Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУЛА БАҪЫУ

ТУЛА БАҪЫУ, тула һәм йөн әйберҙәр эшләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл. Йоҡа буҫтау (соға) һәм ҡалын буҫтау (мәллә) булған. Һарыҡ, ҡайһы берҙә дөйә йөнөнән иләнгән тәбиғи төҫтәге ептәр (һирәгерәк буялған) ҡулланылған. Йөндө тимер йәки ағас тараҡ м‑н тарап, ҡул м‑н теткәндәр, артабан ҡолға, орсоҡ ярҙамында...

ТУЛАЙКОВСКАЯ 10

ТУЛАЙКОВСКАЯ 10, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 1999 й. В.В.Сюков, А.А.Вьюшков, С.Н.Шевченко, С.Е.Поротькин, А.В.Милёхин тарафынан Тулайковская 5 һәм Альбидум 653 сорттары гибридынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла (Н.М.Тулайков ис. а.х. ҒТИ, Һамар ҡ.). Һабағы ярым төҙ, бейеклеге 85—95 см. Башағы 6—7...

ТУЛАЙКОВСКАЯ ЗОЛОТИСТАЯ

ТУЛАЙКОВСКАЯ ЗОЛОТИСТАЯ, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 1998 й. В.В.Сюков, А.А.Вьюшков, С.Н.Шевченко, С.Е.Поротькин, А.В.Милёхин тарафынан Тулайковская 5 һәм Альбидум 653 сорттары гибридынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла (Н.М.Тулайков ис. а.х. ҒТИ, Һамар ҡ.). Һабағы төҙ, бейеклеге 1 м тиклем. Башағы...

ТУЛАЙЫМ ЙӘМҒИӘТ ПРОДУКТЫ

ТУЛАЙЫМ ЙӘМҒИӘТ ПРОДУКТЫ, й ә м ғ и ә т т е ң  й ы й ы л м а  п р о д у к т ы, йәмғиәт тарафынан билдәле бер ваҡыт эсендә етештерелгән матди байлыҡтарҙың хаҡы. Матди сағылышында Т.й.п. — етештереү сараларынан һәм ҡулланыу әйберҙәренән; хаҡ сағылышында ҡулланылған етештереү саралары хаҡынан һәм милли...

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ, төбәк иҡт. тарафынан етештереү процесында алынған табыштың дөйөм дәүмәле. Эш хаҡы, табыш суммаларынан, социаль страховкалау, амортизация бүлемдәренән, ситләтелгән һалымдарҙан (субсидиялар тотоп ҡалына) тора. Т.т.п. структураһы тауар етештереүҙән, хеҙмәт күрһәтеүҙән һәм продукттарға...

ТУЛВИНСКИЙ Шәйхулла Сибәғәт улы

ТУЛВИНСКИЙ (Зәйнин) Шәйхулла Сибәғәт улы [1.8.1886, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Усть‑Ашап а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) — 15.10.1970, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Түб. Тәтешле а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Тәтешле а.], шағир. Пермь губ. Уҫы өйәҙе Солтанай а. (хәҙ. Барҙы р‑ны) мәҙрәсәһендә уҡыған, башҡа мәғлүмәттәр...

ТУЛҒАУ

ТУЛҒАУ, ә й т е м, ҡобайырҙың бер төрө, кешенең йәне, тәбиғәт һәм йәмғиәт т‑да тулы фәлс. йомғаҡлауҙарҙы үҙ эсенә алған дидактик характерҙағы сюжетһыҙ әҫәр. Думбыраға ҡушып башҡарыла. Т. композицион нигеҙен мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар тәшкил итә. Һәр бер строфа (парлы йәки ҡатнаш рифмаларҙан торған...

ТУЛЕНКОВ Константин Иванович

ТУЛЕНКОВ Константин Иванович (15.4.1908, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Үҙән а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны, — 17.5.1978, Магнитогорск ҡ.), инженер‑металлург. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1938) Чусов металлургия з‑дының (Свердловск өлк.) смена инженеры,...

ТУЛИН Сергей Заһит улы

ТУЛИН Сергей Заһит улы (1992 й. тиклем Ғиззәтуллин Риф З.; 11.9.1957, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Гәйнә а.), десантсы, ген.‑майор (2001). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). Юридик ф. канд. (2009). Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан (1994—95). Рязань юғары һауа-десант команда уч‑щеһын (1980), М.В.Фрунзе...

ТУЛҠЫН ҠАНАТЛЫЛАР

  ТУЛҠЫН ҠАНАТЛЫЛАР (Lymantriidae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 3 мең төрө билдәле, иң күп төрҙәре Азия һәм Африканың дымлы тропик урмандарында осрай. БР‑ҙа яҡынса 20 төрө бар: антик Т.ҡ., тал Т.ҡ., ҡыҙғылт һоро Т.ҡ., сыбарғанат, парһыҙ ебәк күбәләге һ.б. Ҡанат ҡоласы 2,5—7 см, киң, аҡ, һарғылт, һоро,...

