Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы (28.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Айыухан а. — 10.3.2000, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1982). БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1955), 1961 й. алып шунда уҡ эшләй: 1980—90 йй....

АЙЫУХАНОВ Нәджит Миңлеғәле улы

АЙЫУХАНОВ Нәджит Миңлеғәле улы (10.12.1920, Атбаҫар ҡ. — 24.8.1990, Өфө), балет артисы, театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыған (1934—39, педагогтары А.А.Писарев һәм А.В.Ширяев). 1939—40 йй. һәм 1946 й....

АЙЫУҺАҘЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

АЙЫУҺАҘЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 230 кеше; 1920 — 425; 1939 — 296; 1959 — 272; 1989 — 178; 2002 — 183; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат...

АКАДЕМИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АКАДЕМИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, Рәсәй империяһының терр‑яһын һәм халҡын өйрәнеү өсөн Фәндәр һәм художество акад. Геогр. департаменты тарафынан ойошторола. 1769 й. 2 Ырымбур астрономик экспедицияһы (етәкс. рус армияһы поручигы Х.Л.Эйлер, акад. адъюнкты Л.Ю.Крафт) Өфө, Ырымбур, Орск ҡәлғәһе һ.б. торама пункттарҙың...

АКАДЕМИЯ

АКАДЕМИЯ, ҡайһы бер фәнни учреждение һәм уҡыу йорттары исеме. Башҡортостанда БР Фәндәр академияһы һәм РФА Өфө фәнни үҙәге эшләй. Респ. РФА‑ның 2 акад. (Р.И.Ниғмәтуллин, М.С.Юнысов) һәм 5 мөхбир ағзаһы (Х.Н.Ғиззәтуллин, У.М.Джемилев, М.Ә.Илһамов, В.В.Напалков, В.Н.Пучков), 1 Рәсәй мед. фәндәре акад....

АКАДЕМҮҘӘК

АКАДЕМҮҘӘК, респ. мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә идея һәм практик яҡтан етәкс. итеү маҡсатында 1922 й. Өфөлә БАССР‑ҙың Мәғариф ХК‑һы эргәһендә ойошторола. А. составында төрлө ваҡытта фәнни-методик (башҡ., урыҫ, аҙ милләттәр), терминологик, әҙәби-художестволы, музей, архив, театр, муз., балалар комиссиялары;...

АКАТЬЕВ Юрий Васильевич

АКАТЬЕВ Юрий Васильевич (18.4.1939, БАССР‑ҙың Благовещен районы Дубровка а. — 29.11.1999, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). БАХИ‑ны тамамлаған (1963). 1961—73 йй. комсомол һәм партия эшендә. 1974 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре йәмғиәттә социаль процестар...

АКВАРЕЛЬ

АКВАРЕЛЬ (фр. aguarelle) һыу ҡушып шыйығайтылған буяуҙар, ш. уҡ ошо буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсем. А. төп сифаты — буяу ҡатламы аша ерлектең (ҡағыҙ, һирәгерәк — ебәк, фил һөйәге) тоны һәм фактураһының үтәнән-үтә күренеүсәнлеге. А. живопись (тон байлығы, төҫ м‑н форма һәм киңлек перспективаһын булдырыу)...

АКВАРИУМ БАЛЫҠТАРЫ

АКВАРИУМ БАЛЫҠТАРЫ, балыҡтың аквариумда тотоу өсөн яраҡлаштырылған төрҙәре һәм яһалма сығарылған формалары. Фәнни‑танып белеү һәм декоратив маҡсаттарҙа үрсетелә. А.б. төҫө, кәүҙә формаһы һәм ҙурлыҡтары б‑са төрлө була. Карп һымаҡтар (брахиоданио, данио, алтын балыҡ һәм уның бик күп формалары, кардинал,...

АКИМОВ Николай Борисович

АКИМОВ Николай Борисович (9.1.1963, Өфө), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Респ. ДОСААФ спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.П.Мостафин, В.П.Чапало). 2001—05 йй. Ҡадиров Ғ. исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай. Европа шәхси (2003) һәм СССР...

АКИМОВА Мария Степановна

АКИМОВА Мария Степановна (21.3.1915, Владимир губ. Глухов а. — 1971, Мәскәү), антрополог. Тарих ф. канд. (1942). МДУ‑ны тамамлаған (1940), 1944 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре Волга буйы, Көньяҡ Урал һәм Урал аръяғы халыҡтары расогенезы һәм этногенезы проблемаларына арналған. БАССР‑ға һәм...

