Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТҮРЕШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ТҮРЕШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 45 км алыҫлыҡта Түреш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2438 кеше; 1920 — 2896; 1939 — 2043; 1959 — 1210; 1989 — 944; 2002 — 861; 2010 — 722 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ТҮРЕШЛЕ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ТҮРЕШЛЕ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Түрешле а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Түрешле й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 693 кеше; 1920 — 1085; 1939 — 1593; 1959 — 727; 1989 — 866; 2002 — 967; 2010 — 917 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ТҮРЙӘНОВ Альфрет Хәбиб улы

ТҮРЙӘНОВ Альфрет Хәбиб улы [1.2.1940, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ районы Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 28.9.2016, Өфө ҡ.], терапевт, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1993). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1990). Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры...

ТҮРЙӘНОВ Мэлс Хәбиб улы

ТҮРЙӘНОВ Мэлс Хәбиб улы [1.2. 1940, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 11.11.2004, Мәскәү], инфекционист. Мед. ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ‑тың атҡ. табибы (1995). Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). А.Х.Түрйәновтың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлағандан...

ТҮРҺӘГӘҘЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ТҮРҺӘГӘҘЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 14 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Түрһәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 414 кеше; 1920 — 363; 1939 — 242; 1959 — 164; 1989 — 179; 2002 — 174; 2010 — 917 кеше. Башҡорттар...

ТҮШ БИҘӘҮЕСТӘРЕ

ТҮШ БИҘӘҮЕСТӘРЕ, ҡатын‑ҡыҙҙар байрам, йола ваҡытында йәки көндәлек кейгән кейеменә таҡҡан (ҡара: Башҡорт кейеме). Башҡорттарҙың Т.б. (түшелдерек, хәситә, муйынсаҡ, төйрәүес һ.б.) традицион биҙәүестәр йыйылмаһына ингән, төбәк үҙенсәлектәре м‑н айырылған. Түшелдерек м‑н хәситәне күлдәк йәки камзул өҫтөнән...

ТХЭКВОНДО

ТХЭКВОНДО, спорт төрө, ҡул һәм аяҡ м‑н һуғыу ҡулланылған ҡара-ҡаршы көрәш. Бөтә донъя тхэквондо федерацияһы талаптарына ярашлы кёруги (яңғыҙ көрәш) һәм пхумсэ (техник комплекс) б‑са ярыштар үткәрелә. Башҡортостанда Т. үҫеше 1990 й. Өфөлә БДУ эргәһендә, “Юлдаш” физик культура йортонда, Өфө авиация техникумында...

ТЫҒЫҘ КОНАРДИЯ

ТЫҒЫҘ КОНАРДИЯ (Conardia compacta), мүк һымаҡтар төрө. Ике өйлө күп йыллыҡ япраҡ һабаҡлы мүк. Йәшел йәки һарғылт йәшел төҫтәге, йыш эзбиз һеңдерелгән ваҡ кәүшәк кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабағы йәйелеүсән, үрмәле йәки төҙ, оҙонлоғо 0,3—1 см. Япрағы ҡайтарылма, йомортҡа-ланцет формала, ситтәре яҫы,...

ТЫҒЫН, һаҙлыҡ

ТЫҒЫН, Оло Әүнәр й. басс. һаҙлыҡ. Белорет р‑ны Николаевка а. 16 км алыҫлыҡта Оло Ирәмәл тауы һәм Әүәләк һырты араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 50 га; һаҙлыҡ аша Тығын й. (Оло Әүнәр й. ҡушылдығы) аға. Һаҙлыҡ өҫтө сиратлашып торған ҡалҡыулыҡтарҙан, өйөмдәрҙән һәм бураҙналарҙан...

ТЫЛМАС

ТЫЛМАС, т ә р ж е м ә с е, 16 б. алып Илселек приказы ҡарамағындағы һәм урындағы адм. учреждениеларҙағы вазифа. 17—19 бб. Т. һәм тәржемәсе вазифалары булған. Т. телдән, һирәкләп яҙма тәржемә яһаған, тәржемәсе ҡатмарлы документтарҙы тәржемә иткән. Т. һәм тәржемәселәр адм., полиция, һалым, суд‑тәфтиш...