ТУЛТЫРМА

ТУЛТЫРМА, б ө й ә т, башҡорт аш-һыуында традицион ит аҙығы. Мал-тыуарҙың, һирәгерәк ҡоштарҙың, эс- ҡарынынан әҙерләнә. Бауыр, йөрәк, үпкә, эс майы, итте ваҡ итеп турап, төрлө тәмләткестәр ҡушып болғайҙар ҙа малдың туҡ эсәгенә (30—40 см оҙонлоҡта) тултыралар һәм ике яғынан еп м‑н бәйләйҙәр. Башҡортостандың...

ТУЛЫБАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ТУЛЫБАЙ, 3 ‑ с ө  ф е р м а, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 296 кеше; 1959 — 342; 1989 — 375; 2002 — 378; 2010 — 319 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы,...

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, ҡаты, шыйыҡ йәки газ хәлендәге матдәләр (тултырғыстар) сағыштырмаса тигеҙ урынлашҡан өҙлөкһөҙ полимер фазалы (матрицалы) гетероген системалар. Тултырғыс сифатында аҡбур, тальк, ҡором, каолин, ағас оно, быяланан матдәләр, икенсел полимер сеймал һ.б. ҡулланыла. Сығышы б‑са...

ТУМАНАҠ

ТУМАНАҠ (Bupleurum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Евразия, Төньяҡ Америка һәм Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: һары Т. һәм ҡырҡйепсә Т. Ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында, төҙ, бейеклеге...

ТУМАНОВ Григорий

ТУМАНОВ Григорий, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Крәҫтиәндәрҙән. Воскресенка заводында төрки телдәр тәржемәсеһе. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушылған, И.Н.Грязновтың баш күтәреүселәр отрядында писарь булып хеҙмәт иткән. 1774 й. ғин.—февр. Силәбе ҡәлғәһен ҡамауҙа һәм штурмлауҙа...

ТУМЫРТҠА ҺЫМАҠТАР

ТУМЫРТҠА ҺЫМАҠТАР (Piciformes), ҡоштар отряды. 6 ғаиләһе, яҡынса 400 төрө билдәле. БР‑ҙа тумыртҡалар ғаиләһенә ҡараған 7 төрө бар. Ваҡ (бәләкәй тумыртҡа, кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы яҡынса 32 г) һәм уртаса (ҡара тумыртҡа, ярашлы рәүештә 49 см тиклем һәм яҡынса 450 г) ҙурлыҡтағы ултыраҡ, күсмә...

ТУН

ТУН (төркисә тон — күлдәк, кейем), тиренән тегелгән оҙон салғыйлы өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр (тура) һәм ҡатын‑ҡыҙҙар (билле, ултырма яғалы) өсөн тышланған һәм дупланған тиренән тегелгән (тышһыҙ тун, дуплы тун) Т. булған. Башлыса һарыҡ, һирәкләп кәзә, йылҡы, дөйә тиреһенән теккәндәр; бүре,...

ТУНГУС-МАНЖУР ТЕЛДӘРЕ

ТУНГУС‑МАНЖУР ТЕЛДӘРЕ, т у н г у с  т е л д ә р е, ҡәрҙәш телдәр төркөмө. РФ‑тың Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш терр‑яһында, ш. уҡ Ҡытайҙа, Монголияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше. Грамматик тибы б‑са гипотетик яҡтан алтай телдәре ғаиләһенә берләшкән монгол телдәренә һәм төрки...

ТУНДРА

ТУНДРА (фин теленән tunturi — урманһыҙ, яланғас ҡалҡыулыҡ), Ер шарының көньяҡтан урмандар, төньяҡтан арктик сүллектәр м‑н сикләнгән субарктик бүлкәтенә хас булған үҫемлектәр донъяһы тибы. Т. урманһыҙлыҡ, күп йыллыҡ үҫемлектәр, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, мүкһымаҡтарһәм лишайниктарҙыңөҫтөнлөгө, үҫемлек япмаһының...

ТУННЕЛЬ

ТУННЕЛЬ (ингл. tunnel), транспорт, һыуҙы ағыҙыу, ер аҫты коммуникацияларын һалыу һ.б. маҡсаттар өсөн хеҙмәт иткән горизонталь йәки ауыш ер аҫты ҡоролмаһы. Тәғәйенләнеше б‑са автомобиль, тимер юл, гидротехник, коммуналь, суднолар, транспорттың бер нисә төрө өсөн Т. (бер киҫелештә), махсус (ГЭС, складтар...