Список материалов
УМАРТАСЫЛЫҠ СОВХОЗЫ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл
УМАРТАСЫЛЫҠ СОВХОЗЫ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Красноусол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 10 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 210 кеше; 1989 — 138; 2002 — 162; 2010 — 169 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар....
УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ
УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ, ДУАХП. Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, селекциялау һәм үрсетеү, интенсив технологиялар булдыру һәм умартасылыҡ продукцияһын етештереү б‑са эштәр башҡара. 1930 й. Йоматау а.х. техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) базаһында Башҡ‑н зона умарт‑ҡ тәж. ст. булараҡ ойошторола, 1933 й....
УМАРТАСЫЛЫҠ ҺӘМ АПИТЕРАПИЯ ҮҘӘГЕ
УМАРТАСЫЛЫҠ ҺӘМ АПИТЕРАПИЯ ҮҘӘГЕ, дәүләт бюджет учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й Башҡ‑н умарт‑ҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге булараҡ ойошторола. Составына умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү б‑са тәж.‑эксперименталь комб‑т, респ. халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге, Архангел, Ғафури,...
УМОВ Сафрон Сергеевич
УМОВ Сафрон Сергеевич [20.3.1901, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Терәпә а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 28.10. 1995, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1948). СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1944). Һамар а.х. ин‑тын (1926), Маркс — Энгельс — Ленин ин‑тын (Өфө, 1947) тамамлаған. 1926 й. алып БАССР Игенселек ХК‑ның...
УМЫРЗАЯ
УМЫРЗАЯ, 1) (Coronaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда һағыҙут үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы бураҙналы, төҙ, яңғыҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Тамыр яны розеткаһы япраҡтары оҙонса айырса формаһында,...
УМЫРТҠАЛЫЛАР
УМЫРТҠАЛЫЛАР, б а ш һ ө й ә к л е л ә р (Vertebrata, Craniata), хордалылар ярым тибы. 42 меңгә яҡын төрө билдәле, беренсел һыу (түңәрәҡ ауыҙлылар, кимерсәкле балыҡтар, һөйәкле балыҡтар, ер‑һыу хайуандары) һәм беренсел ер өҫтө (һөйрәлеүселәр, ҡоштар, имеҙеүселәр) хайуандар төркөмөнә берләшкән. Бөтә Ер...
УМЫРТҠАҺЫҘҘАР
УМЫРТҠАҺЫҘҘАР (Invertebrata), умыртҡалығы булмаған хайуандар. 20‑нән ашыу тибы (саркомастигофорҙар, споровиктар, инфузориялар, яҫы ҡорттар, беренсел ҡыуышлы селәүсендәр, балдаҡлы селәүсендәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар һ.б.), 1,5 млн яҡын төрө билдәле. Бөтә ерҙә таралған. Башҡортостанда У. 17 меңгә...
УН
УН (һыу‑ун, һунарсы), башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: байҡы, ҡыр‑У., һыу‑У., ун. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. У. формалашыуына уларҙың Арал буйы төрки‑бәшнәк һәм Азов буйы болғар‑уғыр ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. У. көньяҡ Урал...
УН БЕР КҮЛ ТӨРКӨМӨ
УН БЕР КҮЛ ТӨРКӨМӨ, Ағиҙел й. туғайындағы һаҙлыҡтар. Ғафури р‑ны Баҡраҡ, Урта Үтәш, Яҡтыкүл һәм Еҙем‑Ҡаран аа. тирәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡтар, майҙандары 26—147 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0—2,1 м. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Тал, ябай балан, ҡара ҡарағат, ат ҡуҙғалағы, бейек андыҙ,...
УН ИКЕ БАЙРАМ
УН ИКЕ БАЙРАМ, Иисус Христостың (8 Раббы байрамы) һәм Божья Матерҙың (4 Богородица байрамы) ерҙәге тормошо ваҡиғаларына арналған 12 иң мөһим (Пасха м‑н бер рәттән) православие байрамы. Дин хеҙмәте айырыуса тантаналығы м‑н айырыла; күсмәй торған (тәғәйен даталы) һәм күсә торған (датаһы Пасхаға бәйле)...