ТЫЛСЫМ

ТЫЛСЫМ, а м у л е т (лат. amuletum), хөрәфәттәр б‑са, эйәһенә уңыш, бәхет килтереүсе, яуыз көстәрҙән һаҡлаусы әйбер (ҡара: Һаҡлағыс). Т. сепрәккә төрөп йәки күн м‑н көпләп, кейемгә ҡуша теккәндәр, тәнгә яҡын йөрөткәндәр, сәскә ҡушып үргәндәр һ.б. Тәүтормош дини инаныуҙарына (ҡара: Магия, Фетишизм) барып...

ТЫМБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ТЫМБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 43 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Һикәяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1200 кеше; 1920 — 1171; 1939 — 780; 1959 — 598; 1989 — 538; 2002 — 517; 2010 — 397 кеше. Мариҙар йәшәй...

ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ

ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ, тыныслыҡты һаҡлар һәм халыҡ‑ара бәйләнештәрҙе нығытыр өсөн төҙөлгән Башҡ. респ. йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә 1972—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.ф. бүлексәһе булған, Тыныслыҡты һаҡлау комитеты һ.б. йәмәғәт берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Респ. Т.ф. 68 ҡала һәм район бүлексәһе эшләгән (1987)....

ТЫНЫСЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ КОМИТЕТЫ

ТЫНЫСЛЫҠТЫ ҺАҠЛАУ КОМИТЕТЫ, халыҡтар араһында тыныслыҡты, теләктәшлекте һаҡлауға булышлыҡ итеү, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсаты м‑н респ. йәмәғәтселеге вәкилдәренән ойошторолған Башҡ. респ. һайланма органы. Өфөлә 1970—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.һ.к. бүлексәһе булған, Тыныслыҡ фондының респ....

ТЫПЫЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

ТЫПЫЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Үрмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.-Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Оло Гүрҙе һәм Маты йй. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1722 кеше; 1920 — 1933; 1939 — 1514; 1959 — 832; 1989 — 555; 2002 — 506; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар...

ТЫРҠЫШ

ТЫРҠЫШ (Amanita), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 7 төрө бар: поганка һымаҡ Т., ҡаплан Т., һоро Тырҡыш һ.б. Эшләпәләренең диам. 4 — 20 см, аҡ, ҡыҙыл, йәшел йәки көрән төҫтә. Япмаһы дөйөм, ҡыҙыл Т. айырым. Йәш бәшмәктең емешлек тәне...

ТЫРМАТЫУ

ТЫРМАТЫУ, ер эшкәртеү алымы. Өҫкө тупраҡ ҡатламының ваҡланыуын, йомшарыуын, болғаныуын һәм тигеҙләнеүен тәьмин итә, ш. уҡ тешле һәм дискылы тырмалар ярҙамында ҡый үләндәренең үҫенте һәм шытымдарын бөтөрә. Үткәреү ваҡытына һәм тәғәйенләнешенә бәйле иртә яҙ, шытым алды һәм шытымдан һуңғы Т. айырыла. Иртә...

ТЫРНАҒУТ

ТЫРНАҒУТ (Hieracium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 меңдән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған өлкәләрендә, башлыса Европала, Кавказда һәм Азияның көнбайыш райондарында таралған. Башҡортостанда яҡынса 15 төрө — альп Т., аҡ һеңерле Т., сәнскеле Т., үтә күренмәле Т....

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ, башлыса урындағы тикшеренеүселәр тарафынан илдәге айырым төбәктең (өлкә, респ., адм. йәки тәбиғи район, ҡала һ.б. кеше йәшәгән урындың) тәбиғәтен, халҡын, хужалығын, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү. Комплекслы һәм тармаҡлы Т.я.ө. төрҙәренә бүленә (тыуған яҡты геогр., тарихи, лингвистик,...

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙың төрлө төбәктәрендә тыуған яҡты өйрәнеү фәненең үҫешенә булышлыҡ итер өсөн төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. Совет мәҙәниәте фондының Башҡ‑н бүлексәһе ҡарамағында төҙөлә. БР ҡалалары һәм райондарында филиалдары бар. Т.я.ө.й. 600‑гә яҡын кеше...