш йыланы, ябай туҙбаш йылан. Кәүҙә оҙонлоғо 80—120 см (инә йыландар эрерәк). Кәүҙәһе зәйтүн, көрән, һоро йәки ҡара...

ТУҘҒАҠБАШ

ТУҘҒАҠБАШ (Senecio), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 3000 төрө билдәле, башлыса Көньяҡ Африкала, Урта диңгеҙ буйында, Азия һәм Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: яŸ Т., эретеш Т., ябай Т., йылға Т., бөтөнъяпраҡ туҙғаҡбаш һ.б. Күп, бер йәки...

ТУҘҘАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ

ТУҘҘАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ, эҫе һыу м‑н йомшартылған, ҡайһы берҙә ерек ҡайырыһы төнәтмәһендә буялған туҙҙан эшләнгән көнкүреш әйберҙәре. Туҙҙы махсус ҡорал — ҡыйғаҡ м‑н һыҙырып алғандар. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш таулы-урманлы райондарында туҙ әйберҙәрҙе башлыса цилиндр формаһында эшләгәндәр:...

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 30 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1297 кеше; 1920 — 1190; 1939 — 937; 1959 — 612; 1989 — 295; 2002 — 346; 2010 — 355 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Сарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1508 кеше; 1920 — 1675; 1939 — 1389; 1959 — 800; 1989 — 568; 2002 — 586; 2010 — 530 кеше. Татарҙар...

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, һаҙлыҡ

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Өҫән й. басс. һаҙлыҡ. Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Өҫән й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 54,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, иң ҡалыны — 2,9 м. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, тал, ябай муйыл,...

ТУЖИЛОВА-ОРДАНСКАЯ Елена Марковна

ТУЖИЛОВА-ОРДАНСКАЯ Елена Марковна (9.4.1960, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2008), проф. (2009). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре. М.С.Орданскийҙың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) БАССР Прокуратураһында, 1983 й. алып Өфө иҫәп-хисапты механизациялау техникумында эшләй. 1991...

ТУЖИЛОВКА, ауыл, Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә

ТУЖИЛОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға 1883 й. Өфө өйәҙендә Я.П.Барсовтан ҡуртымға алған ерҙәрҙә ш. уҡ өйәҙҙең Гуровка а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яковлевка, Яковлевка‑Тужиловка исемдәре м‑н теркәлгән. Халҡы:...

ТУЗОВ Николай Иосифович

ТУЗОВ Николай Иосифович [13.12. 1923, Урал өлк. Губернское а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 18.1.2002, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Байрамғол а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 149‑сы уҡсылар див. 568‑се уҡсылар...

ТУЙ

ТУЙ, 1) башҡорттарҙың традицион байрамы. Ҡәбилә йәки ырыу йыйындарына (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай, Майҙан һ.б.), сәсеү эштәре, йәйләү башланыуға йәки тамамланыуға бәйле календарь йолаларына (ҡара: Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Ҡарғатуй, Башҡорт йәйләүҙәре, Һабантуй, Малсылыҡҡа бәйле йолалар һ.б.) һәм кеше...

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ, никахҡа инеүгә бәйле традицион йолалар комплексы (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре). Башҡорттарҙа ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ-мәҙәни тибы өҫтөнлөк итеү шарттарында формалашҡан, хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына (игенселек, һыйырсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунар һ.б.), тарихи-мәҙәни традицияларға...

ТУЙКИН Кәбир Кәрим улы

 ТУЙКИН Кәбир Кәрим улы [1878, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Зәй‑Ҡаратай а. (ТР‑ҙың Лениногорск р‑ны) — 15.2.1938, Ҡазан], яҙыусы. Ф.К.Туйкиндың ағаһы. “Мөхәммәҙиә” (Ҡазан) мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң тыуған ауылында уҡытыусы, 1909 й. алып “Ваҡыт” типографияһында (Ырымбур ҡ.) хәреф йыйыусы, 1917 й. башлап...

ТУЙКИН Фазыл Кәрим улы

ТУЙКИН Фазыл Кәрим улы [10.6. 1887, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Зәй-Ҡаратай а. (ТР‑ҙың Лениногорск р‑ны) — 15.2.1938, Ҡазан], яҙыусы. К.К.Туйкиндың ҡустыһы. “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1907) тыуған ауылында, 1909 й. алып Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Ташлыяр а. (ТР‑ҙың Мөслим р‑ны) уҡытыусы...