Список материалов
УВАРОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл
УВАРОВКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 215 кеше; 1920 — 192; 1939 — 182; 1959 — 84; 1989 — 103; 2002 — 141; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡармыш...
УВЕРТЮРА
УВЕРТЮРА (фр. ouverture), ҙур театраль (опера, балет, оперетта), вокаль‑инструменталь (кантата, оратория) әҫәрҙәргә йәки инструменталь пьесалар серияһына (сюита), 20 б. алып кинофильмдарға инструменталь, ғәҙәттә оркестр өсөн яҙылған инеш музыка; оркестр өсөн үҙ аллы, башлыса программа характерындағы...
УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР
УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР, молекулаларында 5‑кә тиклем углерод атомы булған алифатик углеводородтар ҡатышмаһы. Тәбиғи газдарға, нефть эшкәртеү (тура ҡыуыу, деструктив процестар: термик крекинг, каталитик крекинг, пиролиз һ.б.) газдарына бүленә. Тәбиғи У.г. төп компоненттары — метан (ҡайһы саҡ 98%‑ҡа етә),...
УГЛЕВОДОРОДТАР
УГЛЕВОДОРОДТАР, молекулалары углерод һәм водород атомдарынан торған органик берләшмәләр. У. — нефть, углеводород газдары, газ конденсаты һ.б. төп компоненттары. Төҙөлөшөнә ҡарап алифатик (углерод атомдары һыҙыҡлы, мәҫ., н‑пентан, йәки тармаҡлы мәҫ., изо‑пентан, сылбыр барлыҡҡа килтерә,) һәм циклик (3...
УГЛЕВОДТАР
УГЛЕВОДТАР, ш ә к ә р ҙ ә р, тере организмдар составына ингән полигидроксикарбониллы берләшмәләр һәм уларҙың сығарылмалары. Моно‑ (полигидроксиальдегидтар, углеродтың 3 — 9 атомынан торған, карбониллы, гидроксил төркөмдәр м‑н бәйле, һыҙыҡлы сылбырлы кетондар), олиго‑ (гликозид бәйләнештәр м‑н тоташҡан...
УГЛЕПЛАСТИКТАР
УГЛЕПЛАСТИКТАР, у г л е п л а с т а р, у г л е р о д о п л а с т а р, составында нығыта торған тултырғыстар сифатындағы углеродлы сүстәр булған композицион материалдар. Бәйләүестең (матрица) төрө б‑са полимерлы, коксланған һәм пироуглеродлы У. айырыла. У. өсөн түбән кимәлдә тығыҙлыҡ, т‑ранан һыҙыҡлы...
УГЛЕРОД
УГЛЕРОД (Carboneum), C, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм химик элементы. 2 тотороҡло, радиоактив изотоптары бар. Тәбиғәттә У. ирекле хәлдә (алмас, графит), карбонаттар (эзбизташтар, доломиттар), диоксид сифатында (гидро‑ һәм атмосферала), янар ятҡылыҡтар составында (янар тәбиғигаздар, нефть,...
УГЛЕРОДЛЫ СҮСТӘР
УГЛЕРОДЛЫ СҮСТӘР, составына массаһы б‑са 80—99,5% углерод ингән ептәр. Эшкәртеү ысулы б‑са У.с. өлөшләтә карбонланған, күмер (карбонланған) һәм графитланғандарға; ҡайталыусанлыҡ модуле б‑са — түбән, уртаса һәм юғары модулле булғандарға бүленә. У.с. юғары күҙәүле була. У.с. юғары ныҡлыҡ, ҡатылыҡ, йылытыуға,...
УГРЮМОВА Татьяна Степановна
УГРЮМОВА Татьяна Степановна (18.2.1946, Калинин ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (1981). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1969) ӨДСИ‑лә уҡыта (1971 й. алып музыка һәм композициялар тарихы, теорияһы, 1972 — 73 йй. һәм 1978 — 94 йй....
УҒЫҘҘАР
УҒЫҘҘАР, ғ у ҙ ҙ а р, у ҙ ҙ а р, төрки ҡәбиләләр союзы. Урта быуат ғәрәп авторҙары (Ибн Фаҙлан, Истахри, Масуди, Ибн Хордадбех һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. 7 б. башында Үҙәк Азияның Етеһыу өлкәһендә барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. 9 б. 2‑се ярт., Арал буйынан бәшнәктәрҙе Волга‑Урал төбәге далаларына...