УН ИКЕНСЕ ЗАПАС УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ
УН ИКЕНСЕ ЗАПАС УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. 28 авг. Өфөлә 17‑се запас уҡсылар бригадаһы булараҡ ойошторола; 1943 й. февр. алып 9‑сы өйрәнсек бригада, апр. — У.и.з.у.д. Составына 27‑се, 30‑сы, 97‑се уҡсылар һәм 6‑сы артиллерия полктары, 22‑се айырым сапёр батальоны һәм 6‑сы айырым элемтә батальоны инә....
УНАСОВ Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы
УНАСОВ Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы [7.11.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байыш а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 17.1.1921, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Тәкәһуҡҡан утары эргәһендә], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә каптенармус...
УНГЕР Феликс Гергардович
УНГЕР Феликс Гергардович (27.3. 1937, Украина ССР‑ы Тиге а.), инженер‑электрик. Химия ф. д‑ры (1984), проф. (1988). Урал политехник ин‑тын (Свердловск ҡ., 1964) тамамлаған. 1959 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй. 1964 й. башлап Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — сектор етәксеһе,...
УНИВЕРСИТЕТТАР
УНИВЕРСИТЕТТАР (лат. universitas — йыйылма), әҙерлек йүнәлештәренең (һөнәрҙәрҙең) киң спектры б‑са юғары белем һәм вуздан һуң проф. белем биреү программаларын тормошҡа ашырған юғары ғилми уҡыу йорттары; юғары квалификациялы хеҙм‑рҙәрҙе, ғилми һәм ғилми‑пед. хеҙм‑рҙәрҙе әҙерләй, яңынан әҙерләй һәм (йәки)...
УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ
УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ, а.х. культураларының уңышын формалаштырыу процесы м‑н идара итеү, майҙан берәмегенән юғары сифатлы продукцияның макс. күләмен алыуға йүнәлтелгән. У.п. этаптары: 1) һәр бер баҫыуҙан тәбиғәт ресурстарының торошо һәм уңышты формалаштырыу факторҙары т‑да мәғлүмәт йыйыу; 2) тәбиғәт һәм...
УҢЫШТЫ УРЫП‑ЙЫЙЫУ
УҢЫШТЫ УРЫП‑ЙЫЙЫУ, баҫыуҙан (баҡсанан, теплицанан) үҫемлекселек продукцияһын йыйып алыуҙы, әҙер продукцияны йыйып алғандан һуң эшкәртеүҙе, һаҡлау йәки һатыу урынына ташыуҙы, һаҡлауға һалып ҡуйыуҙы үҙ эсенә алған технологик ысул. Урып‑йыйыу ысулы культураның биол. үҙенсәлектәрен, климат шарттарын һәм...
УПҠАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл
УПҠАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Яубүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 128 км алыҫлыҡта Упҡанкүл (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 751 кеше; 1920 — 864; 1939 — 703; 1959 — 850; 1989 — 524; 2002 — 508; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар...
УПҠАНКҮЛ, күл
УПҠАНКҮЛ, Ҡариҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Нимесләр а. көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,1 км2, оҙонлоғо 2,5 км, киңлеге 150— 180 м. Иҫке үҙән, формаһы даға һымаҡ. Һыу кимәле күтәрелгәндә Ҡариҙел й. м‑н ҡушыла....
УПҠАНКҮЛ, төбәк
УПҠАНКҮЛ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Асҡын р‑ны Упҡанкүл а. көньяҡ ситендә, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 3 га. Күл‑һаҙлыҡ комплексынан ғибәрәт, ш. уҡ исемле күлде һәм карстан барлыҡҡа килгән һаҙлыҡты үҙ эсенә ала. Ағар төбәк, һыу кимәле күтәрелгәндә Ҡурғаш...
УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ
УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ, Учалы районында урынлашҡан. 1906 й. мәктәп булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1966 й. — урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. 2020 й. Т.Й.Ғиниәтуллин исеме бирелгән. Учалы районы Ишмәкәй а....