АКИМОВА Светлана Семёновна

АКИМОВА Светлана Семёновна (19.9.1945, Өфө), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1974) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; Ш.М.Мортазина курсы) Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры актрисаһы. Төрлө яҡлап һәләтле актриса. Нескә психологик...

АККУМУЛЯТОРҘАР

АККУМУЛЯТОРҘАР (лат. accumulator — йыйыусы, туплаусы), артабан файҙаланыу өсөн энергия туплаусы ҡулайламалар. Электр (химик реакция һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан электр энергияһын туплау), гидравлик (иң күп һәм иң аҙ тотонолған ваҡытта шыйыҡлыҡ һәм газ баҫымының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә алынған энергияны...

АККУЧУКОВА Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы

АККУЧУКОВА Роза (Рауза) Сабирйән ҡыҙы (12.2.1950, Белорет ҡ. — 8.2.2021, Өфө, БР-ҙың Белорет районы Абҙаҡ ауылында ерләнгән), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2009), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. 1973 йылдан алып Башҡорт филармонияһының эстрада артист‑вокалисы, 1999 йылдан — баш администраторы. Хислелеге...

АКРОБАТИКА

АКРОБАТИКА (гр. akrobateo — аяҡ ослап йөрөйөм, өҫкә үрмәләйем), спорт төрө, кәүҙәнең тигеҙлеген һаҡлау һәм бороуға бәйле физик күнекмәләр (һикереү, көс талап иткән һ.б.) комплексын үтәү б‑са ярыштар. 20 б. 50‑се йй. Өфөлә Р.А.Ғадилов БАССР‑ҙа А. б‑са тәүге секция ойоштора. 1980 й. Туймазы ҡ. үҫмерҙәр...

АКРЫНОВ Иван

АКРЫНОВ Иван, Ырымбур губернаһының отставкалағы унтер‑офицерҙары, һалдаттары һәм драгундарынан Уложенный комиссия депутаты. Вахмистр. Комиссияға хәрби хеҙмәт шарттарын үҙгәртеү (ғаиләләге улдарҙың береһен хеҙмәттән азат итеү, хеҙмәт тамамланғандан һуң йәшәү урыны һайлау һ.б.) һәм йөкләмәләрҙе кәметеү...

АКСАКОВ ГИМНАЗИЯҺЫ №11

АКСАКОВ ГИМНАЗИЯҺЫ №11, Өфө ҡалаһы. 1828 й. Өфө ир балалар гимназияһы булараҡ нигеҙ һалына. 1919 й. алып 2‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1934 й. — Л.А.Галанова ис. 11‑се урта мәктәп, 1995 й. — 11‑се Аксаков мәктәп‑гимназияһы, 1998 й. гимназия статусын ала. Гимназияла Аксаковтарҙың әҙәби һәм рухи мираҫын...

АКСАКОВ Григорий Сергеевич

АКСАКОВ Григорий Сергеевич [4.1.1820, Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙе Яңы Аксаков а., хәҙ. Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а., — 24.2.1891, Һамар ҡ., Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Страхов а. ерләнгән (Һамар өлк. Борск р‑ны)], дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1871). С.Т.Аксаковтың улы. Император хоҡуҡ...

АКСАКОВ МУЗЕЙЫ

АКСАКОВ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. 2003 й. БР‑ҙың А.м. булараҡ ойошторола. А.м. составына С.Т.Аксаков мемориаль йорт‑музейы һәм Аксаковтар ғаиләһе музейы инә. С.Т.Аксаков мемориаль йорт‑музейы. Өфөлә, С.Т.Аксаковтың әсәһе яғынан олатаһы Н.С.Зубовтың элекке йортонда урынлашҡан, 1794—97 йй. унда...

АКСАКОВ Пётр Дмитриевич

АКСАКОВ Пётр Дмитриевич, дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1760), бригадир (1740). Дворяндарҙан. 1740—44 йй. Өфө вице‑губернаторы. 1742 й. 10 июлендә И.И.Неплюев м‑н берлектә указдарҙы (1736 й. 11 февр.) ер биләү, ерҙе файҙаланыу, төбәк халҡы тарафынан йөкләмәләр үтәү ҡағиҙәләре менән...