УДАЛОВА Елена Александровна
УДАЛОВА Елена Александровна (5.7.1972, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2010). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑нда эшләй (2001 й. алып төп ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Башҡорт химия журналының һәм “Реактив” Дәүләт фәнни‑техник...
УДЕЛ КРӘҪТИӘНДӘРЕ
УДЕЛ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә император ғаиләһе ҡарамағында булған һәм удел ерҙәрендә йәшәгән крәҫтиәндәр категорияһы (ҡара: Крәҫтиәндәр). У.к. 1797 й. “Император фамилияһы тураһында учреждение”ға ярашлы батша һарайы крәҫтиәндәре категорияһын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. У.к. һәм удел ерҙәре м‑н...
УДЕЛЬНО-ДЫУАНАЙ ТОРАМАҺЫ, археологик ҡомартҡыһы
УДЕЛЬНО‑ДЫУАНАЙ ТОРАМАҺЫ, һуң бронза быуаты, иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12—8 бб., б.э. 3—8 бб. ҡарай. Благовещен р‑ны Удельно‑Дыуанай а. көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1958 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1965 й. А.Х.Пшеничнюк, 1966 й., 1971 й....
УДЕЛЬНО‑ДЫУАНАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл
УДЕЛЬНО‑ДЫУАНАЙ, Благовещен р‑нындағы ауыл, Удельно‑Дыуанай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2765 кеше; 1920 — 2948; 1939 — 2418; 1959 — 1844; 1989 — 1244; 2002 — 1137; 2010 — 1079 кеше. Урыҫтар...
УДМУРТ ӘҘӘБИӘТЕ
УДМУРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Башҡортостанда тыуып үҫкән удмурт яҙыусылары Р.Г.Вәлишин, Ф.П.Пукроков, У.Ш.Бәҙретдинов, Р.О.Хәйҙәров һ.б. ижады У.ә. ҙур урын алып тора. Уларҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡ. темаһына арналған. Бәҙретдиновтың “Шордин” (2000), Вәлишиндың “Елдәр тауы” (“Гора ветров”; 1978) повестарында, Пукроковтың...
УДМУРТ ТЕЛЕ
УДМУРТ ТЕЛЕ, фин‑уғыр телдәренең береһе (Пермь төркөмө). Удмуртияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Свердловск өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Марий Эл Респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 464 меңгә яҡын кеше; БР‑ҙа У.т. 21475 кеше белә, ш. иҫ. 19 меңдән...
УДМУРТ ФОЛЬКЛОРЫ
УДМУРТ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы удмурттары фольклорының жанрҙары күп төрлө. Күсеп килеү һәм ауылдар һалыныуы тарихына арналған тарихи риүәйәттәр һәм легендалар; тәбиғәт һәм ихата әруахтары т‑да бәйән иткән хөрәфәти хикәйәләр билдәле. Ҡорбан килтереү ваҡытында ҡорбан салыусы тарафынан башҡарылған...
УДМУРТИЯ
УДМУРТИЯ, У д м у р т Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Вятка м‑н Кама йй. араһында урынлашҡан. Киров өлкәһе, Пермь крайы, Башҡортостан Республикаһы, Татарстан респ. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы — Ижевск. Юғары вазифалы кешеһе — Удмурт респ. башлығы. 1920...
УДМУРТТАР
УДМУРТТАР (үҙ атамаһы удмурт, удморт, укморт), халыҡ, Удмуртияның төп халҡы. У. Һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 714,8 мең, Удмурт АССР‑ында — 496,5 мең; 2002 й. РФ‑та — 636,9 мең, Удмурт Респ. — 460,6 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны — 23,7 мең; БР‑ҙа 2002 й. 22,6 мең кеше иҫәпләнгән. Айырыуса Тәтешле (5,7...
УҘЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл
УҘЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 6 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 358 кеше; 1959 — 265; 1989 — 178; 2002 — 220; 2010 — 238 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...